Криворотов Михаил Павлович
Михаил Павлович Криворо́тов (1920 йылдың 10 сентябре, Яңы Константиновка, Мирный ауыл советы — 1943 йылдың 18 феврале) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танк полкының өлкән механик-водителе, лейтенант (1942). Советтар Союзы Геройы (1941).
Биографияһы
Криворотов Михаил Павлович 1920 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Благовар районы, Яңы Константиновка ауылында тыуған. Урыҫ. Ете класс тамамлаған. Һуғышҡа тиклем Башцик исемендәге совхозда комбайнсы булып эшләй[1].
1940 йылда Благовар район хәрби комисариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1941 йылдың июнь айынан[2].
Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 21-се армияһы 1-се танк бригадаһы 1-се танк полкының өлкән механик-водителе М. П. Криворотов Украина ССР-ының Сумы өлкәһе Штеповка ауылы эргәһендәге һуғышта айырыуса батырлыҡ күрһәтә[2].
1943 йылдың 18 февралендә Әстерхан ҡалаһында урынлашҡан госпиталдә вафат була, ошо ҡалала ерләнә[2].
Батырлығы
«1941 йылдың 1 октябрендә, — тип билдәләнә бүләкләү ҡағыҙында, — М. П. Криворотов танкыһы менән дошманға ете тапҡыр һөжүм итә, ут нөктәләрен табып, танк орудиеһының утын корректировкалай һәм танкыһын сәпкә йүнәлтә. Дошмандың бер танкыға ҡаршы орудиеһын, биш эре калибрлы пулеметын, ике миномет батареяһын юҡ итә, бер нисә автомашинаһын тапата.
Һуңғы атака барышында артиллерия снаряды эләгеп, танк янып китә, экипаж ағзалары һәләк була. Яраланған М. П. Криворотов дөрләп янған танкыны дошман артиллерия батареяһына йүнәлтә. Батарея янында танк шартлай, дошман орудиелары юҡ ителә. Шартлауға тиклем бер нисә секунд алда М. П. Криворотов танкынан сығып өлгөрә».
1941 йылдың 20 ноябрендә Михаил Криворотовҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (20.11.1941);
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (20.11.1941);
- Ленин ордены (20.11.1941).
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-сө Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Криворотов Михаил Павловичтың исеме Башҡортостан Республикаһы Благовар районы муниципаль районының Троицкий ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ И. Ғ. Кәримова. Криворотов Михаил Павлович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (18 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 3 Астраханский музей боевой славы. Криворотов Михаил Павлович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Несокрушимый. — Өфө, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы Криворотов Михаил Павлович (баш.) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2026).
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Криворотов Михаил Павлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2026).
- Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Криворотов Михаил Павлович (Тикшерелеү көнө: 2 март 2026).
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Криворотов Михаил Павлович (Тикшерелеү көнө: 2 март 2026).
- Республиканский музей Боевой Славы: Криворотов Михаил Павлович (Тикшерелеү көнө: 2 март 2026).