Иҫке Шөгөр
Иҫке Шөгөр — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Лениногорск районы ауылы. Иҫке Шөгөр ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
География
Ауыл Урман-Шишмә йылғаһы буйында, Лениногорск ҡалаһынан көнбайыштараҡ 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
Иҫке Шөгөр — юрмый ырыуы башҡорттарының һәм типтәрҙәрҙең ауылы[2]. 1730 йылдарҙа нигеҙләнгән[1]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Спиридоновка улусы составына керә.
1859 йылда ауылда 19 йорт һәм 1 мәсет теркәлгән. 1870 йылдарҙа Америка сәнәғәтсеһе Л. Шандор ауылда бында механик оҫтаханалара төҙөй, нефть сығарыу өсөн 2 скважина ҡаҙа, 1881 йылда гудрон (битум) заводын төҙөй. 1910 йылда ауылда 3 мәсет, 3 мәктәп, 3 һыу тирмәне теркәлгән. 1943 йылда ауыл эргәһендәге 1-се һанлы скважинала Татарстандағы тәүге сәнәғәт нефте сығарыла[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Шөгер районы, 1959 йылдан — Лениногорск районы составында була[1].
1943 йылда ауыл эргәһендәге 1-се скважинала Татарстандағы тәүге сәнәғәт нефте сығарыла[1].
Халыҡ һаны
Инраструктура
Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет (XIX б. аҙағы — XX б. башы архитектура ҡомартҡыһы) бар.
Билдәле шәхестәре
- Мурзин И. Х. — Советтар Союзы Геройы.
- Сәҙриев С. С. — Советтар Союзы Геройы.
- Халиҡов И. Р. — Советтар Союзы Геройы.
- Шәрифуллин З. Г. — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Шәрәфетдинов Ф. М. — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Таһиров И. Р. — Татарстан Республикаһының Фәндәр Академияһы академигы.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- История села Старое Шугурово Лениногорский район (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2023)