Йосопов Муса Абдрахман улы

Йосопов Муса Абдрахман (Рахман) улы (рус. Юсупов Муса Абдрахманович; 2 декабрь 1896 йыл29 август 1937 йыл) — журналист, партия һәм профсоюз органдары хеҙмәткәре. 1922 йылдан хәҙерге «Башҡортостан» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, 1924—1925 йылдарҙа «Яңа авыл» (хәҙерге «Кызыл таң») гәзите мөхәррире; 1926 йылдан — профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе, ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының матбуғат секторы мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы

Муса Абдрахман улы Йосопов хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Иҫке Әпсәләм ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәҙрәсәһен тамамлағас, 1911 йылда Ырымбурҙағы Хөсәйениә мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Ҡышҡы уҡыу өсөн йәй көнө эшләп, аҡса йыя: һал ағыҙыуҙа, ике йәй дауамында Ырымбур һабын ҡайнатыу заводында эшләй. 1915 йылда хәрби хеҙмәткә алына, 103-сө запастагы пехота полкында бүлексә командиры булып хеҙмәт итә. Армияла хеҙмәт иткәндә сәйәсәт менән мауыға. Демобилизациянан һуң Муса Абдрахман улы бер нисә йыл Себерҙә йәшәй. Бында ул «Азат Себер» гәзите мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Ике йыл ярым етәкселек иткән осорҙа Муса Йосопов «Азат Себер»ҙе бөтә ил кимәлендә абруйлы татар баҫмаһына һәм Себер өлкә гәзитенә әйләндерә. Өфө губернаһының эшсе һәм һалдат депутаттары исеменән V Бөтә Рәсәй съезында ҡатнаша, РСФСР-ҙың беренсе конституцияһын ҡабул итеү өсөн тауыш бирә[1].

1917 йылдың июненән сентябренә тиклем Өфөлә татар телендә сыға башлаған «Авыл халҡы» крәҫтиән гәзите эшендә ҡатнаша. Өфөнө аҡ чехтарҙан азат иткән 5-се армияның (5-се армия (ЭКҠА)[2] сәйәси бүлегенең уҡытыу-ойоштороу бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. 1920 йылдың мартынан 1922 йылдың октябренә тиклем РКП (б) Омск губерна комитетының татар һәм ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ коммунистик бүлеге бюроһының яуаплы секретары, рәйесе итеп һайлана. «Азат Себер» гәзите мөхәррире итеп тәғәйенләнә[3].

1922 йылдың октябрендә Өфөгә ҡайта, өс йылдан ашыу «Башҡортостан» һәм «Яңы ауыл» республика гәзиттәренең мөхәррире булып эшләй. Һуңыраҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты рәйесе, профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1929 йылда Я. М. Свердлов коммунистик университетының мөхәррирҙәр бүлегенә уҡырға инә. Ике йыл КПСС(б) Башҡортостан өлкә комитетының матбуғат бүлеген етәкләй[4]}.

Ҡазан ҡалаһына күскәс, 1932 йылдың декабренән ВКП(б)-ның Татар өлкә комитетының матбуғат секторын етәкләй. В. И. Лениндың алты томын татар теленә тәржемә итеү һәм баҫтырыу менән етәкселек итә. 1933 йылдың ноябрендә М. Н. Покровский исемендәге татар педагогия институты директоры итеп тәғәйенләнә. 1935 йылдың октябрендә Татар АССР-ының Мәғариф Халыҡ комиссариатының тәжрибә-педагогик лабораторияһы мөдире, ә Татар дәүләт академия театрының директоры итеп тәғәйенләнә.

1937 йылдың 10 февралендә Ҡазан ҡалаһы Молотов район комитеты Йосоповты «ҡоралһыҙланмаған эсер һәм буржуаз милләтсе» булараҡ, партиянан сығара. 1937 йылдың 12 февралендә ҡулға алынып, Мәскәү төрмәһенә оҙатыла. 1937 йылдың 3 авгусында ССРБ юғары суды хәрби коллегияһы «Ҡазандағы милләтсе ойошманың ағзаһы булыуҙа һәм идеология фронтында Шуралар хакимиәтенә ҡаршы эшмәкәрлек алып барыуҙа» ғәйепләп, иң юғары язаға хөкөм итә. 1957 йылда исеме аҡлана[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Муса Юсупов — один из организаторов печати Башкортостана (К 120-летию со дня рождения), Аургазинский район РБ. 23 май 2025 тикшерелгән.
  2. Пятая армия РККА, Башҡорт энциклопедияһы (10 октябрь 2019). 23 май 2025 тикшерелгән.
  3. Гиззатуллин И. Г.. Юсупов Муса Рахманович, Татарская энциклопедия. 22 май 2025 тикшерелгән.
  4. 1 2 Ваҡытлыса эшләһәләр ҙә, Башҡортостан гәзите. 23 май 2025 тикшерелгән.

Һылтанмалар