Киссинджер Генри
Генри Киссинджер ингл. Henry Kissinger | |||||||||||||||
| |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
22 сентябрь 1973 — 20 ғинуар 1977 | |||||||||||||||
Президент: | Ричард Никсон Джеральд Форд | ||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Уильям Роджерс | ||||||||||||||
Дауамсы: | Сайрус Вэнс | ||||||||||||||
| |||||||||||||||
20 ғинуар 1969 — 3 ноябрь 1975 | |||||||||||||||
Президент: | Ричард Никсон Джеральд Форд | ||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Уолт Уитмен Ростоу | ||||||||||||||
Дауамсы: | Брент Скоукрофт | ||||||||||||||
Тыуған: | 27 май 1923 | ||||||||||||||
Үлгән: | 29 ноябрь 2023 (100 йәш) | ||||||||||||||
Исеме: | нем. Heinz Alfred Kissinger | ||||||||||||||
Атаһы: | Луис Киссингер[d][2] | ||||||||||||||
Әсәһе: | Паула Штерн[d][2] | ||||||||||||||
Ҡатыны: | Энн Флешер (1949—1964; айырыла), Нэнси Киссинджер (1974) | ||||||||||||||
Партия: | АҠШ Республика партияһы | ||||||||||||||
Белеме: | |||||||||||||||
Сайт: | henryakissinger.com | ||||||||||||||
Хәрби хеҙмәте | |||||||||||||||
Принадлежность: | США | ||||||||||||||
Ғәскәр төрө: | АҠШ Ҡоро ер ғәскәрҙәре, контрразведканың 970-се корпусы | ||||||||||||||
Звание: | сержант | ||||||||||||||
Сражения: | |||||||||||||||
Автограф: | |||||||||||||||
Наградалары: |
Нобель исемендәге тыныслыҡ премияһы
| ||||||||||||||
Ге́нри А́льфред Ки́ссинджер (ингл. Henry Alfred Kissinger, тыуғандағы исеме Хайнц А́льфред Ки́ссингер (нем. Heinz Alfred Kissinger); 27 май 1923, Фюрт, Бавария, Веймар республикаһы — 29 ноябрь 2023, Кент, Коннектикут, АҠШ) — америка дәүләт эшмәкәре, дипломат һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә эксперт. АҠШ президентының милли хәүефһеҙлек буйынса кәңәшсеһе (1969—1975 йй.) һәм АҠШ Дәүләт секретары (1973—1977 йй.). Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты[примечание 1] (1973).
Генри Киссинджер, 2001 йылда тәүге тапҡыр баҫылып сыҡҡан һәм Чикаго федераль судьяһы Ричард Аллен Познер төҙөгән киң мәғлүмәт сараларында телгә алыуҙар һаны буйынса донъяның 100 алдынғы интеллектуалы рейтингында беренсе урынды алды[3][4].
Реаль сәйәсәт яҡлы булараҡ, Киссинджер 1969-1977 йылдарҙа Америка Ҡушма Штаттарының тышҡы сәйәсәтендә өҫтөнлөклө роль уйнаған. Ул Америка Ҡушма Штаттары һәм Советтар Союзы араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йомшартыу сәйәсәтен башлаусы һәм башҡарыусы була, АКмерика-Ҡыьай Халыҡ Республикаһы мөнәсәбәттәренә башланғыс бирә, шулай уҡ Вьетнамда һуғышты тамамлауҙы тормошҡа ашырған Париж тыныслыҡ килешеүен төҙөй[5].
Киссинджер 2009 йылда Именлек сәйәсәте буйынса халыҡ-ара конференцияһының Генрих фон Клейст премияһына лайыҡ булған тәүге кеше була[6], и до своей кончины являлся председателем международной консалтинговой фирмы Kissinger Associates. Шулай уҡ Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы докторы була[7].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәш сағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Генри Киссинджер Баварияның Фюрт (ул ваҡытта Веймар республикаһы) 1923 йылдың 27 майында, динле йәһүд ғаиләһендә тыуған.
Тыуғандағы исеме Һайнц Альфред Киссингер (АҠШ-ҡа килгәс, Генри Киссинджер, тип үҙгәрткән). Атаһы, Луис Киссингер (1887—1982) уҡытыусы булған. Әсәһе, Паула Штерн Киссингер (1901—1998) — хужабикә. Энеһенең исеме Вальтер. Киссингер фамилияһы Бад-Киссинген герман ҡалаһы исеменән килеп сыҡҡан[8].
1938 йылда, нацистарҙың эҙәрлекләүенән һаҡланып, ғаилә АҠШтың Нью-Йорк ҡалаһына күсеп килә. Ғаиләһен Германиянан алып китеү идеяһы әсәһе Пауланыҡы. Германияла ҡалған туғандары Холокост осоронда юҡ ителә[9]. Һуңғараҡ Киссинджер шулай тип яҙған: «Америкаға күсеп килгәнгә тиклем мин һәм минең туғандарым юғары дәрәжәлә остракизм һәм дискриминацияға дусар ителде…»[9].
Нью-Йоркта Киссинджерҙар ғаиләһе Вашингтон-Хайтс районында, немец һәм йәһүд диаспораһы тупланған Манхэттенда урынлаша. Генри бында мәктәптә уҡый. Киссинджер америка мәҙәниәте тарафынан йотолһа ла, бала кешеһенә хас ҡурҡыу, аҙ һүҙлелеге арҡаһында, уның телмәрендә Бавар диалекты (көнсығыш франк) акценты һаҡланған[10][11]. Нью-Йорктағы Джордж Вашингтон Урта мәктәбендә бер йыл уҡығандан һуң, Генри Киссинджер киске мәктәптә уҡыуын дауам итә, ә көндөҙ ҡырыныу бумалалары (помазок) етештереү фабрикаһында эшләй[10].
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Киссинджер Нью-Йорк Сити-колледжында бухгалтер иҫәбен өйрәнә. Һәм яҡшы өлгәшә.
1943 йылда Киссинджер, уҡыуын тамамлап өлгөрмәҫ элек, хәрби хеҙмәткә саҡыртыла[12]. В этом же году он получил американское гражданство[13].
Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Киссинджер Көньяҡ Каролина штатының Спартанбургтағы Кэмп-Крофтында нигеҙ әҙерлеген үтә һәм гражданлыҡ алғарн. АҠШ армияһы уны Истон (Easton, Pennsylvania) ҡалаһындағы Лафайетта колледжына (Lafayette College) инженер һөнәре буйынса уҡырға йүнәлтелә, ләкин был программа алына, һәм Киссинджерҙы 84-се пехота дивизияһына, Луизиана штатындағы Кэмп-Клэйборн (Camp Claiborne) лагерына ебәрелә[14]. Бында ул Германия иммигранты Фриц Кремер (Fritz G. A. Kraemer) менән таныша, йәш айырмаһына ҡарамай, курсанттың немец телендә иркен аралашыуына һәм интеллектына иғтибар итә. Кремер Киссинджерҙы дивизияның хәрби разведкаһына күсерелә. Хәрби тарихсы Теодор Драпер (Theodore Draper) Фриц Кремер Киссинджерҙың сәйәси һәм интеллектуаль үҫешендә киң урын ала, тип билдәләгән. Дивизия составында хеҙмәт иткән ваҡытта Киссинджер һуғыштарҙа ҡатнаша һәм Арден операцияһы ваҡытында хәүефле разведка эштәренә саҡырыла[15].
Германияға Американың үтеп ингәнендә, дивизияның хәрби разведка бүлегендә немец телен белгән хәрби хеҙмәткәрҙәр етешмәүе сәбәпле, Киссинджерҙы Крефельд ҡалаһын денацификациялау өсөн яуаплы итеп тәғәйенләйҙәр. Немец йәмғиәтен белеүенә таянып, Киссинджер, күренекле нацистарҙы юҡ итеп, граждандар хакимиәтен тергеҙеп, заданиены 8 көн эсендә[16] үтәй. Һуңынан Киссинджер сержант дәрәжәһендә Контрразведка корпусына күсерелә. Уға Һанноверҙағы элекке гестапо офицерҙарын һәм диверсанттарҙы күҙәтеү бурысы йөкмәтелә. Ошо эште башҡарған өсөн Киссинджер Бронза йондоҙ менән бүләкләнә[17]. 1945 йылдың июнендә Гессен еренең Бергштрасе районында денацификация үткәреү маҡсатында, Контрразведка корпусы подразделениеһы командиры итеп тәғәйенләнә. Киссинджерға граждандарҙы ҡулға алыу буйынса бөтә вәкәләттәр бирелһә лә, ул үҙ етәкселеге аҫтында һалдаттарҙың урындағы халыҡҡа ҡаршы башбаштаҡлығын сикләүҙе хәстәрләгән[18].
1946 йылда Киссинджерҙы Кэмп-Кинг (Camp King) лагерында, Оберурзель ҡалаһында, армия хеҙмәтен тамамлағандан һуң, Европа зонаһындағы (European Command Intelligence School) АҠШ Хәрби көстәре командованиеһының Разведка мәктәбендә уҡытыуға күсерелә[19][20].
Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1950 йылда Киссинджер Гарвард Колледжын тамамлай[21], отличие менән (summa cum laude) сәнғәт бакалавры дәрәжәһенә эйә була[22]. Киссинджерҙың The Meaning of History («Тарихтың әһәмиәте») тип аталған диплом эше Гарвардтың иң оҙон бакалавр диссертацияһы[23]. Гарвардта Киссинджерҙың яңы патроны - профессор Уильям Янделл Эллиотт (ингл. William Yandell Elliott)[14] — үҙенең советтарға ҡаршы ынтылышы менән билдәле тарихсы, Теодор Рузвельттың һәм АҠШ-тың тағы бер нисә Президентының, Америка Ҡушма Штаттарының Милли именлек советы вице-президентының кәңәшсеһе. 1952 һәм 1954 йылдарҙа Киссинджер Гарвард университетында сәнғәт магистры һәм философия докторы (PhD) дәрәжәһен ала[21]. Киссинджерҙың докторлыҡ диссертацияһы «Тергеҙелгән донъя: Клемент Меттерних, Роберт Стюарт Каслри һәм 1812-1822 йылдарҙағы тыныслыҡ осоро проблемалары» (ингл. Peace, Legitimacy, and the Equilibrium (A Study of the Statesmanship of Castlereagh and Metternich)) тип атала.
Карьера башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бакалавр дәрәжәһе менән Гарвард университеты студенты булараҡ, Киссинджер Эллиот ярҙамында 1950 йылдың көҙөндә Гарвард Халыҡ-ара семинарын (ингл. Harvard International Seminar) ойоштора, һәм ул Һыуыҡ һуғыш шарттарында коммунизмға ҡаршы көрәштә бөтә донъяның йәш лидерҙарын берләштереү һәм АҠШ етәкселегендә ғәҙәти көнбайыш ҡиммәттәренең йоғонтоһон көсәйтеү маҡсаты менән ойошторола[24]. Халыҡ-ара семинар шунда уҡ Үҙәк разведка идаралығының (ЦРУ) иғтибарын йәлеп итә[25]. ЦРУ семинарҙы хуплай һәм тиҫтә йылдар дауамында финанс ойошмалары ярҙамында уның үҫә барған бюджеты бағыусыһы була. Киссинджер был семинарҙы 1951 йылдан 1965 йылға тиклем һәр йәй, шулай уҡ 1967 йылда алып барған һәм 1951 йылдан 1971 йылға тиклем уның директоры булып эшләгән[21].
1954 йылда PhD алғандан һуң, Киссинджер, дәүләт идараһы кафедраһында уҡытыусы[21] һәм төрлө программалар, шул иҫәптән Халыҡ-ара семинар менеджеры булараҡ һәм төрлө программалар, шул иҫәптән Халыҡ-ара семинар менеджеры булараҡ[примечание 2], Гарвард университетында эшмәкәрлеген дауам итә. Юғары хәрби шәхестәргә һәм сәйәсмәндәргә консультациялар бирер маҡсатында 1954 йылда булдырылған «Оборона тикшеренеүҙәре буйынса программа» (ингл. Defence Studies Program) шундай программаларҙың береһе була. 1958 йылдан 1971 йылға тиклем Киссинджер ошо программаның директоры вазифаһын биләгән[21].
1955 йылда Киссинджер Операцион координацион комитет (ингл. Operations Coordinating Board кәңәшсеһе[21] һәм 1953 йылда АҠШ Президенты Дуайт Дэвид Эйзенхауэр булдырған һәм 1961 йылда Дж. Кеннеди тарафынан бөтөрөлгән комитет) кәңәшсеһе була.
1955-1956 йылдарҙа Киссинджер Нью-Йоркта Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса советта ядро ҡоралы һәм тышҡы сәйәсәт өлкәһендә тикшеренеүҙәр буйынса [21]директор була, ошоға бәйле ул ҡыҫҡа ваҡытҡа Гарвардтан киткән. Киссинджерҙың «Ядро ҡоралы һәм тышҡы сәйәсәт» тигән тәүге китабы (1957) ошо эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе була[14]. Был китап бестселлерға әүерелә һәм Book-of-the-Month Club тарафынан һайлана, һәм Киссинджер билдәлелек ала.
1956-1958 йылдарҙа Киссинджер ағалы-энеле Рокфеллерҙар фондында (ингл. Rockefeller Brothers Fund) Махсус тикшеренеүҙәр проекты (ингл. Special Studies Project) директоры вазифаһында эшләй[21]. «Халыҡ-ара именлек: хәрби аспект» (ингл. International Security: The Military Aspect) исемле отчёт эш һөҙөмтәһе булып тора. Был отчёттың артыҡ хаталы булыуынан, Киссинджер унан баш тартырға мәжбүр булған[14]. 1961 йылда Киссинджерҙың, үҙен аҡлаған һәм шулай уҡ уға абруй өҫтәгән уның «Необходимость выбора» (ингл. The Necessity for Choice) тигән китабы сыға.
1958 йылда Гарвардта Вашингтон менән Гарвард араһында туранан-тура үҙ-ара эш итеү каналына әүерелгән Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр үҙәге (ингл. Center for International Affairs) булдырыла. Был үҙәк ҡатмарлы сәйәси һәм дипломатик миссияларҙы[26] үтәү өсөн талап ителгән профессионалдар әҙерләгән. Киссинджер ошо үҙәк директоры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнгән, 1960 йылға тиклем ошо вазифала эшләгәндән һуң, үҙәк сиктәрендә университет персоналы һәм сәйәсмәндәр араһында бәйләнештәр селтәрен төҙөүҙә ҙур роль уйнаған.
Ғилми-уҡытыу эшмәкәрлегенән тыш, АҠШ-тың 37-се Президенты Киссинджер бер нисә: Operations Research Office (1951), Psychological Strategy Board (1952), Weapons Systems Evaluation Group of the joint Chiefs of Staff (1959—1960), Arms Control and Disarmament Agency (1961—1968), RAND корпорацияһы (1961—1968), АҠШ Милли именлек Советы (1961—1962), АҠШ Дәүләт департаменты (1965—1968) кеүек хөкүмәт агентлыҡтарында консультант булып эшләй[21].
1960-сы йылдарҙа Киссинджер донъяла иң танылған, хөрмәтле һәм абруйлы стратегик эксперттарҙың береһе иҫәпләнгән дә инде[27].
Киссинджер Нью-Йорк штаты губернаторы Нельсон Рокфеллерҙы яҡлай һәм уның советнигы була, ул республика партияһынан (1960, 1964, 1968) президентлыҡҡа кандидат булып күрһәтелә (1960, 1964, 1968). Тарихсылар Н. Рокфеллерҙы Киссинджерҙың өсөнсө патроны тип атай[14][28]. 1968 йылдың аҙағында яңы һайланған президент Ричард Никсон Киссинджерҙы милли именлек буйынса советнигы итеп һайлай һәм 1969 йылдың ғинуарында Никсон инаугурацияһынан һуң Киссинджер, Рокфеллер менән хушлашып, рәсми рәүештә был вазифаға инә. Хеҙмәте һәм башҡарған эше, шулай уҡ ҡәҙер итеү һәм рәхмәт йөҙөнән Рокфеллер Киссинджерҙы $50000[29] долларлыҡ премия менән дәртләндерә. Ошо мәлдән алып Киссинджер, Рокфеллерҙар менән бәйләнеште дауам итеп һәм остаздарынан, патрондарынан бойондороҡһоҙ булып, Аҡ Йортҡа үҙенә юл һала. Ул - ағалы-энеле Рокфеллерҙар фонды идараһы ағзаһы, Рокфеллерҙарҙың Chase Manhattan Bank (хәҙер - Chase) банкының советнигы, һәм Chase’s International Advisory Committee банкы ағзаһы[30].
Генри Киссинджер 1969-1975 йылдарҙа АҠШ-тың Милли именлек буйынса советнигы була, ә 1973-1977 йылдарҙа Америка Ҡушма Штаттарының Дәүләт секретары була. Вашингтонда СССР Дәүләт именлеге комитеты резидентураһы менән тығыҙ бәйләнештә булған Киссинджерҙы йәнәһе лә СССР Дәүләт именлеге комитеты агенты тип танығандар һәм, шуға ярашлы, Киссинджер АҠШ Дәүләт секретары булғанға тиклем. Киссинджер шулай уҡ СССР-ҙың Америкалағы илсеһе Анатолий Фёдорович Добрынин менән тығыҙ бәйләнештә булған, уның башланғысы менән тәүге тапҡыр Америка Ҡушма Штаттары президенты һәм Советтар Союзының Вашингтондағы илсеһе араһында тура бәйләнеш каналы асылған[31][32].
Сәйәси карьераһы, АҠШ тышҡы сәйәсәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Генри Киссинджер Америка Ҡушма Штаттарында Ричард Милхауз Никсон осорондағы Милли именлек буйынса советнигы һәм Дәүләт секретары вазифаһын биләгән. Был бер кешенең ике вазифаны бер үк ваҡытта биләүенең тәүге осрағы була.[33]. Джеральд Рудольф Форд осоронда Киссинджер Америка Ҡушма Штаттарының Дәүләт секретары вазифаһында хеҙмәтен дауам итә.
Реаль сәйәсәт яҡлы булараҡ, Киссинджер Америка Ҡушма Штаттарының 1969-1977 йылдарҙағы тышҡы сәйәсәтендә төп роль уйнаған. Никсон, Киссинджерҙың әүҙем ҡатнашлығында, Американың тышҡы сәйәсәте менән идара итеүҙе үҙәкләштерә. Киссинджер Милли именлек советы структураһын ҡатмарлаштыра, уға буйһонған комитеттар ойоштора һәм эш урындарын арттыра. Киссинджер аша президентҡа яҡынлашҡан Милли именлек советы ҙурыраҡ вәкәләттәр ала һәм, тышҡы сәйәси мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, Американың Никсон ышанып етмәгән Дәүләт департаментын ҡыҫырыҡлап сығара башлай, был структура вазифаһын башҡара. Ошо система сиктәрендә, бөтә власть һәм мәғлүмәт милли именлек буйынса кәңәшсе Генри Киссинджер ҡулына туплана[34]. Президент Форд Киссинджерҙы милли именлек буйынса советнигы вазифаһынан күсереп, уның урынына генерал Брент Скоукрофтты тәғәйенләһә лә, был Киссинджерҙың хакимиәттәге реаль власын кәметмәй[33].
Үҙенең сәйәси эшмәкәрлеге осоронда Киссинджер һәр саҡ Америка Ҡушма Штаттарының СССР, Япония, Израиль, Мысыр, Төньяҡ Вьетнам һәм башҡа илдәре менән һөйләшеүҙәр үҙәгендә була[35]. Киссинджер халыҡ-ара көсөргәнештең йомшауы сәйәсәтен башлап ебәрҙе, һәм был Америка-Совет мөнәсәбәттәрендә көсөргәнеште байтаҡҡа кәметеүгә килтерҙе.
Киссинджер 1971 йылда Америка Ҡушма Штаттарының Ҡытай Халыҡ Республикаһы Дәүләт советы премьеры Чжоу Эньлай менән һөйләшеүҙәрҙә мөһим роль уйнап, Америка Ҡушма Штаттары менән Ҡытайҙың яҡынайыуын ойоштора. Һөйләшеүҙәр советтарға ҡаршы яңы америка-ҡытай блогын булдырыу менән тамамлана.
Киссинджер Көньяҡ Америкала коммунистик хәрәкәттәрҙе бөтөрөү маҡсатында төҙөлгөн «Кондор» идеяһын, атап әйткәндә, 1973 йылда Чилиҙа Пиночет түңкәрелешен ойоштороуҙы, тормошҡа ашыра эйә. 1970-1973 йылдарҙа Киссинджер Үҙәк разведка идаралығының йәшерен операцияларын башҡарған Америка Хөкүмәтенең ҡырҡынсы комитетына етәкселек иткән[36].
1973 йылда Киссинджер үҙенең, Вьетнамда һуғышты туҡтата һәм, күҙалланыуынса, уны тамамларға тейеш булған Париж тыныслыҡ килешеүенә өлгәшеүҙәге роле өсөн Нобель премияһын ала.
Милли именлек буйынса советник булараҡ, Киссинджер 1974 йылда бик күп бәхәстәр тыуҙырған National Security Study Memorandum 200 проекты менән етәкселек итә.
2000-се йылдарҙа Америка Ҡушма Штаттарының XX быуат уртаһындағы тышҡы сәйәсәте асылын асҡан тарихи документтар исемдәре асыла һәм баҫтырып сығарыла. Документтар серияһы «Foreign Relations of the United States» тигән атама ала һәм сайтта баҫыла.history.state.gov Архивная копия от 10 октябрь 2014 на Wayback Machine (Тарихсының офисы, Йәмәғәт эштәре Бюроһы, АҠШ-тың Дәүләт департаменты). Никсон һәм Форд хакимиәттәренең әүҙемлек осоро «Nixon-Ford Administrations» тип аталған айырым төркөм итеп формалаштырыла һәм 46 томдан тора[37].
Халыҡ-ара көсөргәнеш сәйәсәтен йомшартыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Никсон осорондағы милли именлек буйынса советник булараҡ, Киссинджер социалистик һәм капиталистик лагерҙарҙағы илдәрҙең ҡаршы тороуының агрессивлығын кәметеүгә йүнәлтелгән халыҡ-ара көсөргәнешлекте йомшартыу (франц. détente) сәйәсәтен булдырыусы һәм идеологы була. 1972 йылда Үҙәк Комитетының Генераль секретары Леонид Брежнев менән стратегик ҡоралдарҙы сикләү (ОСВ-I) тураһында һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡул ҡуйылған Стратегик ҡоралдарҙы сикләү тураһында килешеү был сәйәсәттең бер элементы булды. Шул уҡ йылда ракетаға ҡаршы оборона системаларын сикләү тураһындағы килешеүгә, Америка Ҡушма Штаттары һәм Совет Социалистик Республикалар Союзы араһында стратегик һөжүм ҡоралын сикләүгә бәйле билдәле бер саралар тураһындағы Ваҡытлы килешеүгә һәм Биологик ҡорал тураһында конвенцияға ҡул ҡуйыла. 1973 йылда иһә «СССР һәм Америка Ҡушма Штаттары араһында стратегик һөжүм ҡоралдарын артабан сикләү тураһында һөйләшеүҙәрҙең төп принциптары» килешеүенә ҡул ҡуйыла.
Ҡоралһыҙландырыу тураһында һөйләшеүҙәрҙе башта Джонсон хакимиәте осоронда уҡ башлау планлаштырылған була, ләкин улар 1968 йылдың авгусында Чехословакиялағы «Пражская весна» тигән исем алған ваҡиғаларға реакция булараҡ, кисектерелгән. 1969-1970 йылдарҙа Киссинджер, йәшерен һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн, совет илсеһе Анатолий Фёдорович Добрынин менән «конфиденциаль канал» ойоштора. Ике юғары держава тип аталған ил араһында Халыҡ-ара көсөргәнешлекте йомшартыу уларҙың төп темаһы булған. Бынан тыш, Киссинджер һәм Добрынин Вашингтон менән Мәскәүҙең Вьетнамға, Яҡын Көнсығышҡа, Кубаға һәм элекке СССР-ҙың йәһүд эмиграцияһын яҡлауға ҡағылышлы төрлө фекер айырымлыҡтарын яйға һалған[38]. 1971 йылдың майында Киссинджер һәм Добрынин алдан килешеүҙәргә өлгәшкән. Шул уҡ йылдың йәйендә Мәскәүҙә саммит үткәреү датаһы (1972 йылдың яҙы) билдәләнә. Һөйләшеүҙәрҙе Никсон һәм Киссинджер алып барған. Башҡа агентлыҡтарҙан кешеләрҙе һөйләшеүҙәр барған урынға индереү рөхсәт ителмәне, шулай итеп, АҠШ дәүләт секретары Уильям Пирс Роджерс, ҡорал һәм ҡоралһыҙландырыуға контроль буйынса агентлыҡ (ингл. ACDA) директоры Джерард Смит, һәм оборона министры Мелвин Лэйрд килешеү буйынса һөйләшеү процесынан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Һөйләшеүҙәр барышында Стратегик ҡоралланыуҙар буйынса килешеү (ОСВ-I) төҙөлдө. Бынан тыш СССР-ға иген ташыу тураһында килешеүгә өлгәшелә. Шунда уҡ «Совет-америка мөнәсәбәттәренең төп принциптары» («Основные принципы советско-американских отношений») килешеүе төҙлгән.
Америка Ҡушма Штаттары һәм СССР араһында һөйләшеүҙәр 1973 йылдың яҙында ла дауам итә. Ә йәйгеһен Вашингтон саммитында «Ядро һуғышын туҡтатыу тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйыла.
Киссинджер менән СССР-ҙың сит ил эштәре министры Андрей Громыконың һөйләшеүҙәре президент Никсондың 1974 йылда Мәскәүгә икенсе сәфәренә килтерә, уның барышында ядро ҡоралын һынауҙы тыйыу тураһында яҡынса килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Америка ҡушма штаттары һәм СССР араһында һөйләшеүҙәр 1973 йылдың яҙында ла дауам итә. «Стратегик һөжүм ҡоралланыуҙарын артабан сикләү тураһында СССР һәм АҠШ араһында һөйләшеүҙәрҙең төп принциптары»на, ә йәйгеһен Вашингтон саммитында — «Ядро һуғышын булдырмау тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйыла.
Киссинджер менән СССР-ҙың сит ил эштәре министры Андрей Громыконың һөйләшеүҙәре арҡаһында 1974 йылда президент Никсон Мәскәүгә икенсе тапҡыр килә, уның барышында Ядро ҡоралын һынауҙы тыйыу тураһында яҡынса килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Форд хакимиәте осоронда Киссинджер АҠШ-тың СССР-ға ҡарата тышҡы сәйәсәтендә төп роль уйнауын дауам итә. Ул 1974 йылда Владивостокта һәм 1975 йылда Хельсинкиҙа (Европа) үткән Именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшмәлә, СССР-АҠШ саммиттарында, Форд һәм Леонид Брежнев араһындағы һөйләшеүҙәрҙә төп звено була. Владивостокта Форд Брежнев менән стратегик ҡоралдарҙы сикләү мәсьәләһен тикшергән, һәм «Хельсинки килешеүе» тип аталған Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшмәнең йомғаҡлау актына ҡул ҡуйҙы.
Халыҡ-ара көсөргәнешлелекте кәметеү сәйәсәтен АҠШ-тың ҡайһы бер дәүләт эшмәкәрҙәре хупламаған. Килешеү яҡлылар менән ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр араһында көрәш барған. Мәҫәлән, 1974 йылда разрядка ҡаршы килеүселәрҙең тырышлығы менән АҠШ-тың сауҙа тураһындағы Законына Джексон-Вэник төҙәтмәһе ҡабул ителә, уның маҡсаты Советтар Союзына үҙ граждандарының ирекле эмиграцияһын (ул осорҙа СССР-ға эмиграция тулҡыны күтәрелә, башлыса йәһүд милләте граждандары, Инжил христиандары һәм католиктар күсеп китә) рөхсәт итеү буйынса баҫым яһалған.
Ҡытай менән яҡынайыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Президентлыҡҡа дәғүәсе булараҡ, Ричард Никсон, АҠШ һәм бар донъя Ҡытай менән яҡынайыуҙан отасаҡ тигән. Ҡытайҙың ҙурлығы һәм ҡотолғоһоҙ йоғонтоһо арҡаһында, бының АҠШ эске сәйәсәте өсөн кәрәклеген билдәләгән. Бынан тыш, Ҡытай Советтар Союзына тигеҙләүсе (ҡаршы тороусы) көс булыуы ихтималлығын аңлаған. Киссинджер ҙа шундай уҡ фекерҙә булған, ул хатта «өс яҡлы дипломатия» (ингл. triangular diplomacy) тигән яңы термин да уйлап тапҡан[14]. 2011 йылдың 17 ғинуарында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры). Һөйләшеүҙәрҙең тәүге ынтылыштары серлелек режимында барған.
Президентлыҡ вазифаһын үтәй башлағандан алып, Никсон, ҡытай менән һөйләшеүҙәр башлар өсөн, каналдар эҙләгән. Һөйләшеүҙәргә тәүге ынтылыштар йәшертенлек режимында булған. Никсон менән Киссинджер Ҡытай менән яҡынайыу теләген асыҡтан-асыҡ белендермәгән, хатта Дәүләт департаментынан да йәшергән. 1969 йылдың йәйенән башлап ике йыл дауамында, бер яҡтан, Никсон менән Киссинджер, икенсе яҡтан, Чжоу Эньлай һәм Мао Цзэдун араһында аралашсылар: сит ил илселәре, дуҫ дәүләттәр президенттары, Киссинджерға буйһонған АҠШ Милли именлек советы хеҙмәткәрҙәре, аша хат алышҡандар. Был алмашыуҙа ҡатнашыусылар араһында Пакистан президенты Аға Мөхәммәд Яхья Хан, Польшалағы АҠШ илсеһе Уолтер Стуссел, Пакистандың АҠШ-тағы илсеһе Ага Хилали, Румыния президенты Николае Чаушеску, Румынияның АҠШ-тағы илсеһе Корнелиу Богдан, Ханойҙағы Франция хөкүмәтенән элекке делегат Жан Сентени (Ҡытайҙың Франциялағы илсеһе менән бәйләнеше булған), Милли именлек советы хеҙмәткәрҙәре Харольд (Хэл) Саундерс, Александр Хэйг, Ричард Смайсер (ингл. Richard Smyser) һ. б. был аралашыуҙа ҡатнашҡан.
Киссинджерҙың 1971 йылдың 9-11 июлендә Пекинға йәшерен сәфәре был үҙ-ара хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәһе була. ҠХР-ҙың Дәүләт советы премьеры Чжоу Эньлай менән осрашыу барышында Киссинджер киләсәктә Никсондың Ҡытайға сәфәре тураһында һөйләшеп килешкән һәм ике яҡты ла ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙе тикшергән. АҠШ ғәскәрҙәренең Тайвань биләмәһенән сығарылыуы һәм уны Ҡытай Халыҡ Республикаһының өлөшө тип таныуы мөнәсәбәттәрҙең йылыныуының төп шарты булып торған. USC US-China Institute институты (Көньяҡ Калифорния университеты филиалы) был сәфәргә һәм яҡынса ике йыллыҡ һөйләшеүҙәргә ҡағылышлы документтарҙың йыйған һәм,серен асып, баҫтырып сығарған[39].
Сәфәре менән, Киссинджер АҠШ һәм Ҡытай араһында асыҡтан-асыҡ аралашыуға башланғыс һала. 1971 йылдың 15 июлендә Никсон NBC телеканалына Ҡытайға барырға теләүе һәм Ҡытай яғы уны 1972 йылдың майына тиклем ҡабул итергә риза булыуын белдерә. 1971 йылдың 20 октябрендә Киссинджер президент ярҙамсыһы урынбаҫары Дуайт Чапин менән бергә Ҡытайға тағы бер сәйәхәт ҡыла, уның барышында Никсондың визитының шарттары һәм датаһы, ошо осрашыу барышында тикшерергә кәрәк булған төп мәсьәләләр (Тайвань мәсьәләһе, Вьетнамдағы һуғыш, Корея ярымутрауындағы тотороҡһоҙлоҡ, Япония менән мөнәсәбәттәр) тикшерелә. Визит датаһы итеп 1972 йылдың 21 феврале һайлана. 1972 йылдың ғинуар-февралендә, Никсондың сәфәрен ентекләберәк планлаштырыу һәм әҙерләү маҡсатында, Александр Хейг, Дуайт Чапин һәм Аҡ Йорттоң Башҡарма офисы директоры Рональд Уолкер Ҡытайға тағы килгән.
1972 йылдың 21-28 февралендә Никсон Ҡытайға килгән. Был Америка Ҡушма Штаттары Президентының Ҡытайға тәүге тапҡыр килеүе була. Никсон делегацияһына репортёрҙар индерелә, сәфәр Америка һәм Ҡытай киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртылған. Һөйләшеүҙәр барышында Никсон Тайванды Ҡытай биләмәһе тип таныған һәм төбәктә «көсөргәнеш кәмей» башлағаһа, унан ғәскәрҙәрҙе сығарырға вәғәҙә биргән. Шулай уҡ Никсон Чжоу Эньлай менән Корея мәсьәләһен, Вьетнамдағы һуғышты, ике тиҫтә йыл ҡытай төрмәһендә ултырған ЦРУ агенты Джон Дауниҙы азат итеүҙе, Ҡытай менән сауҙа менән алмашыуҙы (ҡытай яғының тәҡдиме менән) башлауҙы һәм башҡа мәсьәләләрҙе ҡарай. Киссинджер был сәфәр барышында Е Цзяньин (ул саҡта Үҙәк хәрби комиссия рәйесе урынбаҫары) һәм Цяо Гуаньхуа (Ҡытайҙың сит ил эштәре министры) менән осрашып, улар менән Тайвань мәсьәләһен, Һиндостан-Пакистан һуғышын һәм илдәр араһындағы сауҙа мөнәсәбәттәрен тикшерҙе. Визиттың артабанғы көндәрендә Киссинджер Тайвань мәсьәләһен еренә еткереү, рәсми ғариза тексын төҙөү, шулай уҡ Ҡытайға Совет ҡораллы көстәре тураһында мәғлүмәтте биреү өсөн, Цяо Гуаньхуа менән тағы бер нисә тапҡыр осраша. USC US-China Institute институты шулай уҡ был сәфәргә һәм уны алдан әҙерләүгә ҡараған документтарҙы йыйған һәм баҫтырып сығарған[40].
Никсондың визиты, 22 йыллыҡ дошманлыҡтан һуң, ике ил араһындағы дипломатик мөнәсәбәттәргә нигеҙ һалған һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияла көсөргәнеште кәметеүгә булышлыҡ иткән. Никсон үҙе, визитының һуңғы көнөндә, Шанхайҙа, шундай йомғаҡлау һүҙҙәре әйткән[41]:
Был — донъяны үҙгәрткән аҙна; рәсми белдереүҙә әйтелгәндәр, яҡын йылдарҙа беҙҙе айырған 16000 миль һәм 22 йыл буйына дошманлыҡта тороу ҡаршылығынан һуң, аралашыу күпере төҙөү эштәре менән сағыштырғанда, бик үк мөһим түгел. Һәм беҙ бөгөн әйткән һүҙҙәр - ошо күперҙе төҙөү ул.Оригинал текст (инг.)This was the week that changed the world, as what we have said in that Communique is not nearly as important as what we will do in the years ahead to build a bridge across 16,000 miles and 22 years of hostilities which have divided us in the past. And what we have said today is that we shall build that bridge.
Вьетнамда һуғыш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Икенсе Һинд-Ҡытай һуғышы тип аталған Һинд-Ҡытай биләмәһендәге хәрби конфликтҡа Киссинджер, президент Никсон тарафынан Милли именлек буйынса советнигы вазифаһына тәғәйенләнгәненә тиклем үк, йәлеп ителгәйне. Гарвардта саҡта уҡ, Киссинджер Аҡ йортҡа (Киссинджер унда Милли именлек советында, президент ҡарамағындағы консультатив органда эшләгән) тышҡы сәйәсәт буйынса консультант булып, шулай уҡ Американың Дәүләт департаментында ла эшләгән. 1965 йылдың авгусында Киссинджерҙың Сайгонда илсе булып эшләгән дуҫы Генри Кэбот кесе Лодж унан Вьетнамға үҙенең консультанты сифатында барыуын үтенгән[42]. Киссинджер 1965 йылдың октябрь-ноябрь айҙарында ике аҙнаға Вьетнамға, һуңынан 1966 йылдың июлендә тағы 10 көнгә, һәм өсөнсө тапҡыр, 1966 йылдың октябрендә, тағы бер нисә көнгә бара. Һуңғараҡ Киссинджер Вашингтон менән Ханой араһында тыныслыҡты тергеҙеү тураһында һөйләшеүҙәрҙә аралашсы була.
1968 йылда Никсон «почётлы тыныслыҡ» (ингл. «peace with honor») һәм Вьетнамда һуғышты туҡтатырға вәғәҙә биреп, президент итеп һайлана. Унда был ваҡытҡа ярты миллион Америка хәрбиҙәре булған һәм уларҙың һаны арта барған, 31 мең американ был ваҡытҡа һәләк булған[43][44]. Америка йәмғиәтендә киң тәнҡитләнгән һәм, тиҫтәләгән йылға һуҙылған интервенциянан һуң, мәғәнәһеҙ тип иҫәпләнгән һуғышты Никсон тамамларға тейеш булған. Әммә Никсон, Киссинджер һәм уларҙың яҡындары, ғәскәрҙәрҙе былай ғына сығарыу АҠШ-тың ышаныс кредитының ҡаҡшатыу, супер-державаның абруйын төшөрөү, һәм «аяҡ ялтыратты» тигән фекер тыуҙырыр, тип иҫәпләгән. Киссинджер үҙенең «Ending the Vietnam War…» китабында, был «домино эффектына»: совет һәм мосолман илдәренең хәрби операцияларына килтереү ихтималлығын раҫлаған[44]).
Артабанғы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2001 йылдың аҙағында 2,5 аҙна дауамында 2001 йылдың 11 сентябрендә булған Теракттарҙы тикшереү буйынса комиссияны етәкләй. Был вазифала Киссинджерҙы Томас Кин алмаштыра.
2007 йылдың 25 сентябрендә, Америка Ҡушма Штаттарының отставкалағы башҡа дәүләт секретарҙары менән бергә, әрмәндәр геноциды тураһындағы 106-сы резолюцияны ҡабул итмәүгә саҡырған хат яҙа[45].
2022 йылдың декабрендә Киссинджер Украинала хәрби хәрәкәттәрҙе тыныс юл менән көйләү вариантын, бәхәсле биләмәләрҙә халыҡ-ара күҙәтеү аҫтында ҡабаттан референдумдар уҙғарырға тәҡдим итте.[46]
2023 йылдың 29 ноябрендә 100 йәшендә вафат булды[47].
Шәхси ҡаҙаныштары һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1973 йылда Киссинджер Вьетнамдағы һуғышты тамамларға тейеш булған Париж килешеүенә өлгәшеүҙә үҙ роле өсөн Нобель премияһын алған.
2016 йылда Генри Киссинджер Рәсәй Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы итеп һайлана[48].
Киң мәғлүмәт сараларындағы образы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үҙенең сәйәси эшмәкәрлеге осоронда Киссинджер сағыу медиа фигураһы була, донъяуи тормошта ҡатнаша, ул осорҙағы билдәле актрисалар менән репортёрҙар тарафынан һынландырыла һ.б. Матбуғатта уны секс-символ һәм Генри-Үбеү (Henry the Kiss) тип атайҙар[49]. 2012 йылда Дмитрий Борщ һүрәтләгән Киссинджер портреты Нью-Йорк университетында, Де Поль университетында, Мес Сәнғәт үҙәгендә, Брехт-форумда, Мәҙәниәт һәм фән һарайында күрһәтелгән һәм Америка Милли портрет галереяһының Америка портреттары каталогына индерелгән[50][51][52][53].
Ябыҡ клубтарҙа һәм йәмәғәт ойошмаларында ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күп йылдар дауамында глобалист Бильдерберг клубы эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан.
Баһаламалар, тәнҡит һәм ғәйепләүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уның фигураһын һул, либералдар һәм пацифистар ҙа, һалҡын һуғыш «ҡарсығалары» ла тәнҡит утына тотҡан.
XX быуат аҙағында, Никсон һәм Форд хакимиәттәренең материалдарын асҡандан һуң, Киссинджер (АҠШ-та ла, сит илдәрҙә лә) журналистар һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар араһында бер нисә тапҡыр Чили һәм Аргентина хәрби хунталары енәйәттәренә («Кондор» операцияһы) ҡатнашлығы булыуҙа ғәйепләнә. Испания суды уны хатта шаһит сифатында саҡырған, ләкин был саҡырыуҙы Дәүләт департаменты кире ҡаҡҡан.
Шулай уҡ грек һәм америка журналистары һәм сәйәсмәндәре тарафынан Киссинджер 1974 йылда Кипрға Төркиәнең баҫып инеүенә ғәмәли ярҙам итеүҙә һәм һуңынан утрауҙың төньяғын төрөктәрҙең этник таҙартыуында һәм баҫып алыуында ғәйепләнә.
2001 йылда, «Кондор» операцияһын үткәреүгә ҡыҫылышы булыуында ғәйепләп, бер нисә хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы Киссинджерға дәғүә белдерә. Енәйәт тикшереүе алып барыусы Аргентина судьяһы Киссинджерҙың потенциаль шик аҫтындағы кеше һәм хатта яуап биреүсе булыуын белдерә. Киссинджер тәфтишсегә һорау алыуға саҡырғандан һуң, тиҙ арала Франциянан киткән һәм Бразилияға барыуҙан баш тартҡан. Америка Ҡушма Штаттары Халыҡ-ара енәйәт трибуналында ҡатнашыуҙан баш тартҡан[54].
2015 йылда Foreign Policy журналы үткәргән халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге белгестәрҙең һорауҙарына яуап биреү барышында Генри Киссинджер һуңғы 50 йылда Америка Ҡушма Штаттарының иң һөҙөмтәле дәүләт секретары булараҡ иң күп тауыш (32 %) йыйған[55][56].
2022 йылдың 26 майында Давоста үткән Бөтә донъя иҡтисади форумында Киссинджер Украинаға ҡайһы бер юл ҡуйыу юлы менән Рәсәйгә биләмәләрен бирергә кәңәш итә[57], чем вызвал волну критики в свой адрес от президента Украины Владимира Зеленского и ряда украинских чиновников[58].
Америка сәйәсәте ветераны Киссинджер менән күп тапҡыр шәхсән аралашҡан Владимир Путиндың баһаһы буйынса, ул — «танылған дипломат һәм алдан күрә белеүсе дәүләт эшмәкәре», прагматик тышҡы сәйәси линия Киссинджерҙың исеме менән бәйле, уның ярҙамында халыҡ-ара көсөргәнешлекте йомшартыуға һәм мөһим совет-америка килешеүҙәренә өлгәшергә мөмкинлек асылды[59].
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мемуарҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1979. White House Years. — ISBN 0-316-49661-8.
- 1982. Years of Upheaval. — ISBN 0-316-28591-9.
- 1999. Years of Renewal. — ISBN 0-684-85571-2.
Дәүләт сәйәсәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1957. A World Restored: Metternich, Castlereagh and the Problems of Peace, 1812-22. — ISBN 0-395-17229-2 (1973 edition).
- 1957. Nuclear Weapons and Foreign Policy. — ISBN 0-86531-745-3 (1984 edition).
- 1961. The Necessity for Choice: Prospects of American Foreign Policy. — ISBN 0-06-012410-5.
- 1965. The Troubled Partnership: A Re-Appraisal of the Atlantic Alliance. — ISBN 0-07-034895-2.
- 1969. American Foreign Policy: Three essays. — ISBN 0-297-17933-0.
- 1981. For the Record: Selected Statements 1977—1980. — ISBN 0-316-49663-4.
- 1985 Observations: Selected Speeches and Essays 1982—1984. — ISBN 0-316-49664-2.
- 1994. Diplomacy. — ISBN 0-671-65991-X.
- 1999. Kissinger Transcripts: The Top Secret Talks With Beijing and Moscow (Henry Kissinger, William Burr). — ISBN 1-56584-480-7.
- 2001. Does America Need a Foreign Policy?: Toward a Diplomacy for the 21st Century. — ISBN 0-684-85567-4.
- 2002. Vietnam: A Personal History of America’s Involvement in and Extrication from the Vietnam War. — ISBN 0-7432-1916-3.
- 2003. Ending the Vietnam War : A History of America’s Involvement in and Extrication from the Vietnam War. — ISBN 978-0-7432-1532-9.
- 2003. Crisis: The Anatomy of Two Major Foreign Policy Crises: Based on the Record of Henry Kissinger’s Hitherto Secret Telephone Conversations. — ISBN 0-7432-4910-0.
- 2011. On China (New York: Penguin Press, 2011). — ISBN 978-1-59420-271-1.
- 2014. World Order (New York: Penguin Press, September 9, 2014). — ISBN 978-1-59420-614-6.
- Урыҫ теленә тәржемәләр
- Ядерное оружие и внешняя политика. — М.: Издательство иностранной литературы, 1959. — 511 с.
- Восстановленный мировой порядок. — М.: Прогресс, 1973. — 30 с. Рассылается по спец. списку.
- Дипломатия. — М.: Ладомир, 1997.
- Нужна ли Америке внешняя политика? — М.: Ладомир, 2002. — ISBN 5-86218-405-8.
- Пределы универсализма: О консерватизме Бёрка Архивная копия от 19 октябрь 2012 на Wayback Machine // Россия в глобальной политике. — 2012. — № 4.
- Мировой порядок. — М.: АСТ, 2018. — ISBN 978-5-17-111098-7.
- О Китае. — М.: АСТ, 2020. — 768 с. — ISBN 978-5-17-120624-6.
- Генри Киссинджер, Эрик Шмидт, Дэниэл Хоттенлокер. Искусственный разум и новая эра человечества. — М.: Альпина ПРО, 2022. — 200 с. — ISBN 978-5-907534-65-0.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сығанаҡтар
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #11856255X // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 de Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
- ↑ Варвара Жлуктенко. Страсти по Киссинджеру . День (23 ғинуар 2002). Дата обращения: 2 февраль 2012. Архивировано 3 июнь 2012 года.
- ↑ Posner, p. 209
- ↑ Алексей Цветков. Суверенный иммунитет . // svoboda.org. Радио «Свобода» (6 февраль 2001). — «<…> в строжайшем секрете проводилась дипломатическая кампания по установлению перемирия и прекращению бомбардировок с тем, чтобы можно было начать в Париже мирные переговоры между Северным и Южным Вьетнамом. Однако, за три дня до выборов президент Южного Вьетнама Тхиеу отказался от переговоров, и война продолжалась ещё 4 года.» Дата обращения: 9 февраль 2021. Архивировано 9 февраль 2021 года.
- ↑ Kissinger Honored with Peace Award (ингл.). Munich Security Conference (2009). Дата обращения: 30 июнь 2011. Архивировано 17 февраль 2012 года.
- ↑ В. Путин поздравил Г. Киссинджера со званием доктора Дипакадемии РФ . Дата обращения: 30 октябрь 2013. Архивировано из оригинала 30 октябрь 2013 года.
- ↑ Die Kissingers in Bad Kissingen (нем.), Bayerischer Rundfunk (2. Juni 2005). 3 февраль 2007 тикшерелгән.
- ↑ 9,0 9,1 Найал Фергюсон. Еврейский ключ к Генри Киссинджеру . ИноСМИ.ру (13 июнь 2008). Дата обращения: 1 июль 2011. Архивировано 17 февраль 2012 года.
- ↑ 10,0 10,1 Isaacson, 2005, p. 37
- ↑ Bygone Days: Complex Jew. Inside Kissinger's soul (ингл.). Jerusalem Post. Дата обращения: 4 сентябрь 2008. Архивировано 17 февраль 2012 года.
- ↑ Isaacson, 2005, p. 38
- ↑ Henry Kissinger (ингл.). History. BBC. Дата обращения: 4 июль 2011. Архивировано 17 февраль 2012 года.
- ↑ 14,0 14,1 14,2 14,3 14,4 14,5 Theodore Draper. Little Heinz And Big Henry (ингл.). The New York Times (6 сентябрь 1992). Дата обращения: 14 февраль 2012. Архивировано 5 июнь 2002 года.
- ↑ Isaacson, 2005, pp. 39—48
- ↑ Isaacson, 2005, p. 48
- ↑ Isaacson, 2005, p. 49
- ↑ Isaacson, 2005, p. 53
- ↑ Isaacson, 2005, p. 55
- ↑ Henry Kissinger at Large, Part One Архивная копия от 28 июнь 2011 на Wayback Machine. PBS. January 29, 2004
- ↑ 21,0 21,1 21,2 21,3 21,4 21,5 21,6 21,7 21,8 Henry Kissinger — Biography (ингл.). The Nobel Foundation (1973). Дата обращения: 4 май 2012. Архивировано 3 июнь 2012 года.
- ↑ Kissinger Returns (ингл.). Harvard Magazine (апрель 2012). Дата обращения: 3 май 2012. Архивировано 3 июнь 2012 года.
- ↑ Suri, 2007, p. 29
- ↑ Suri, 2007, pp. 117—120
- ↑ Suri, 2007, pp. 121—122
- ↑ Suri, 2007, pp. 130—132
- ↑ Suri, 2007, pp. 187—188
- ↑ Suri, 2007, pp. 164—165
- ↑ Suri, 2007, p. 201
- ↑ Rothbard, Murray N. Why The War? The Kuwait Connection (ингл.). lewrockwell.com (май 1991). Дата обращения: 16 май 2012. Архивировано 3 июнь 2012 года.
- ↑ Lenta.ru, 30 ноября 2023. Умер Генри Киссинджер. Как еврейский беженец из Германии определял стратегию холодной войны и внешнюю политику США?
- ↑ Коммерсантъ, 30 ноября 2023. Краткая биография бывшего госсекретаря США Генри Киссинджера
- ↑ 33,0 33,1 History of the National Security Council 1947-1997 (ингл.). Office of the Historian, U.S. Department of State (август 1997). Дата обращения: 17 май 2012. Архивировано 3 июнь 2012 года.
- ↑ Дегтярев А.В. Дипломатическая Подготовка Визита Р.М. Никсона В КНР В 1972 Г. — Автореферат диссертации. — Томск: Позитив-НБ, 2010. — 100 экз. Архивировано 20 ноябрь 2021 года.
- ↑ Suri, 2007, p. 194
- ↑ Wise, David. The Secret Committee Called ‘40’ (19 ғинуар 1975). 22 сентябрь 2020 тикшерелгән.
- ↑ Nixon-Ford Administrations (ингл.). The Office of the Historian. Bureau of Public Affairs. United States Department of State. Дата обращения: 24 август 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года.
- ↑ Volume XIII, Soviet Union, October 1970–October 1971. Press Release. (ингл.). Foreign Relations of the United States, 1969–1976,. The Office of the Historian. Bureau of Public Affairs. United States Department of State. Дата обращения: 24 август 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года.
- ↑ Clayton Dube. Getting to Beijing: Henry Kissinger's Secret 1971 Trip (ингл.). USC US-China Institute (21 июль 2011). Дата обращения: 9 июнь 2012. Архивировано 26 июнь 2012 года.
- ↑ Clayton Dube. Getting to Know You -- The US and China Shake the World, 1971-1972 (ингл.). USC US-China Institute (21 февраль 2012). Дата обращения: 9 июнь 2012. Архивировано 26 июнь 2012 года.
- ↑ Nixon Goes to China (ингл.). Year in Review. 1972 Year in Review. United Press International (1972). Дата обращения: 9 июнь 2012. Архивировано 26 июнь 2012 года.
- ↑ Kissinger, Henry A. White House Years (инг.). Boston: Little, Brown & co., 1979. — pp. 231-32
- ↑ Suri, 2007, p. 211
- ↑ 44,0 44,1 Evan Thomas. Why Were We in Vietnam? He'll Tell You (ингл.). The New York Times (23 март 2003). Дата обращения: 28 август 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года.
- ↑ Letter from the Former Secretaries of State Архивная копия от 30 октябрь 2007 на Wayback Machine (инг.)
- ↑ В Кремле заинтересовались идеями Киссинджера по урегулированию конфликта на Украине . Коммерсантъ (16 декабрь 2022). Дата обращения: 16 декабрь 2022. Архивировано 24 декабрь 2022 года.
- ↑ Бывший госсекретарь США Киссинджер скончался в возрасте 100 лет . Интерфакс (30 ноябрь 2023). Дата обращения: 30 ноябрь 2023.
- ↑ Экс-глава Госдепартамента США стал академиком РАН . Дата обращения: 29 октябрь 2016. Архивировано 29 октябрь 2016 года.
- ↑ Caroline Frost. Henry Kissinger: Profile Архивная копия от 16 ғинуар 2009 на Wayback Machine // BBC
- ↑ Dmitry Borshch, Catalog of American Portraits (CAP), National Portrait Gallery, Smithsonian Institution . Дата обращения: 27 апрель 2017. Архивировано 27 апрель 2017 года.
- ↑ Henry Kissinger is 90, Russian American Cultural Center on Artsy . Дата обращения: 15 август 2018. Архивировано 15 август 2018 года.
- ↑ Doctor Kissinger, Russian American Cultural Center on Pictify . Дата обращения: 15 август 2018. Архивировано 15 август 2018 года.
- ↑ Iconography: Ten Portraits, Russian American Cultural Center on ArtDiscover . Дата обращения: 7 май 2018. Архивировано 7 май 2018 года.
- ↑ Жигалкин Ю. Судебные иски к Генри Киссинджеру: Нью-Йорк Архивная копия от 11 ноябрь 2021 на Wayback Machine // Радио Свобода. — 2002. — 29 марта.
- ↑ The Best International Relations Schools in the World Архивная копия от 29 июль 2015 на Wayback Machine (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2015)
- ↑ Опрос: Джон Керри признан худшим госсекретарём США за 50 лет . Дата обращения: 6 февраль 2015. Архивировано 6 февраль 2015 года.
- ↑ Киссинджер призвал Киев пойти на уступки в переговорах с Москвой . Дата обращения: 24 май 2022. Архивировано 26 май 2022 года.
- ↑ Подоляк ответил на призыв Киссинджера к Украине о переговорах с РФ . Дата обращения: 25 май 2022. Архивировано 26 май 2022 года.
- ↑ Коммерсантъ, 30 ноября 2023. Путин выразил соболезнования в связи со смертью экс-госсекретаря США Киссинджера
- Комментарийҙар
- ↑ Лауреат Нобелевской премии мира 1973 за завершение Парижских переговоров об окончании войны во Вьетнаме в 1972—1973 (вместе с Ле Дык Тхо — представителем Северного Вьетнама).
- ↑ Согласно Jeremi Suri, до 1959 года Киссинджер не являлся членом преподавательского состава, но, участвуя в многих программах и семинарах, был значительной фигурой в кампусе
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хазин М. Л., Щеглов С. И. Лестница в небо: Диалоги о власти, карьере и мировой элите. — М.: Рипол-классик, 2016. — С. 146—155. — 624 с. — (PRO власть). — 4,000 экз. — ISBN 978-5-386-09312-9.
- 2003. Posner, Richard A., Public intellectuals: a study of decline: with a new preface and epilogue, Harvard University Press, ISBN 0-674-01246-1
Биографиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1973. Graubard, Stephen Richards, Kissinger: Portrait of a Mind. ISBN 0-393-05481-0
- 1974. Kalb, Marvin L. and Kalb, Bernard, Kissenger, ISBN 0-316-48221-8
- 1974. Schlafly, Phyllis, Kissinger on the Couch. Arlington House Publishers. ISBN 0-87000-216-3
- 1983. Hersh, Seymour, The Price of Power: Kissinger in the Nixon White House, Summit Books. ISBN 0-671-50688-9. (Awards: National Book Critics Circle, General Non-Fiction Award. Best Book of the Year: New York Times Book Review; Newsweek; San Francisco Chronicle)
- 2004. Hanhimäki, Jussi. The Flawed Architect: Henry Kissinger and American Foreign Policy. ISBN 0-19-517221-3
- 2007. Kurz, Evi. Die Kissinger-Saga. ISBN 978-3-940405-70-8
- 2009. Kurz, Evi. The Kissinger-Saga — Walter and Henry Kissinger. Two Brothers from Fuerth, Germany. London. Weidenfeld & Nicolson. ISBN 978-0-297-85675-7.
- Isaacson, Walter. Kissinger: A Biography. — New York: Simon & Schuster, 2005. — 896 p. — ISBN 978-0743286978.
- Suri, Jeremi. Henry Kissinger and the American Century. — Harvard University Press, 2007. — 358 p. — ISBN 978-0674025790.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Администрация Никсона-Форда (коллекция документов) 2012 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған. (инг.). Офис Историка, Бюро общественных дел, Государственный Департамент США.
- СССР ТВ Советские передачи с упоминанием Киссинджера на портале советского телевидения
- Генри Киссинджер. Как завершается эпоха Просвещения. С философской и интеллектуальной точки зрения общество не готово к наступлению искусственного интеллекта // журнал «Россия в глобальной политике», 10.07.2018
- Генри Киссинджер. Пределы универсализма. О консерватизме Бёрка // журнал «Россия в глобальной политике», 04.09.2012
- Генри Киссинджер. Будущее американо-китайских отношений. Конфликт — это выбор, а не необходимость // журнал «Россия в глобальной политике», 03.05.2012
Ҡалып:Государственные секретари США Ҡалып:Кабинет Ричарда Никсона Ҡалып:Кабинет Джеральда Форда Ҡалып:Советники президента США по национальной безопасности Ҡалып:Нобелевская премия мира 1951—1975 Ҡалып:Человек года (по версии журнала Тайм) 1951—1975
- 27 майҙа тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- Германияла тыуғандар
- 29 ноябрҙә вафат булғандар
- 2023 йылда вафат булғандар
- Гарвард университетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Президент Азатлыҡ миҙалы менән наградланыусылар
- Бронза йондоҙо менән бүләкләнгәндәр (АҠШ)
- Кавалеры Большого креста ордена Томаша Гаррига Масарика
- Британия империяһы ордены Рыцарь-Командорҙары
- Изге Михаил һәм Изге Георгий ордены кавалерҙары
- Польша Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн орденының ҙур тәреһе кавалерҙары
- «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Ҙур тәре кавалерҙары
- «Германия Федератив Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалерҙары
- «Баден-Вюртемберг ере ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалерҙары
- ІІІ дәрәжә "Ҡаҙаныштар өсөн" ордены кавалерҙары
- Президент миҙалы (Израиль) менән наградланыусылар
- Баварияның «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- АҠШ дәүләт секретарҙары
- АҠШ президентының милли именлек буйынса кәңәшселәре
- Нью-Йорк Ҡала колледжын тамамлаусылар
- Шәхестәр:Һалҡын һуғыш
- Ричард Никсон кабинеты
- Джеральд Форд кабинеты
- Нобель премияһы лауреаттары
- АҠШ-тан Нобель премияһы лауреаттары
- Вьетнам һуғышы шәхестәре
- Бөйөк Карл исемендәге халыҡ-ара премияһы лауреаттары
- Рәсәй Фәндәр Академияһының сит ил ағзалары
- Икенсе донъя һуғышы ҡатнашыусылары (АҠШ)
- Совет-америка мөнәсәбәттәре
- XX быуат АҠШ сәйәсмәндәре
- XXI быуат АҠШ сәйәсмәндәре
- Германиянан АҠШ-ҡа иммиграцияланғандар
- Шәхестәр:Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет
- АҠШ йөҙйәшәрҙәре