Лысенков Алексей Максимович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Хеҙмәт итеүе СССР
Ғәскәр төрө артиллерия[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Александр Невский ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Заты ир-ат
Вафат булған урыны
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 19 апрель 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1]
Һуғыш/алыш
Вафат булған көнө 19 март 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (23 йәш)
Тыуған урыны

Лысенков Алексей Максимович (19 апрель 1921 йыл — 19 март 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Артиллерия полкының үҙйөрөшлө батарея командиры, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алексей Максимович Лысенков 1921 йылдың 19 апрелендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[2] Константиновка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3].

Урыҫ. 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Һигеҙ синыф тамамлаған. Колхозда эшләгән.

Ҡыҙыл Армия сафына 1940 йылда Башҡорт АССР-ы Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылда Киев артиллерия училищеһын тамамлай.

1458-се артиллерия полкының үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһының батареяһ командиры (5-се гвардия танк корпусы, 6-сы танк армияһы, 2-се Украина фронты) кесе лейтенант А. М. Лысенков Корсунь-Шевченко операцияһы барышында батырлыҡ күрһәтә.

1945 йылдың 19 мартында Лысенков Алексей Максимович Секешфехервар (Венгрия) ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ Гуттамаша ауылы өсөн барған һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була[4][5]. Шул уҡ ауылда ерләнгән[6].

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«1944 йылдың февраль көндәрендә, дошман контратакаһын кире ҡағып, А. М. Лысенковтың батареяһы Украинаның Черкассы өлкәһе Лысянский районының Тихоновка һәм Яблоновка ауылдары эргәһендә дошмандың 12 танкыһын һәм 2 орудиеһын юҡҡа сығара. Шундай алыштарҙың береһендә, 1944 йылдың 23 февралендә Лысенков үҙенең үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһын ышыҡҡа урынлаштыра һәм мәргән ут асып, танкты, 2 орудиены, 50-гә яҡын дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Дошмандың ҡаршы һөжүме туҡтай».

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 13 сентябрендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн кесе лейтенант Лысенков Алексей Максимовичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4267) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Советтар Союзы Геройы (1944)
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (13.09.1944)[7][8].
  • Ленин ордены] (13.09.1944).
  • Александр Невский ордены (11.09.1944)[9].
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (30.09.1944)[10].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Советтар Союзы Геройы А. М. Лысенковтың тыуған ауылында, ул уҡыған мәктәп бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Лысенков Алексей Максимович (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2021)
  4. ОБД Мемориал|75541672.
  5. ОБД Мемориал|73754470.
  6. ОБД Мемориал|57345067.
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 28, л. 469, 470).
  8. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 96, л. 3).
  9. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2859, л. 3, 19, 20).
  10. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 415, л. 40, 41).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]