Иҫке Чуты
Иҫке Чуты — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Баулы районы ауылы. Сәлих ауыл биләмәһе составына керә.
География
Тарих
Иҫке Чуты — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда мәсет һәм мәктәп теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Баулы районы составында була[1].
Халыҡ һаны
1816 йылда ауылда ир енесле 27 йән башҡорт һәм 21 йән яһаҡлы татар; 1816 йылда — 52 йән башҡорт һәм 20 йән ҡаҙна крәҫтиәне; 1834 йылда — 29 йән башҡорт һәм 26 йән ҡаҙна крәҫтиәне; 1859 йылда — 35 йән башҡорт һәм 55 йән ҡаҙна крәҫтиәне йәшәй[2].
| 1897 | 1910 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 376 | 504 | 593 | 430 | 385 | 302 | 272 | 287 | 246 | 115 | 126 |
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].