Карманов Афанасий Георгиевич
Афанасий Георгиевич Карманов (1907 йылдың 18 ғинуары, Иҫке Кәстәй — 1941 йылдың 23 июне, Кишинёв) — хәрби хеҙмәткәр. 1939—40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған осоусы, эскадрилья командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Карманов Афанасий Георгиевич 1907 йылдың 18 ғинуарында Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы) Иҫке Кәстәй ауылында тыуған[1].
Туймазы районының Арҙат ауылында биш класты тамамлай.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылға тиклем ауыл хужалығында эшләй. 1929 йылдан Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. Өфө аэроклубында (рус.)баш. шөғөлләнә, 1933 йылда Ырымбур осоусылар мәктәбен тамамлай. 1938 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
Совет-фин һуғышында ҡатнаша, унда 50-нән ашыу хәрби осош яһай. Осоштарҙың береһендә үҙе менән бер парҙа осоусы Морозовты ҡотҡара. Фин саңғысылары Морозовтың бәреп төшөрөлгән самолётына яҡынлаша башлағанда, Карманов үҙенең И-16 самолётында ергә төшә һәм хеҙмәттәшен алып һауаға күтәрелә. Совет-фин һуғышындағы батырлыҡтары өсөн А. Г. Карманов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Афанасий Карманов Молдавия ССР-ы биләмәләрендә хеҙмәт итә, 4-се истребителдәр авиаполкының эскадрилья командиры була. 1941 йылдың 22 июнендә һауа һөжүме хаҡындағы «Тревога» сигналынан һуң, 10 совет «МиГ-3» истребителе һауаға күтәрелә. Уларға 85 немец бомбардировщигы (рус.)баш. ҡаршы килә. Карманов эскадрильяһын атакаға йүнәлтә. Иртәнге яҡынса 04:30 сәғәттә Карманов беренсе самолётты, шунан тағы өс бомбардировщикты бәреп төшөрә. Паникаға бирелеп, немец самолёттары бер-береһе менән һауала өс тапҡыр бәрелешә.
23 июндә А. Карманов командалығындағы эскадрилья немецтарҙың «Мессершмит»тар оҙатыуында 20 «Ю-87» бомбардировщигына ҡаршы осрай. Карманов үҙе был һауа алышында ике «Мессершмит»ты бәреп төшөрә, ә патрондары бөткәс — өсөнсөһөнә ҡаршы таранға бара һәм һәләк була[2].
1941 йылдың 17 июлендә Советтар Союзы Геройы исеме менән бүләкләү ҡағыҙы төҙөлә. СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 27 мартындағы Указы менән командованиеның (рус.)баш. заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн Карманов Афанасий Георгиевичҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3][4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң),
- Ленин ордены (1942, үлгәндән һуң),
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1940 йылдың марты).
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-сө Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Афанасий Георгиевич Кармановтың исеме Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районының Туймазы ҡалаһы 6-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[5];
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Афанасий Георгиевич Кармановтың исеме Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы муниципаль (рус.)баш. районының Иҫке Кәстәй ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[6][7];
- 1964 йылда Кишинёв ҡалаһының Рышкановка районындағы элекке Школьная урамының исеме Карманов урамы тип алмаштырыла. 2000 йылдан Думитру Рышкану урамы тип үҙгәртелә. 14-се йортта А. Г. Кармановҡа бағышланған мемориаль таҡтаташ ҡуйыла;
- 2005 йылдың 6 майында,Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 60 йыллығында, Туймазы ҡалаһында Советтар Союзы Геройҙары аллеяһы асыла, унда А. Г. Кармановҡа бюст ҡуйылған[8]. Ҡаланың бер урамы Герой исемен йөрөтә[1];
- 2005 йылда Баҡалы районы Баҡалы ауылының «Геройҙар аллеяһы»нда А. Г. Карманов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла, ауыл урамдарының береһенә уның исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 И. Ғ. Кәримова. Карманов Афанасий Георгиевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025. (баш.)
- ↑ Карманов Афанасий Георгиевич. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему и рядовому составу Красной Армии» от 27 марта 1942 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1942. — 12 апрель (№ 12 (171). — С. 1. (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2025) (рус.)
- ↑ Карманов Афанасий Георгиевич. Министерство обороны Российской Федерации. Сайт «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Карманов Афанасий Георгиевич
Әҙәбиәт
- Колядин Ф. Дороже жизни//Славные сыны Башкирии. Кн.2.. — Уфа, 1966. (рус.)
- Каримов А. Угол атаки. — Уфа, 1988. (рус.)
- Кишинёв: Энциклопедия. — Кишинёв: Гл. ред. Молдавской Советской Энциклопедии, 1984. — С. 269. (рус.)
- Коллектив. Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — С. 320 с.: ил. (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2025) (рус.)
- Коллектив. Туймазинская земля: дела и люди. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2005. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Карманов Афанасий Георгиевич (баш.) (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2026)
- Карманов Афанасий Георгиевич. «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2026) (рус.)
- Сайт «Красные Соколы». Советские лётчики 1936—1953. Карманов Афанасий Георгиевич { (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2026) (рус.)
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Карманов Афанасий Георгиевич (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2026) (рус.)
- Республиканский музей Боевой Славы. Карманов Афанасий Георгиевич (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2026) (рус.)