Иҡсан Әбүбәкиров

Иҡсан Әбүбәкиров (Иҡсан Әбүбәкир улы Ҡарасов) — хәрби эшмәкәр, прапорщик (1818). 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 1-се Башҡорт атлы полкының йөҙбаш есауылы.

Биографияһы

Иҡсан Әбүбәкир улы Ҡарасов сығышы менән Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Сәңкем-Ҡыпсаҡ улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы) Үрге Таш ауылы башҡорттарынан.

Йөҙбаш есауыл Иҡсан Әбүбәкиров 1811 йылдың 10 майында армияға бара[1].

1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[2][3].

Иҡсан Әбүбәкиров 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылдың 15 июнендә Гродно, ә 2 августта — Смоленск (Красный) янындағы алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә, шуның өсөн полк есауылы званиеһын ала һәм 1813 йылдың 3 мартында бүләкләнә[4].

1812 йылдың 3-5 сентябрендә Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша, ә 20 сентябрҙән Мәскәү эргәһендә була. 1812 йылдың 3—26 октябрендә командаһы менән Молод ауылы эргәһендә Серпухов юлындағы төп пикетты биләй. 27 октябрҙән дошманды эҙәрлекләй башлай һәм 29-30 октябрҙә Малоярославец эргәһендә була[1].

1813 йылдың 13 ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн орденға тәҡдим ителә һәм 1813 йылдың 6 декабрендә Дюссельдорф ҡалаһы янында ҡылыслы III дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә[5].

1813 йылдың 3 мартында Берлин, 15 мартта — Дрезден, 29 мартта — Лисимбург, 15-16 августта — Ютербок, 21-22 августта — Винтербург эргәһендә була[1].

Десава янындағы алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1813 йылдың 16 сентябрендә орденға тәҡдим ителә һәм 1814 йылдың 3 ғинуарында Бреда ҡәлғәһе янында 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены менән бүләкләнә[6].

1813 йылда 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[7].

1813 йылдың 10 ноябрендә — Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 29 февралендә Ремид ҡәлғәһе эргәһендә полк командиры званиеһын ала[1].

1814 йылдың 18 мартында Париж янындағы алышта һәм ҡаланы алыуҙа ҡатнаша[1].

1818 йылдың 22 майында прапорщик званиеһын ала[8].

Ҡустыһы Хөсәйен Әбүбәкиров шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнаша, ике көмөш миҙал кавалеры[9].

Бүләктәре

  • ике тапҡыр III дәрәжә Изге Анна ордены кавалеры (6 декабрь 1813 йыл)[10].
  • 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены кавалеры (3 ғинуар 1814 йыл)[11]
  • «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
  • «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.