Ямаева Лариса Әсхәт ҡыҙы

Лариса Әсхәт ҡыҙы Ямаева (1955 йылдың 7 ноябре, Улан-Удэ2022 йылдың 5 ғинуары, Өфө) — тарихсы-ғалим, Рәсәй Империяһы мосолмандары һәм төбәктең ислам тарихын өйрәнеүсе. 2015—2022 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡ тикшеренеүҙәре институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (2004).

Биографияһы

Лариса Әсхәт ҡыҙы Ямаева 1955 йылдың 7 ноябрендә Бүрәт-Монгол АССР-ының (хәҙерге Бүрәт Республикаһының) баш ҡалаһы Улан-Удэлә Совет Армияһының хәрби хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуған.

1974 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында лаборант булып эшләй башлай һәм бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты тарих факультетының киске бүлегендә уҡый, уны 1979 йылда тамамлай[2].

1978—1980 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалының ВЛКСМ комитеты секретары була. 1977 йылдан КПСС ағзаһы.

1982—1983 һәм 1987—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты[3] ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент вазифаларында эшләй.

1986 йылда, кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһын тамамлай[2].

2004 йылда «тарих фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[2]

1994—2003 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр. 2003 йылдан Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар университетының Ватан тарихы кафедраһы мөдире, 2005 йылдан — тарих һәм хоҡуҡ факультеты деканы.

2006 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 2008 йылдан — бүлек мөдире һәм әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр.

2015 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡ тикшеренеүҙәре институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре.

Ғалим оҙайлы һәм ҡаты ауырыуҙан 2022 йылдың 5 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат булды[4].

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни тикшеренеүҙәре ХХ быуат башындағы Рәсәй империяһы мосолмандарының сәйәси тарихына, башҡорттарҙа ислам диненең таралыу үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә бағышланған. 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы[5].

1986 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 2003 йылда Ырымбур дәүләт университетында «Либеральное общественно-политическое движение российских мусульман в начале XX в.» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[6].

Ғилми хеҙмәттәре[2]

Өҫтәмә мәғлүмәт