Лида

Лида (бел. Ліда) — Беларустың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан ҡала. Гродно өлкәһенең эре сәнәғәт үҙәге һәм Лида районының административ үҙәге.

Ҡала Гродно өлкәһенең үҙәк өлөшөндә, автомобиль һәм тимер юл юлдары киҫешкән урында (МинскГродна һәм ВильнюсСлоним йүнәлештәре) урынлаша. Лиданан Польша сигенә тиклем — 120 км, Литва сигенә — 35 км, Гроднаға — 110 км, Вильнюсҡа — 100 км, Минскҡа — 164 км.

Халыҡ һаны — 103 262 кеше (2025 йылдың 1 ғинуарына).

Ҡалала билдәле Лида ҡәлғәһе урынлашҡан.

2023 йылда Лида 700 йыллығын билдәләне.

undefined
undefined

Атамаһы

В. А. Жучкевич фекеренсә, ҡала исеменең килеп сығышы балт (литва) телендәге lydimas — «Ҡырҡынды» тигән һүҙ менән бәйле. Е. Поспелов: ҡала исеме балт телендәге lyda — «урман ҡырҡылып, һөрөлгән ер» тигән һүҙҙән алынған, тип иҫәпләй.

Тарихы

1323 йыл: ҡала нигеҙләнгән йыл тип иҫәпләнә. Тарихсы Теодор Нарбут фекеренсә, ҡала 1180 йылда, Дайна кенәзлеге составына ингән осорҙа, нигеҙләнә.

1323 йылда ҡала халҡын татар барынтыларынан һәм тевтон ордены рыцарҙарынан һаҡлау маҡсатында, ике йылға — Лидея һәм хәҙерге ваҡытта юҡҡа сығып барған Каменка — ҡушылған урында, өйөлгән ҡалҡыулыҡта, Бөйөк Литва кенәзе Гедимин тарафынан Лида ҡәлғәһе нигеҙләнә. Ҡала Вилен воеводствоһының Лида поветы үҙәге булып тора.

Лида ҡалаһы, поветтың административ, хөкөм һәм сауҙа үҙәге булараҡ, 1566 йылда Бөйөк Литва кенәзлегендә үткәрелгән административ реформа һөҙөмтәһендә ойошторола. 1590 йылда ҡалаға Магдебург хоҡуғы бирелә, был хоҡуҡ 1640 йылда Владислав IV короле тарафынан раҫлана.

1795 йылда Лида ҡалаһы Речь Посполитаяны бүлеү һөҙөмтәһендә Рәсәй империяһы составына инә.

Беренсе донъя һуғышы осоронда, 1915 йылда, ҡала Германия ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына.

Совет-Поляк һуғышынан һуң, 1921 йылдағы Рига килешеүе һөҙөмтәһендә, Лида ҡалаһы Польша составына инә. Ул Новогруд воеводаһының составына керә һәм Лида уезының үҙәге була.

1920-се йылдар аҙағынан алып ҡалала сәнәғәт ныҡлы үҫеш ала. Уның уңышлы тимер юл киҫелешендә урынлашыуы һәм арзан эшсе көсө үҫешкә булышлыҡ итә. 1930 йылға Лида, элек сәнәғәт яғынан көслөрәк булған Слоним менән Барановичи ҡалаларын уҙып, Новогруд воеводаһының ҡалалары араһында сәнәғәт етештереүе буйынса алдынғы урынға сыға. 1930 йылда ҡалала 800 эшсе иҫәпләнә, шуларҙың өстән бер өлөшө 1928 йылда асылған «Ардаль» аяҡ кейеме фабрикаһында эшләй. 1935 йылға ул фабрика ҡаланың иң ҙур предприятиеһына әйләнә, унда 1000 самаһы кеше эшләй.

1938 йылға ҡалала 110 урам була.

1939 йылдың сентябрендә Лида ҡалаһы Белорус Совет Социалистик Республикаһы составына индерелә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1941 йылдың июненән алып 1944 йылдың июленә тиклем, ҡала немец оккупацияһы аҫтында була.

2004 йылдың 9 февралендә Лида ҡалаһы менән Лида районы берләштерелеп, Лида районы ойошторола, уның административ үҙәге итеп Лида ҡалаһы билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта Лида ҡалаһы өлкә ҡарамағындағы ҡала статусын юғалта.

Климаты

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 11,5 14,8 19,7 28,5 31,5 32,5 35,2 35,3 34,1 26,4 17,0 11,1 35,3
Уртаса максимум, °C −1,7 −0,6 4,7 12,5 19,0 21,6 23,8 23,2 17,5 10,8 4,1 −0,2 11,2
Уртаса температура, °C −4,5 −3,8 0,7 7,5 13,2 16,2 18,5 17,6 12,6 7,1 1,7 −2,5 7,0
Уртаса минимум, °C −7,2 −6,9 −3,3 2,4 7,4 10,8 13,1 12,0 7,7 3,4 −0,8 −4,7 2,8
Абсолют минимум, °C −30,7 −29,9 −24,7 −7,3 −4 1,0 1,3 3,7 −2,9 −8,1 −19,2 −29,4 −30,7
Яуым-төшөм нормаһы, мм 44,6 40,1 44,0 35,4 67,7 69,6 83,9 85,0 63,8 53,6 43,8 50,7 682,2
Сығанаҡ: Погода и климат Лиды

Халыҡ һаны

1897 йылда ҡалала 9323 кешенең 5294-е йәһүд милләтле булған (йәғни халыҡтың 57 %); 1939 йылда йәһүдтәр һаны 5419 кеше. Оккупация осоронда — 1941 йылдың 27 июненән алып 1944 йылдың 9 июленә тиклем — Лида ҡалаһында һәм Лида районында 25 149 кеше үлтерелә. XX быуаттың уртаһына тиклем Лида башлыса йәһүд биләмәһе булып иҫәпләнә.

Хәҙерге ваҡытта ҡалала яҡынса 50-гә яҡын милләт вәкиле йәшәй.

1921 йылдан алып халыҡ һаны[4][5][6][7][8][9][10]:

Лида халҡы араһында: белорустар — 49,43 %, поляктар — 34,84 %, урыҫтар — 10,93 %, украиндар — 1,9 %, литвалар — 0,24 %, йәһүдтәр — 0,1 %. Шулай уҡ ҡалала башҡа милләт вәкилдәре лә йәшәй, ләкин уларҙың һаны күп түгел..[11]

1921 1931 1959 1970 1979 1989 2001
13 401 19 326 28 541 47 578 65 500 91 007 100 545
2006 2007 2008 2009 2010 2011 2012
97 998 97 524 97 218 97 442 97 789 98 207 98 744
2013 2014 2015 2016 2017 2018 2021 2022 2023
99 430 99 928 99 976 100 443 101 165 101 616 103 391 103 915
  1. Председатель Лидского районного исполнительного комитета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 февраль 2020. Архивировано 22 февраль 2020 года.
  2. [1].
  3. Почтовые коды РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2011. Архивировано из оригинала 18 март 2012 года.
  4. Всесоюзная перепись населения 1959 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2019. Архивировано 27 июль 2011 года.
  5. Drugi Powszechny Spis Ludności z dn. 9. XII 1931 r. : mieszkania i gospodarstwa domowe, ludność, stosunki zawodowe : województwo nowogródzkie. Архивная копия от 9 февраль 2019 на Wayback Machine — Warszawa, 1938. — S. 2.
  6. Всесоюзная перепись населения 1970 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2019. Архивировано 9 март 2011 года.
  7. Всесоюзная перепись населения 1979 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2019. Архивировано 21 май 2012 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения союзных республик, их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2019. Архивировано 21 октябрь 2006 года.
  9. Статистический ежегодник Гродненской области. — Гродно, 2013. — С. 43-45.
  10. Регионы Республики Беларусь. — Т. 1. — Мн.: Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2012. — С. 62.
  11. В Лидском районе проживает 135 298 человек. lidanews.by (2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ноябрь 2021. Архивировано 5 ноябрь 2021 года.