Ҡыҙылъяр (Баулы районы)
Ҡыҙылъяр — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Баулы районы ауылы. Ҡыҙылъяр ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Тарих
Ҡыҙылъяр — ҡыр-йылан ырыуы башҡорттарының һәм типтәрҙәрҙең ауылы[2]. XVII быуатта ҡыр-йылан ырыуы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән[3]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Баулы улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда 3 мәсет, һыу тирмәне теркәлгән[1]. 1914 йылда Ҡыҙылъяр кешеләре Ыҡ йылғаһының үрге ағымында, уның уң ярында Ҡыҙылъяр ауылына (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы) нигеҙ һалалар[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Баулы районы составында була[1].
Халыҡ һаны
1795 йылда ауылда 226 башҡорт һәм 74 типтәр; 1816 йылда — 174 башҡорт һәм 44 типтәр; 1834 йылда — 498 аҫаба башҡорт, 17 керҙәш башҡорт һәм 66 типтәр; 1859 йылда — 1066 башҡорт йәшәй[2][3]. Керҙәштәр сығышы менән Байлар улусы аҫаба башҡорттарынан булған[2].
| 1795 | 1834 | 1859 | 1886 | 1908 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 300 | 581 | 1066 | 1556 | 2701 | 2386 | 1984 | 1550 | 1311 | 1407 | 1401 | 1360 | 1146 | 1285 |
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән, комбикорм заводы эшләй. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Билдәле шәхестәре
- Юнысова Асия Шәйехриза ҡыҙы — журналист, шағир.
- Яруллин Фәнис Ғатаулла улы — шағир, драматург[4].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. — Уфа, 2001. (рус.)
- История башкирских родов. Елан. Том 9. Часть 2 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — 596 с. — ISBN 978-5-85051-638-3. (рус.)