Зәй-Ҡаратай (ауыл)
Зәй-Ҡаратай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Лениногорск районы ауылы. Зәй-Ҡаратай ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
География
Ауыл Зәй-Ҡаратай йылғаһы буйында, Лениногорск ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
Зәй-Ҡаратай — Юрмый һәм Тамъян улустары башҡорттарының ауылы. Тәүге тапҡыр 1772 йылда телгә алына. Ауыл һуңыраҡ Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл башта Әмекәй улусы, артабан Ҡаратай улусы составына керә. ХХ быуат башында ауылда 2 һыу тирмәне, 2 мәсет һәм 2 мәктәп теркәлгән[2]. 1917 йылда земство мәктәбе асыла[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылда Әлмәт районы, 1935 йылда — Яңы Песмән районы, ә 1955 йылда — Лениногорск районына составына инә[1].
Халыҡ һаны
1762 йылда ауылда 9 ихатала 55 йән типтәр, 1816 йылда — ир енесле 3 йән башҡорт; 1859 йылда 117 ихатала 1032 ҡаҙна крәҫтиәндәре һәм башҡорт иҫәпләнгән. 1870 йылда 45 ихатала — 270 башҡорт, 1905 йылда 95 йортта 519 кеше, 1912 йылда 123 ихатала — 634 башҡорт йәшәй[2].
| 1746 | 1782 | 1859 | 1883 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989[1] |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 42 | 153 | 1032 | 1283 | 1941 | 2238 | 2614 | 2291 | 2372 | 2200 | 2131 | 1686 | 1226 |
Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).
Билдәле шәхестәре
- Туйкә — башҡорт ихтилалдарының етәкселәренең береһе.
- Туйкин Кәбир Кәрим улы — яҙыусы.
- Туйкин Фазыл Кәрим улы — яҙыусы, шағир һәм драматург.
- Туйкин Тәлғәт Кәбир улы — хужалыҡ эшмәкәре.