Комлев Пётр Александрович

Биографияһы

Комлев Пётр Александрович 1921 йылдың 4 июлендә Башҡорт АССР-ы Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Воскресенский (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Воскресенка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

Ете класты тамамлағас, 1935 йылда әсәһе менән баш ҡалаға — Өфөгә күсә. 1-се тимер юл училищеһын тамамлай, Өфө паровоздар ремонтлау заводында электрик (рус.)баш. булып эшләй. 1939 йылда хеҙмәтенән айырылмай Өфө аэроклубын тамамлай[2].

1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация летчиктар мәктәбен тамамлай. 1943 йылдың июленән Бөйөк Ватан һуғышы фронтында[1].

1944 йылдың октябрь урталарына ВКП(б) ағзалығына кандидат Пётр Комлев иҫәбендә 120 хәрби осош була. Ер өҫтө ғәскәрҙәренең хәрби хәрәкәтенә ярҙам итеп, ул штурм һөжүме менән дошмандың тере көсөн һәм хәрби техникаһын юҡ итә[2].

1-се Балтик буйы фронты 3-сө һауа армияһы 7-се штурмлау авиация (рус.)баш. корпусының 289-сы штурмлау авиация дивизияһы 686-сы штурм авиация полкының звено командиры өлкән лейтенант Пётр Комлев Курляндия ярымутаруын (Балтика) азат итеү алыштарының береһендә 1945 йылдың 20 февралендә һәләк була[3][4].

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралендәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм батырлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәткән өсөн өлкән лейтенант Пётр Комлев үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[5].

Батырлығы

114 хәрби осош ваҡытында Пётр Комлев 42 тонна фугас авиабомбаһы, 34800 снаряд ташлай, 97 000 патрон тотона. Шәхсән үҙе дошмандың 11 танкыһын, 63 автомашинаһын, 34 атлы арбаһын, 9 яғыулыҡ цистернаһын (рус.)баш., 4 боеприпас складын шартлата, 27 зенит артиллерияһы батареяһы һәм 14 бәләкәй зенит артиллерияһы утын баҫтыра, башҡа бик күп техникаһын ҡыйрата. 250 самаһы гитлерсыны юҡ итә[2].

Латвияла, Эзер ҡасабаһында ерләнгән[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Пётр Александрович Ко́млевтың исеме Башҡортостан Республикаһы Благовещен районы муниципаль районы Благовещен ҡалаһының 3-сө дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[7][8];
  • Советтар Союзы Геройы Пётр Комлевтың исемен Өфө ҡалаһының Ленин районындағы бер урам йөрөтә (элекке Таулы урамы);
  • Герой исеме Өфө аэроклубының һәм Өфө тепловоз ремонтлау заводының мемориаль таҡтаташына индерелгән;
  • Пётр Комлевҡа Благовещен ҡалаһында бюст ҡуйылған (2000)[1];
  • Геройға арналған материалдар Өфө дәүләт профессиональ-педагогия колледжының музейында тупланған, элек был бинала Пётр Комлев тамамлаған тимер юл училищеһы булған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Комлев Пётр Александрович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026.
  2. 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Комлев Пётр Александрович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2026)
  4. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2026)
  5. Комлев Пётр Александрович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)
  6. Надгробный памятник в Эзере(рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2026)
  7. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)
  8. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)

Һылтанмалар