Йосопов Юлдаш Мөхәмәт улы
Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов (рус. Юлдаш Мухамматович Юсупов; 1980 йылдың 13 июле, Ишембай, Башҡорт АССР-ы, СССР) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тарихсы, уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзының башҡарма комитеты рәйесе.
Биографияһы
1980 йылдың 13 июлендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуа.
Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡый. Уны 1998 йылда тамамлай.
2003 йылда Башҡорт дәүләт университетын «Тарих» йүнәлеше буйынса тамамлай, квалификацияһы — тарихсы, уҡытыусы[2]. 2009 йылда «XV—XVI быуаттарҙа Башҡортостан тарихы: социаль-сәйәси аспект» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай (ғилми етәксеһе — тарих фәндәре докторы Н. А. Мәжитов)[3].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
2001 йылда «Торатау» гәзите журналисы була; 2002 йылда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында эшләй.
2004 йылда — Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында Археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһының уҡытыу мастеры.
2015 йылдан алып — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының төп ғилми хеҙмәткәре, социо-мәҙәни анализ үҙәге мөдире[2].
Йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрлеге
«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы[2].
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзының башҡарма комитеты рәйесе[4].
2023 йылдың 10 сентябрендә VII саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет ағзаһы[2].
2021 йылдың декабрендә тәүге тапҡыр «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзының башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана[5]. 2024 йылдың 13 декабрендә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында ҡабаттан ошо вазифаһына раҫлана[6].
Ғилми эшмәкәрлеге
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: Төньяҡ Евразия халыҡтарының геногеографияһы, Евразия һәм Урал-Волга буйы халыҡтарының потестар-сәйәси ойошмалары, Урта быуаттар тарихы һәм Урал-Волга буйы археологияһы, милли һәм конфессия-ара берҙәйлек, мосолман мөхитендә рәсми булмаған дини төркөмдәр[3]; этноконфессиональ тикшеренеүҙәр[7].
Рәсәй Фәндәр академияһының Медицина-генетика ғилми үҙәге ғалимдары менән берлектә башҡорттарҙың һәм Евразияның башҡа халыҡтарының генофондын тикшереү менән шөғөлләнә. 2012 йылдан «Генография» National Geographic халыҡ-ара проектында ҡатнаша. Рәсәй Фәндәр академияһы Медицина-генетика ғилми үҙәгенең (рус.)баш. кешенең популяцион генетикаһы лабораторияһында (етәксеһе Е. В. Балановская) һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Дөйөм генетика институтының Геном географияһы лабораторияһында (етәксеһе О. П. Балановский) стажировкалар үтә[3].
Рәсәй Федерацияһының Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы эксперты[8].
Төп баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре:
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәргән өсөн миҙал (2010);
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2021).
Ғаиләһе
Атаһы Мөхәмәт Рәшит улы — балалар хирургы, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Әсәһе Хаят Сәғит ҡыҙы — журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999). Юлдаш Йосопов ҡатыны менән өс ул тәрбиәләй[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Montenegro A. ORCID Public Data File 2023 — 2023. — doi:10.23640/07243.24204912.V1
- ↑ 1 2 3 4 Юсупов Юлдаш Мухамматович. bashkortostan.er.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Юсупов Юлдаш Мухамматович. anrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2026.
- ↑ Аппарат МСОО ВКБ. kurultai.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2026.
- ↑ Юлдаш Юсупов избран председателем исполнительного комитета Всемирного курултая башкир. isi-rb.ru (21 декабрь 2021).
- ↑ В Уфе избраны руководители Всемирного курултая башкир. i-gazeta.com (13 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2026.
- ↑ 1 2 Юсупов Юлдаш Мухамматович. isi-rb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2026.
- ↑ Влияние пантюркизма в республиках ПФО. Часть 1. cyberleninka.ru (2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2026.
- ↑ Юсупов Юлдаш Мухамматович. gsrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
Һылтанмалар
- Юсупов Юлдаш Мухамматович на сайте «Единой России»