Яңы Чуты

Яңы Чуты — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Баулы районы ауылы. Сәлих ауыл биләмәһе составына керә.

География

Ауыл Үрге Ҡондоҙ йылғаһы буйында, Баулы ҡалаһынан көньяҡтараҡ 55 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Тарих

Яңы Чуты — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы[3]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Сәлих улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда мәсет теркәлгән[2].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Баулы районы составында була[2].

Халыҡ һаны

1859 йылда ауылда 392 башҡорт йәшәй[3].

Халҡы иҫәбе
1822[4]18591889191019201926
26↗392↗694↗1143↗1256↘898
193819491958197019791989
↗924↘700↘643↗792↘687↘542
2010
↘423

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[2].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Новые Чути (Бавлинский район). Фото Планета
  2. ↑ 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
  3. ↑ 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 589. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  4. ↑ душ мужского пола