Матказимов Турсунали
Матказимов Турсунали (25 ноябрь 1932 йыл — 2004 йыл) — совет тажик ауыл хужалығы хеҙмәткәре, мамыҡ үҫтереүсе, пионер-герой. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). Нателла Челебадзе менән бергә илдең ошо юғары маҡтаулы исемен алған йәш геройҙарҙың береһе (15 йәшендә лайыҡ була).
Биографияһы
Турсунали Матказимов 1932 йылдың 25 ноябрендә Үзбәк ССР-ы[1] Фирғәнә өлкәһендә тыуған[2]. Милләте үзбәк. Бер нисә йылдан уның ғаиләһе күрше Тажик ССР-ының Регар районына (хәҙерге Тажикстандың Турсунзадев районы) күсенә. Унда Лахути исемендәге мәктәптә уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшкә һәләтле ир-аттар фронтҡа китә, күптәр һуғыштан әйләнеп ҡайтмай. Мәктәп уҡыусылары ла, өлкәндәр менән бер рәттән, фронт өсөн эшләй һәм һуғыштан һуң илдең халыҡ хужалығын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнаша. Турсунали Фрунзе исемендәге колхозда хеҙмәт һала. Уның Лахути исемендәге пионер дружинаһына ер бүленә, унда балалар мамыҡ ултырта һәм сәсеүлектәрҙе ҡарай. Турсунали пионер звеноһының звеньевойы була, уға, унан тыш, өс ҡыҙ инә. 1947 йылдың яҙында, 5-се класта уҡығанда, колхоз звеноға 3 гектар майҙанда тут ағасы ҡыуаҡтары баҫҡан иң ҡатмарлы участкала мамыҡ үҫтереүҙе ышанып тапшыра[2].
1947 йылда ҡырау төшә башлай, һәм өлгөрөп килгән мамыҡтың артабанғы яҙмышы хәүеф аҫтында ҡала. Турсунали бөтә балаларға уңыш өсөн көрәшергә тәҡдим итә. Бер нисә төн улар баҫыуҙа дежурҙа тора, усаҡтар яға, йылылыҡты һаҡлау ҡалыу һәм һыуыҡты үткәрмәү өсөн һәр ҡыуаҡты махсус ҡағыҙ башлыҡтар менән ҡаплай. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ныҡышмалылығы һәм тырышлығы арҡаһында звено рекордлы уңыш үҫтерә. Әлбиттә, юғалтыуҙар ҙа була, әммә уңыштың күп өлөшө ҡотҡарыла. Өс гектарлыҡ дөйөм майҙандың һәр гектарынан уртаса 89,2 центнер сеймал мамыҡ алына[2].
Бөтә отрядҡа рәхмәт белдерелә, ә Турсуналиға 1948 йылдың 1 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән, колхоз 1947 йылда МТС эше өсөн мотлаҡ поставкалар һәм натураль түләүҙәр үтәгәндә юғары мамыҡ уңышы алғаны һәм 1948 йылдың яҙғы сәсеү өсөн орлоҡ менән тәьмин ителгәнлеге өсөн, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» маҡтаулы исеме бирелә һәм Ленин ордены, «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла. Звеноның ҡалған ағзалары Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнә[3].
Шул уҡ 1948 йылда звено алты гектар майҙанда мамыҡ үҫтереүгә тотона, гектарынан 72 центнер уңыш ала. 1948 йылдың 8 июлендә, мамыҡтан юғары уңыш алған өсөн Турсунали Матказимов икенсе Ленин ордены менән бүләкләнә[4] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 октябрь 2024).
Мәктәпте тамамлағандан һуң Таджикистан ауыл хужалығы институтына[5] уҡырға инә, юғары һөнәри белем алғас, Фрунзе исемендәге колхозда агроном, ә һуңынан Тажик ССР-ы Регар районының «Мәскәү» колхозында баш агроном булып эшләй[4].
Фрунзе исемендәге колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана. ВЛКСМ-дың 13-сө съезында делегат булып ҡатнаша. 1963 йылдан — КПСС ағзаһы[2].
Геройҙың исеме ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт китабына индерелгән[2].
Удмурт Республикаһының баш ҡалаһы Ижевскиҙағы «Елочка» йәштәр лагереның Герой пионерҙар алеяһында Турсунали Матказимов хөрмәтенә иҫтәлекле билдә ҡуйылған[6].
Герой 2004 йылда вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Социалистик Хеҙмәт Геройы (1 март 1948 йыл)
• Ике Ленин ордены (1 март 1948 йыл, 23 июнь 1949 йыл)
• «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (1 март 1948 йыл)
• Миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Үзбәкстан Республикаһы.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Матказимов Турсунали (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 октябрь 2024)
- ↑ Как пионер из Таджикистана стал Героем Социалистического Труда. Сайт «Дзен» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 октябрь 2024)
- ↑ 1 2 С. Яновский. [zhurnalko.net/=detskie/junyj-naturalist/1988-07--num11 Ветер судьбы.] // журнал «Юный натуралист», № 7, 1988
- ↑ Хәҙер Таджикистан аграр университеты
- ↑ Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Матказимов Турсунали. Памятный знак в Ижевске
Әҙәбиәт
• «Труд» гәзите, 1979 йыл, 17 май.
• Дети — герои. 2-е изд. Киев, 1985.
Һылтанмалар
• Таджикская советская энциклопедия. — Т. 4 — Душанбе, 1983. (на таджикском языке)
• Матказимов Турсунали. «Герои страны» сайты.
• Сайт «Великая Страна СССР». Турсунали Матказимов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 октябрь 2024)
• Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Матказимов Турсунали (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 октябрь 2024)
• Как пионер из Таджикистана стал Героем Социалистического Труда. Сайт «Дзен» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 октябрь 2024)
