Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы

Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы (рус. Всероссийская федерация волейбола) — Рәсәй волейболы менән идара итеүсе структура. 1991 йылда ойошторола, 1992 йылдан ФИВБ һәм Европа волейбол конфедерацияһы ағзаһы, 1992 йылдан халыҡ-ара спорт берләшмәләрендә СССР волейбол федерацияһының хоҡуҡи вариҫы булып тора.

Рәсәйҙә һәм СССР-ҙа волейболдың үҫеш тарихы

Волейбол Рәсәйҙә 1914 йылда Ҡазанда һәм Түбәнге Новгородта барлыҡҡа килә, унда уны Америка инструкторҙары пропагандалай. 1915 йылда волейбол менән Хабаровск һәм Владивостокта танышалар. 1922 йылда Мәскәүҙә яңы уйынды «Всевобуч», театр студиялары һәм студенттар йәмғиәттәре үҫтерә башлай.

Совет волейболының рәсми тыуған датаһы тип 1923 йылдың 28 июле тип иҫәпләнә, был ваҡытта Мәскәүҙә Юғары сәнғәт-театр оҫтаханалары һәм Дәүләт кинематография мәктәбенең ир-егеттәр командалары араһында матч үтә. Волейболды үҫтереү менән Бөтә Союз физкультура советының ҡул уйындары секцияһы шөғөлләнә.

20-се йылдар уртаһынан Харьков, Баҡы, Тифлис, Грозный һәм Ленинград ҡалаларында волейбол командалары барлыҡҡа килә.

1927 йылдан Мәскәүҙә ҡала беренселегенә рәсми ярыштар үткәрелә башлай.

Волейболды 1928 йылғы Бөтә Союз Спартакиадаһы программаһына индереү СССР-ҙа уның артабанғы үҫешенә ҙур йоғонто яһай.Был ярыштарға әҙерлек бөтә ил буйынса бара. Һайлап алыу турнирҙары Мәскәү, Харьков һәм Тифлис ҡалаларында үтә. Мәскәүҙә үткән төп ярыштарҙа ир-егеттәр араһында Украина командаһы, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Мәскәү командаһы еңеү яулай.

Бөтә Союз Спартакиадаһынан һуң волейболдың популярлығы тиҙ темптар менән үҫә башлай. Мәскәү, Ленинград, Харьков кеүек волейбол үҙәктәрендә командалар һаны күп тиҫтәләрсә тәшкил итә. Уйындың географияһы ла һиҙелерлек киңәйә. РСФСР-ҙың, Украинаның, Белоруссияның, Кавказ аръяғы һәм Урта Азияның күп ҡалаларында секциялар һәм командалар барлыҡҡа килә башлай. Ҡала командалары араһында турнирҙар, күргәҙмә матчтар үткәрелә.

1932 йылда ВСФК составында үҙ аллы структура булараҡ Бөтә Союз волейбол секцияһы (1959 йылдан СССР волейбол федерацияһы) ойошторола. Уның беренсе рәйесе - Александр Абрамович Поташник.

1947 йылда совет волейболы халыҡ-ара аренаға сыға. Августа Прагала (Чехословакия) 1-се Бөтә донъя демократик йәштәр һәм студенттар фестивалендә Ленинград ир-егеттәр командаһы турнирҙа ышаныслы еңеү яулай. Шул уҡ йылдың октябрендә Мәскәүҙең «Динамо»һы Польша буйлап турнела бөтә дәғүәселәрен еңә.

1948 йылда Бөтә Союз волейбол секцияһы ФИВБ составына ҡабул ителә.

1991 йылда Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы ойошторола. Валентин Васильевич Жуков президент итеп һайлана, был вазифаны ул 2004 йылға тиклем башҡара.

1992 йылдың 1 октябренән СССР волейбол федерацияһы ФИВБ һәм ЕВК-ла ағзалығын туҡтата. Был халыҡ-ара ойошмаларға Рәсәй, Украина, Белоруссия һәм башҡа элекке совет республикаларының волейбол федерациялары ағза булып инә.

СССР волейбол федерацияһы рәйестәре

1932—1949 — Александр Абрамович Поташник
1949—1950 — Александр Сергеевич Аникин
1952—1967 — Владимир Иванович Саввин
1967—1969 — Владимир Григорьевич Балтаджи
1970—1971 — Юрий Александрович Парфёнов
1971—1975 — Владимир Иванович Саввин
1976—1980 — Николай Александрович Шашков
1980—1989 — Юрий Васильевич Торшилов
1989—1992 — Геннадий Николаевич Шибаев

Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы президенттары

1991—2004 — Валентин Васильевич Жуков
2004—2009 — Николай Платонович Патрушев
с 2010 — Станислав Владимирович Шевченко (2009—2010 йылдарҙа — президент вазифаһын башҡарыусы)

Һылтанмалар

  • Официальный сайт ВФВ
  • Волейбол: Энциклопедия. Сост. В. Л. Свиридов, О. С. Чехов — Томск: «Компания Янсон», 2001.