Мөкмин-Ҡаратай

Мөкмин-Ҡаратай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Лениногорск районы ауылы. Мөкмин-Ҡаратай ауыл биләмәһе составына керә.

География

Ауыл Ҡаратай йылғаһы буйында, Лениногорск ҡалаһынан көнбайыштараҡ 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Мөкмин-Ҡаратай — Юрмый улусы башҡорттарының ауылы. 1785 йылдан билдәле. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күзекәй улусы составына керә.

XX быуат башында ауылда мәсет, 2 һыу тирмәне теркәлгән[1].

1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны, 1930 йылдан — Шөгөр районы, 1959 йылдан — Лениногорск районына составына инә[1].

Халыҡ һаны

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859188919001910192019261938194919581970197919892002
3525547248619781049752646757681517313342

Инраструктура

Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Татарская энциклопедия.

Тема буйынса өҫтәмә