Латипова Земфира Үзбәк ҡыҙы
Земфира Үзбәк ҡыҙы Латипова (рус. Латыпова Земфира Узбековна; 1955 йылдың 26 феврале, Ярмунса, Башҡорт АССР-ы — 2021 йылдың 24 ноябре, Өфө) — Рәсәй хоҡуҡ белгесе, беренсе класлы судья. 1988 йылдан Башҡортостан Республикаһы Юғары суды судьяһы, 2019 йылдың апреленән — Башҡортостан Республикаһы Юғары суды рәйесе. Судьяларҙың IX Бөтә Рәсәй съезы делегаты (2016). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, II дәрәжә «РФ суд системаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Биографияһы
Земфира Үзбәк ҡыҙы Латипова 1955 йылдың 26 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ярмунса ауылында тыуған. Тәфтишсе һөнәре уның бала саҡтан уҡ хыялы була. Мәктәптә уҡыған йылдарында детективтар менән мауыға, яратҡан әҫәре — «Шерлок Холмс тураһында яҙмалар». Шулай уҡ мәктәптә Рәсәй тарихы менән ҡыҙыҡһына[1].
Мәктәпте тамамлағандан һуң Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетына (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университеты) уҡырға инә. Уҡыуын 1978 йылда «Хоҡуҡ белгесе» һөнәре буйынса тамамлай[2].
1982 йылдан Башҡортостан Республикаһының суд системаһында эшләй башлай.
Карьераһы
Земфира Үзбәк ҡыҙы Латипова университеттың юридик факультетында уҡыған ваҡытта уҡ комсомол линияһы буйынса әүҙем эш алып бара. Уның беренсе вазифаһы — халыҡ судьяһы.
Юғары квалификациялы юрист Земфира Үзбәк ҡыҙы 39 йылдан ашыу суд системаһында эшләй[3]:
- 1982—1987 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы район халыҡ суды судьяһы вазифаһын башҡара[3];
- 1987—1988 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Орджоникидзе район халыҡ суды судьяһы булып эшләй[3];
- 1988 йылда Башҡортостан Республикаһы Юғары суды судьяһы була[4];
- 1996—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы судьяларҙың квалификация коллегияһы ағзаһы[5];
- 2009 йылда республиканың Юғары суды рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, енәйәти суд эштәрен башҡарыу өсөн яуап бирә[1];
- 2018 йылдың сентябренән, Башҡортостан Юғары судының элекке рәйесе Михаил Тарасенконың икенсе эшкә күсеүе сәбәпле, Юғары суд рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы була[1];
- Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2019 йылдың 15 апрелендәге № 171 указы менән Башҡортостандың Юғары суды рәйесе итеп тәғәйенләнә[5].
2016 йылда Земфира Үзбәк ҡыҙы Латипова IX Бөтә Рәсәй судьялар съезында делегат функцияһын башҡара. 2010 йылда ул масштаблы проекттың кураторы итеп тәғәйенләнә, уның маҡсаты — Башҡортостан судтарында ювеналь юстиция структураһының айырым элементтарын суд производствоһына этаплап индереү. Даими докладтар менән сығыш яһай, тематик конференцияларҙа, кәңәшмәләрҙә ҡатнаша. Земфира Латипова Башҡортостан Республикаһында присяжныйҙар институтын булдырыуҙа туранан-тура ҡатнаша[1].
2021 йылдың 24 ноябрендә төндә Земфира Үзбәк ҡыҙы Латипова коронавирус инфекцияһынан һуң килгән өҙлөгөүҙәр арҡаһында 66-сы йәшендә вафат була. Ул бер айға яҡын сир менән көрәшкән, республика клиник дауаханаһында № 2 дауаланған[1][4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы[1];
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы[2];
- II дәрәжә «РФ суд системаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Башҡортостандың Юғары суды рәйесе Земфира Латипова вафат (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (24 ноябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Скончалась председатель Верховного суда Башкирии Земфира Латыпова. АиФ — Башкортостан (24 ноябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Своими словами: Земфира Латыпова. zasudili.ru (24 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ 1 2 Председатель ВС РБ скончалась после перенесенной коронавирусной инфекции. Legal Report (24 ноябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ 1 2 Латыпова Земфира Узбековна. Судьи России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
Һылтанмалар
- «Башҡортостандың Юғары суды рәйесе Земфира Латипова вафат» — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 24 ноябрь 2021 йыл (башҡортса)
- «Председатель ВС РБ скончалась после перенесенной коронавирусной инфекции» — Legal Report, 24 ноябрь 2021
- «Скончалась председатель Верховного суда Башкирии Земфира Латыпова» — АиФ — Башкортостан, 24 ноябрь 2021