Бәкер (Лениногорск районы)
Бәкер — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Лениногорск районы ауылы. Иҫке Иштерәк ауыл биләмәһе составына керә.
География
Ауыл Шишмә йылғаһы буйында, Лениногорск ҡалаһынан көнбайыштараҡ 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
Бәкер (Иштерәк) — юрмый ырыуы башҡорттарының һәм типтәрҙәрҙең ауылы[2]. XVIII быуаттың икенсе яртыһында нигеҙләнгән. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Көҙәй улусы составына керә.
1859 йылда ауылда мәсет, ел тирмәне теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Шөгер районы, 1959 йылдан — Лениногорск районы составында була[1].
1931 йылда ауылда «Шишмә» колхозы ойошторола, ул 1950 йылда Куйбышев исемендәге колхоз бригадаһы тип үҙгәртелә[1].
Халыҡ һаны
Инраструктура
Ауылда башланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, «Бәкер» курорты бар.