Йәнгиров Рәшит Мәрүән улы

Йәнгиров Рәшит Мәрүән улы (рус. Янгиров Рашит Марванович1954 йылдың 8 ноябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР2008 йылдың 14 декабре, Мәскәү) — Рәсәй кино тарихсыһы һәм әҙәбиәт белгесе, урыҫ эмиграцияһы кинематографы өлкәһендә белгес. Философия фәндәре кандидаты(2000)[1]).

Биографияһы

Рәшит Мәрүән улы Йәнгиров 1954 йылдың 8 ноябрендә Башҡорт АССР-ы баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1971 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. АҠШ тарихын өйрәнеү маҡсатын ҡуйһа ла, БДУ-ла тап килгән кафедра булмағанлыҡтан, Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетына күсә, һәм уны 1977 йылда тамамлай[2][3].

Университетты тамамлағандан һуң Мәскәүҙең төрлө музей учреждениеларында: 1978 йылдан — СССР-ҙың Үҙәк революция музейында, 1981-ҙән — Дәүләт тарих музейында, 1983 йылдан «Росизопропаганда» республика үҙәгендә эшләй. 1985 йылда «СССР-ҙа социализм төҙөлгән осорҙа мәҙәниәт өлкәһендә Ленин милли сәйәсәтен (1917—1936 йылдар) тормошҡа ашырыуҙа „Восток-кино“ эшмәкәрлеге» темаһына диссертация яҡларға тейеш була. Диссертация яҙылмаһа ла, тупланған материалдар һуңынан тикшеренеүсенең күп кенә ғилми эштәрендә урын алды.

Ул (Р.М. Йәнгиров) бик әүҙем эшләне, ул ысын архив таһыллығына эйә ине: бер үк ваҡытта күп йүнәлештә шөғөлләнә ала ине. Уның сығыштарын һәр саҡ ҡыҙыҡһынып көттөләр. Уның Булгаковты өйрәнеүгә һәм киноны өйрәнеүгә индергән өлөшө бәхәсһеҙ һәм бер аҙҙан тағы ла юғарыраҡ баһаланасаҡ. Беҙҙең XX быуат аҙағы — XXI быуат башы мәҙәниәтебеҙ тарихында уның тураһындағы хәтер һаҡланып ҡаласаҡ.

М. О. Чудакова[4].

1980-се йылдар аҙағында Йәнгиров тәүгеләрҙән булып рус эмигрант киноһын өйрәнеү менән шөғөлләнә башлай, фәнни һәм белешмә баҫмаларҙа ошо тема буйынса бик күп мәҡәләләр һәм материалдар баҫтыра һәм оҙаҡламай был өлкәлә алдынғы белгестәрҙең береһенә әүерелә[5]. Уның ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары даирәһенә шулай уҡ 1920-се йылдарҙағы революцияға тиклемге рус киноһы һәм совет киноһы, 1920-се йылдарҙағы эмигрант һәм совет әҙәбиәте, бигерәк тә Михаил Афанасьевич Булгаков ижады, инә.

1986—1992 йылдарҙа — Мәскәүҙәге Дәүләт үҙәк кино музейы хеҙмәткәре. 1990-сы йылдарҙан — Рәсәй, Бөйөк Британия, Америка Ҡушма Штаттары, Швейцария университеттарында лекциялар уҡый. 1994—2008 йылдарҙа Йәнгиров «Ассошиэйтед Пресс» («Associated Press», AP) агентлығында журналист, һуңынан Мәскәү телевидение яңылыҡтары хеҙмәте бюроһы мөхәррире булып эшләй.

2000 йылда Рәсәй дәүләт гуманитар университетында «1910-1920 йылдарҙағы рус әҙәбиәтендә кинематография контексының үҙенсәлеге» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[6].

2004—2008 йылдарҙа Александр Солженицын исемендәге «Русское Зарубежье» китапхана-фонды ғилми бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре була.

Ғилми эшмәкәрлеге

…Ҡапма-ҡаршы сюжеттар тыуҙырғанда ла, Йәнгиров һәр саҡ тикшеренеү рефлексияһының юғары кимәлен һаҡлап ҡала белде. <…> Йәнгиров публикатор һәм тикшеренеүсе араһында бәхетле пропорцияны тапты.
Ошо ике башланғыс унда тәбиғи рәүештә берләште. Йәнгировтың китаптары һәм мәҡәләләре йыш ҡына бик иркен цитаталарға бай, ләкин Йәнгиров һәр саҡ цитатаның урынын белә: етерлек кеүек булмаһа ла, ул кәрәк. Шуның менән бергә Йәнгировтың хеҙмәттәре тикшеренеү тексын мауыҡтырғыс уҡыуға әйләндерерлек деталдәр менән тулы.

М. Ефимов[7]

Р.М. Йәнгиров — илебеҙ киноһы, әҙәбиәте һәм XX художество мәҙәниәте тарихы буйынса Рәсәйҙә, Италияла, Францияла, АҠШ-та, Бөйөк Британияла, Израилдә, Швейцарияла, Германияла, Голландияла һәм Эстонияла баҫылған 250-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы[8].

«Өнһөҙ шаһиттар: 1908—1919 йылдарҙа төшөрөлгән Урыҫ фильмдары» тип аталған фәнни белешмәләр әҙерләү буйынса авторҙар төркөмөндә ҡатнашыусы: (Testimoni silenziosi: Film russi 1908—1919 / Silent Witnesses: Russian Films 1908—1919. Pordenone; London, 1989); «Викториан киноһында кем кем икән: Бөтә донъя күҙәтеүе» (Who’s Who of Victorian Cinema: A Worldwide Survey. London, 1996); «„Великий Кинемо“: Рәсәйҙең һаҡланып ҡалған уйын фильмдары каталогы. 1908—1919» (М., 2002); «Рәсәй киноһы йылъяҙмаһы. 1896—1929» (М., 2004); «Ватан киноһының иң яңы тарихы. 1986—2000. Кино һәм контекст» (Т. V, VI. СПб., 2004); «Хыял сәйәхәттәре. Голливудта Европа актёрҙары: Тәнҡитле белешмә» (Journeys of Desire. European Actors in Hollywood: A Critical Companion. London, 2006); «Рәсәй киноһы йылъяҙмаһы. 1930—1945» (М., 2007);

"Тынянов йыйынтыҡтары"нда донъя күргән мәҡәләләр һәм баҫмалар (Рига; М., 1990—2007), «Үткәндәр» тарихи альманахтарының (Париж; М.; СПб., 1990—1996), «Диаспора» (Париж; СПб., 2001—2007) һ.б. китаптар авторы.[9].

Һәр саҡ был тыңлаусылар өсөн байрам ине, микрофон алдында
уйлай белгән һирәк кешеләрҙән булды ул.

Иван Никитич Толстой[4]

Халыҡ-ара Иртә кино тарихын өйрәнеүселәр ассоциацияһы (DOMITOR)[10] һәм Рәсәй Кинематографистар союзының Кино белгестәре һәм тәнҡитселәре гильдияһы ағзаһы.

Үлеренән әҙ генә алдараҡ ватан кинематографының 100 йыллығына арналған «Сит илдә рус кино ижады: кешеләр һәм фильмдар» беренсе Халыҡ-ара ғилми конференцияһын (2008 йылдың 8-9 ноябрендә) уҙғарҙы[11][12].

2008 йылдың 14 декабрендә Мәскәүҙә вафат булды[13].

Хәтер

2009 йылдың 3-15 мартында Тулузала Р. М. Йәнгировтың иҫтәлегенә арналған «Рәсәй һәм совет киноһында йәһүдтәр образдары, 1910-1960-сы йылдар» фәнни конференцияһы үтте[14]. 2009 йылдың 3 декабрендә А. Солженицын исемендәге Сит ил урыҫтары йортонда Р. М. Йәнгиров иҫтәлегенә арналған «Өнһөҙҙөң ҡолдары» фотодокументаль күргәҙмәһе асылды һәм шуға ярашлы тикшеренеүсенең эшмәкәрлегенә арналған коллоквиум ойошторолдо[15].

2011 йылда Р.М.Йәниров иҫтәлегенә йыйынтыҡ нәшер ителә[16][17]. «Тиҫтә йылдар буйына эшләгән әҫәрҙәре донъя күрә» тип билдәләп, «Знамя» журналы рецензенты М. Ефимов был йыйынтыҡты «хәтер һәм таныу билдәһе» генә түгел, «Йәнгиров башлаған эшенең дауамы булараҡ та баһаланы — күп сюжеттар авторҙашлыҡта йәки коллегалар менән һөйләшеүҙәрҙән башланды, һәм унан башҡа тамамланды»[18].

2012 йылдың 12 мартында Рәсәй дәүләт гуманитар университетында Р.М. Йәнгиров иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы ойошторолдо[19].

Ғалимдың сит илдәрҙә йәшәгән урыҫтарға бағышланған тикшереүҙәргә индергән өлөшөн анализлап, М. Ефимов шулай тип билдәләне:

"Хроника"ла Йәнгиров күпселек осраҡта — урыҫ эмигранттары, ватан һәм сит ил баҫмаларынан иҫтәлектәр, көндәлектәр һәм архивтарҙан ғәйәт ҙур материалды йыйып алды (абсорбировал). <…>… Йәнгиров етмеш-һикһән йыл элек булған ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙың үҙҙәре өсөн дә берҙәмлеккә эйә булмағандың барыһын да берләштерҙе. Йәнгиров тәүгеләрҙән булып, әлегәсә аҙ билдәле, йә бөтөнләй билдәһеҙ сит илдә ижад ителгән урыҫ кинематографы тарихынан йөҙәрләгән факт йыйған һәм төҙөгән. Был эште тотош тикшеренеү төркөмө генә башҡара алыр ине, Йәнгиров иһә, «бойондороҡһоҙ тикшеренеүсе» булып ҡалып, уны бер үҙе йырып сыҡты[7].

Библиографияһы

Китаптары

  • Великий Кинемо: Каталог сохранившихся игровых фильмов России (1908—1919) / сост.: В. Иванова, В. Мыльникова, С. Сковородникова, Ю. Цивьян, Р. Янгиров. — М.: Новое литературное обозрение, 2002. — 568 с. — ISBN 5-86793-155-2.
  • Янгиров Р. М. «Рабы Немого»: Очерки исторического быта русских кинематографистов за рубежом. 1920–1930-е годы / Рашит Янгиров. — М.: Русский путь, 2008. — 496 с. — ISBN 978-5-85887-283-2.[7][20]
  • Янгиров Р. М. Хроника кинематографической жизни русского зарубежья : в 2 т. / Рашит Янгиров ; [предисл., подгот. текста З. М. Зевиной; справочн. аппарат З. М. Зевиной, Т. П. Сухман]. — М. : Книжница : Русский путь, 2010. — Т. 1: 1918—1929. — Т. 2: 1930—1980. — 544 + 640 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-85887-385-3.[7][21][22]
  • Янгиров Р. М. Другое кино: Статьи по истории отечественного кино первой трети XX века / сост. и авт. предисл. А. И. Рейтблат. — М.: Новое литературное обозрение, 2011. — 416 с. — (Кинотексты). — ISBN 978-5-86793-858-1.[23]

Иҫкәрмәләр

  1. Янгиров Рашит Марванович (1954-2008). Kbnthfnehyfz rfhnf.
  2. Рашит Янгиров. LiveLib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025.
  3. Янгиров, Рашит Марванович. handcent.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.
  4. 1 2 Цит. по: Коллоквиум памяти Рашита Янгирова Архивная копия от 24 февраль 2015 на Wayback Machine
  5. Рашит Марванович Янгиров: Биографическая справка // Новое литературное обозрение : журнал. — М., 2009. — № 97.
  6. Янгиров, Р. М. Специфика кинематографического контекста в русской литературе 1910-х — 1920-х годов: Автореф. дисс. 10.01.01, канд. филол. наук Архивная копия от 14 июль 2014 на Wayback Machine.
  7. 1 2 3 4 Ефимов, М., 2013
  8. Библиографический список публикаций Р.М. Янгирова / сост. А. И. Рейтблат, при участии З. М. Зевиной, Т. А. Симачевой и О. С. Шурыгиной // Новое литературное обозрение : журнал. — М., 2009. — Т. 97.
  9. Рашит Марванович Янгиров. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июнь 2014. Архивировано 14 июль 2014 года.
  10. DOMITOR. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июнь 2014. Архивировано 18 май 2014 года.
  11. Первая международная киноконференция «Русское кинотворчество за рубежом: люди и фильмы» Архивная копия от 14 июль 2014 на Wayback Machine.
  12. В Москве скончался киновед Рашит Янгиров // Коммерсантъ : газета. — М., 2008. — 14 дек.
  13. Рашит Янгиров. Журнал «Сеанс». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.
  14. Иванов А. «Киноиудаика» в Тулузе: история евреев в контексте российского кино // Народ Книги в мире книг: Еврейское книжное обозрение. — СПб., 2009. — № 80.
  15. Коллоквиум памяти Рашита Янгирова Архивная копия от 24 февраль 2015 на Wayback Machine.
  16. Толстой И. Сборник памяти историка Рашита Янгирова. Радио «Свобода» (22 ноябрь 2011). — Поверх барьеров с Иваном Толстым. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ноябрь 2015. Архивировано 13 май 2013 года.
  17. Работа и служба: Сборник памяти Рашита Янгирова / сост. Я. С. Левченко. — СПб.: Своё издательство, 2011. — 314 с. — ISBN 978-5-4386-0019-0. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 12 март 2016 года.
  18. Ефимов, М. Голос и эхо: о книгах Рашита Янгирова // Знамя : журнал. — М., 2013. — № 1.
  19. Всероссийская научная конференция памяти Рашита Янгирова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июнь 2014. Архивировано 4 март 2016 года.
  20. Бабицкая, В. Рец.: Рашит Янгиров. Рабы Немого Архивная копия от 7 июнь 2014 на Wayback Machine // Colta.ru. 2008. 19 авг.
  21. Леонидов, В. Рец.: «Хроника кинематографической жизни русского зарубежья» Архивная копия от 14 июль 2014 на Wayback Machine // Kinote. 2012. 30 янв.
  22. Толстой И. Памятник русскому кино. Радио «Свобода» (11 декабрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2015. Архивировано 4 март 2016 года.
  23. Нелепо, Бор. Рец.: Рашит Янгиров. Другое кино Архивная копия от 31 май 2014 на Wayback Machine // Colta.ru. 2011. 7 июня.

Тема буйынса өҫтәмә