Монако (ҡала)
Мона́ко, Мона́ко-Вилль (франц. Monaco-Ville) — Монако кенәзлегенең административ территорияһы һәм рәсми баш ҡалаһы, илдең үҙәк өлөшөнөң көньяғында Урта диңгеҙ ярында урынлашҡан. Халҡы — 975 кеше. (2008 йылғы мәғлүмәттәр буйынса). Майҙаны — 185 466 м².
Этимологияһы
Беҙҙең эра сигендә Рим авторҙары тарафынан Гераклдың культы урыны булараҡ телгә алына — агх йәки portus Monoecus, бында Monoecus — грек телендә «яңғыҙ йәшәүсе» (Гераклдың ҡушаматтарының береһе), латин телендә агх — «замок, ҡәлғә», «тау, ҡалҡыулыҡ», «һыйыныу урыны, йәшәү урыны», portus — «порт, пристань, гавань, һыйыныу урыны». 1078 йылда — Portu Monacho, һуңыраҡ Monaco (Монако)[3].
Иҫтәлекле урындары
Төп иҫтәлекле урындар араһында Изге Николай соборы һәм 1910 йылда принц Альберт I нигеҙ һалған Океанография музейы[4] бар (бер ни тиклем ваҡыт уға Жак-Ив Кусто етәкселек итә). Шулай уҡ 1639 йылда төҙөлгән иң боронғо бина — Мәрхәмәт часовняһы.
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Monaco Commune. Statoids.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2012. Архивировано 10 март 2019 года.
- ↑ Население Монако (2008 год) Архивная копия от 7 апрель 2013 на Wayback Machine стр. 15
- ↑ Поспелов, 2002, с. 273
- ↑ Океанографический музей
Әҙәбиәт
- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.