Карпов Анатолий Евгеньевич
Анатолий Евгеньевич Карпов (рус. Карпов Анатолий Евгеньевич; 1951 йылдың 23 майы, Златоуст ҡалаһы, Силәбе өлкәһе) — СССР һәм Рәсәй шахматсыһы һәм сәйәсмәне, шахмат буйынса ун икенсе донъя чемпионы (1975—1985), халыҡ-ара гроссмейстер (1970), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1974). Ир-егеттәр араһында шахмат буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы (1975, 1978, 1981), өс тапҡыр ФИДЕ-ның донъя чемпионы (1993, 1996, 1998), ике тапҡыр СССР йыйылма командаһы составында донъя чемпионы (1989 һәм 1985), СССР йыйылма командаһы составында алты тапҡыр шахмат олимпиадаһы еңеүсеһе (1972, 1974, 1980, 1982, 1986, 1988), өс тапҡыр СССР чемпионы (1976, 1983, 1988), РСФСР чемпионы (1970). Туғыҙ шахмат «Оскары» эйәһе(1973, 1974, 1975, 1976, 1977, 1979, 1980, 1981, 1984). Златоуст (1979)[3] һәм Тула (1998) ҡалаларының почетлы гражданы[4]. Карпов — БДБ сиктәрендә билдәле филателистарҙың береһе.
РФ Дәүләт Думаһының VI[5] һәм VII[6] саҡырылыш депутаты, Думаның халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты ағзаһы, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы.
Биографияһы
А. Е. Карпов 1951 йылдың 23 майында тыуған[7].
Биш йәшендә шахмат уйнарға атаһы өйрәтә. Златоуст металлургия заводының Спортпавильонының шахмат секцияһында шөғөлләнә[8]. Беренсе тренеры — Дмитрий Артемьевич Зюляркин (1928—2011), ошо заводта инженер булып эшләй. 9 йәшендә Анатолий беренсе разрядҡа эйә була, 11 йәшендә спорт мастерына кандидатлыҡ нормаларын үтәп, 14 йәшендә СССР-ҙың спорт мастеры була.
965 йылда ғаиләһе Тула ҡалаһына күсә. Мәктәпте алтын миҙал менән тамамлай. 1968 йылда Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә, һуңынан Ленинград дәүләт университетының иҡтисад факультетына күсә. Уның төп тренеры булып гроссмейстер Семён Фурман тора[9].
1969 йылда үҫмерҙәр араһында донъя чемпионы була, 1970 йылда РСФСР чемпионы исемен яулай һәм гроссмейстер дәрәжәһен ала. 1973—1974 йылдарҙа донъя чемпионлығына дәғүәселәр циклында еңеп сыға.
1975 йылдың 3 апрелендә, донъя чемпионы Роберт Фишер титулын яҡлауҙан баш тартҡандан һуң, ФИДЕ Карповты донъяның 12-се шахмат чемпионы тип иғлан итә. Ул донъя тажы өсөн көрәштә Виктор Корчнойҙы 1978 һәм 1981 йылдарҙа еңә. 1985 йылда донъя чемпионы исемен Гарри Каспаровҡа бирә.
1978 йылдан фәнни хеҙмәткәр булып эшләй, 1982 йылдан Совет тыныслыҡ фонды президенты була. Шулай уҡ банк, йәмәғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә төрлө етәксе вазифалар биләй.
Карповтың уңыштарында тренерҙарҙан тыш психолог Владимир Зухарьҙың да роле ҙур була. Ул шахматсының психологик әҙерлегенә һәм ярыштар ваҡытындағы тотороҡлолоғона ярҙам итә.
Карпов шахмат тарихындағы иң көслө уйынсыларҙың береһе булып иҫәпләнә, донъя шахматында яҡынса ун йыл буйы өҫтөнлөк итә[10].
Йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрлеге
Анатолий Карпов йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә. Ул Рәсәйҙең Экология хәүефһеҙлеге буйынса комиссияһын етәкләй, Оборона министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советында эшләй. Шулай уҡ «Аҡ ладья» балалар шахмат ярыштары, халыҡ-ара балалар шахмат олимпиадалары һәм бер нисә экологик ойошма президенты була.
1989—1991 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты, ә 2011 йылдан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты булып эшләй. Дәүләт Думаһында халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм экология мәсьәләләре менән шөғөлләнә[11].
Шахматтағы ҡаҙаныштары
1969 йылда халыҡ-ара мастер, 1970 йылда гроссмейстер исемен ала. 1975 йылда донъяның 12-се шахмат чемпионы була. Донъя чемпионлығы титулын 1978 һәм 1981 йылдарҙа Виктор Корчной менән матчтарҙа уңышлы яҡлай[12].
А. Е. Карпов СССР чемпионатын өс тапҡыр (1976, 1983, 1988) еңә. 1993, 1996 һәм 1998 йылдарҙа ФИДЕ версияһы буйынса йәнә донъя чемпионы исемен яулай.
А. Е. Карпов позицион стилдәге уйыны, юғары техник оҫталығы һәм көслө психологик тотороҡлолоғо менән дан тота. Ул шахмат тарихындағы иң бөйөк уйынсыларҙың береһе тип иҫәпләнә.
Шәхси тормошо
Анатолий Карпов ике тапҡыр өйләнгән. Беренсе ҡатыны — Ирина Куимова, был никахтан 1979 йылда улы Анатолий тыуа. Никах 1982 йылда тарҡала.
Икенсе ҡатыны — Наталья Буланова. Уларҙың Софья исемле ҡыҙҙары бар (1999 йылда тыуған).
Санкциялар
2022 йылдың февралендә Карповҡа ҡарата Европа Берлеге санкциялары индерелә. Артабан ул шулай уҡ АҠШ, Канада, Бөйөк Британия, Швейцария, Япония, Австралия һәм Яңы Зеландия санкция исемлектәренә лә индерелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
Анатолий Карпов күп һанлы дәүләт, халыҡ-ара һәм йәмәғәт наградалары менән бүләкләнгән. Улар араһында II һәм III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары, Дуҫлыҡ ордены, Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены бар.
Ул шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәт хаттарына, Рәсәй Хөкүмәте премияһына, Мәскәү Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған. Украинаның «Хеҙмәттәре өсөн» ордены, Аргентинаның Май ордены, Кубаның спорттағы ҡаҙаныштары өсөн ордены һәм башҡа дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.
Карпов — халыҡ-ара шахмат матбуғаты тарафынан туғыҙ тапҡыр йылдың иң яҡшы шахматсыһы тип танылған һәм «Шахмат Оскары» премияһын алған. Уның 50-нән ашыу партияһы йыл йәки турнирҙың иң яҡшы партияһы тип танылған.
Шулай уҡ ул почётлы доктор, почётлы граждан һәм төрлө йәмәғәт ойошмаларының почётлы ағзаһы исемдәренә лайыҡ булған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Карпов Анатолий Евгеньевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Anatoly Yevgenyevich Karpov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Карпов Анатолий Евгеньевич «Златоустовская энциклопедия»
- ↑ Список Почетных граждан города-героя Тулы по состоянию на 1 апреля 2011 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2011. Архивировано 24 сентябрь 2010 года. 2010 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Карпов Анатолий Евгеньевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2019. 2019 йылдың 3 август көнөндә архивланған.
- ↑ Карпов Анатолий Евгеньевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2019.
- ↑ Интересный собеседник. Анатолий Карпов: «Есть много сил, желающих обрушить Россию». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2013. Архивировано 21 август 2013 года.
- ↑ Алексей Иванович Пак (Ен Чер Пак)
- ↑ ChessPro|Интервью. Борис Злотник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2013. Архивировано 7 август 2013 года.
- ↑ В. Файбисович. Ещё есть адреса // Шахматы в Петербурге. Петроградский район. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2018. Архивировано 9 май 2012 года.
- ↑ Карпов Анатолий Евгеньевич - Фракция "ЕДИНАЯ РОССИЯ". www.er-duma.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2017. Архивировано 2 август 2017 года.
- ↑ Шахматная школа М. Ботвинника | Шахматные ступени. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2013. Архивировано 16 декабрь 2013 года.
Һылтанмалар
- Карпов Анатолий Евгеньевич — страница на сайте «Общественной палаты РФ»
- Партии в базе ChessGames (инг.)
- Карпов Анатолий Евгеньевич «Златоустовская энциклопедия»
- Анатолий Карпов: «Даже покер обошел шахматы по популярности, это позор…» 2012 йылдың 13 апрель көнөндә архивланған.
- Анатолий Карпов: «Швейцария имеет особый статус» . Интервью «Нашей газете» (Швейцария)
- Профиль депутата VII созыва и VI созыва на сайте Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации
- Анатолий Карпов: «После встречи с Фишером на меня открыли досье в КГБ». Sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017.