Максимова Татьяна Константиновна

Максимова Татьяна Константиновна (12 декабрь 1919 йыл — 25 август 1983 йыл) — педагог, йәмәғәтсе. 1942—1974 йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, ҡаланың почётлы гражданы (1981).

Биографияһы

Татьяна Константиновна Максимова 1919 йылдың 12 декабрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Бәләбәй ҡалаһында тыуған.

Теман мәктәбендә башланғыс, 5—10 синыфтарҙа Бәләбәй ҡалаһының 1-се мәктәбендә уҡый.

1935 йылда Бөтә Союз ленинсы коммунистик йәштәр союзы — ВЛКСМ сафына ҡабул ителә, мәктәп комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана. Ошо йылдан мәктәптә пионервожатый булып эшләй. ГТО, ГСО, ВС, ПВХО буйынса спорт түңәрәктәрен ойоштороуға булышлыҡ итә.

1938 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетына уҡырға инә.

1941 йылда, юғары уҡыу йортоноң өс курсын тамамлағандан һуң, шәхси ғаризаһы буйынса Ғафури районының Дарьино ауылы мәктәбенә уҡытыусы итеп тәғәйенләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Татьяна Константиновна, фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә, әммә һаулығының торошо буйынса уның был үтенесе кире ҡағыла. ПВХО инструкторы булараҡ, уны Өфөгә ебәрәләр, унда ул завод һәм ҡала артелдәры эшселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен һауа һөжүменән һәм химик ҡоралдан һаҡланыу алымдарына өйрәтә.

1942 йылда тыуған ҡалаһына ҡайта һәм 1-се урта мәктәпкә эш башлай, унда 1974 йылға тиклем уҡытыусы була. Педагогия институтын 1948 йылда ситтән тороп тамамлай.

Педагогик хеҙмәт ветераны һәм әүҙем йәмәғәтсе 1983 йылдың 15 авгусында Бәләбәйҙә вафат була һәм ошо ҡалала ерләнә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• Башҡортостан уҡытыусыларының III съезы делегаты
• Хеҙмәтсәндәр депутаттарының II—VIII саҡырылыш Бәләбәй ҡала советы депутаты
• Башҡорт АССР-ы Педагогия йәмғиәте Бәләбәй бүлексәһенең Макаренко секцияһы рәйесе
• Бәләбәй тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының совет ағзаһы
• 1-се урта мәктәп музейының методист-консультанты

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• «Почёт Билдәһе» ордены
• РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963)
• Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1981) — ҡала советы башҡарма комитетының 1981 йылдың 17 декабрендәге 25-420-се ҡарары: ҡаланың иҡтисади һәм мәҙәни үҫешендә һәм хеҙмәтсәндәрҙе коммунистик тәрбиәләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн һәм Бәләбәй ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 200 йыл тулыу айҡанлы[2].

Хәтер

• Бәләбәй ҡалаһының тарихи өлөшөндәге урамдарҙың береһе Т. К. Максимова исеме менән аталған[3]
• «Белебеевские известия» гәзите Т. К. Максимова исемендәге премия булдырған.
• Поклон Учителю. Газета «Белебеевские известия», 15 декабря 2019 года (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2025)