Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы
Морат Ғәлләм улы Ҡужаҡов (рус. Мурат Галлямович Кужаков; 1904 йылдың 10 марты, Иҫке Мораптал — 1986 йылдың 3 ноябре, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Мешәүле Ҡарағужаҡ вариҫы.
Биографияһы
Морат Ғәлләм улы Ҡужаҡов 1904 йылдың 10 мартында Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Иҫке Мораптал ауылында тыуған.
1929 йылда Көйөргәҙе районының В. И. Чапаев исемендәге колхозында эшләй башлай.
1942 йылдың апрель башында Сталинград, Үҙәк һәм 1-се Украина фронтында хеҙмәт итә. «Советтар Союзы Геройы» исеменә 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58-се гвардия полкының отделение командиры гвардия өлкән сержанты Ҡужаҡов 1943 йылдың 27 сентябренә ҡараған төндә Белорус ССР-ы Нивки ауылы янында Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була.
1945 йылда демобилизацияланғандан һуң 1964 йылға тиклем Көйөргәҙе районының С. М. Киров исемендәге колхозында эшләй: 1953 йылға тиклем — рәйес, 1953—1957 йылдарҙа — бригадир.
1986 йылда Өфө ҡалаһында вафат була. Иҫке Мораптал ауылында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (15.01.1944)[1];
- Ленин ордены (1944);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[2].
Хәтер
- Тыуған ауылында бер урам Морат Ҡужаҡов исемен йөрөтә.
- Б. Бикбай исемендәге Мораптал урта мәктәбе бинаһына Герой ҡаһарманлығына, яҡты рухына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
- М. Ғ. Ҡужаҡовтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
- 2014 йылдың 18 мартында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Советтар Союзы Геройы Морат Ҡужаҡовтың Хәтер кисәһе үткәрелде. Кисәлә уның туғандары, Бөйөк Ватан һуғышы һәм 112-се Башкавдивизия ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыу йорттары уҡыусылары, Геройҙың балалары, ейәндәре үҙ хәтирәләре менән бүлештеләр, концерт программаһында ҡатнаштылар. Башкавдивизия ветераны Ғәле Кинйәкәев Геройҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләне[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ [1] В Уфе почтили память Героя Советского Союза Мурата Кужакова
Сығанаҡтар
- Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы. «Герои страны» сайты.
- Башкирский республиканский музей Боевой Славы: Кужаков Мурат Галлямович (рус.).
- Память народа. Кужаков Мурат Галлямович
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Кужаков Мурат Галлямович (рус.).
- Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.