Панфёров Виктор Михайлович

Панфёров Виктор Михайлович (27 ғинуар 1916 йыл, Рәсәй империяһының Ярославль ҡалаһы — 16 октябрь 1997 йыл, Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы) — ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1949), профессор (1950).

Биографияһы

1941 йылда М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын ҡыҙыл диплом менән тамамлай.

1941-1944 йылдарҙа тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһында инженер булып эшләй. Физика-математика фәндәр кандидаты (1946). Физика-математика фәндәр докторы (1949), диссертацияһының темаһы «Һығылмалылыҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙең дөйөм ысулдары». М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетында һығылмалылыҡ теорияһы кафедраһы профессоры (1950).

1947 йылдың 24 майында НИИ-88-ҙең (Машиналар эшләү үҙәк ғилми-тикшеренеү институты) ныҡлыҡ ғилми-тикшеренеү бүлеген етәкләй (ул саҡта физика-математика фәндәре кандидаты, доцент). Бүлектең ғилми етәксеһе итеп СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор А.А. Ильюшин тәғәйенләнә[1].

1959 йылдан Мәскәү дәүләт университетының Механика институтында эшләй, ныҡлыҡ бүлеге мөдире (1960), юғары температурала ныҡлыҡ һәм шыуыусанлыҡ лабораторияһы мөдире (1963), һуңғы йылдарҙа - баш ғилми хеҙмәткәр.

Мәскәүҙә Перлов зыяратында ерләнгән.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

Материалдарҙың деформацияланыу һәм емерелеү механикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара. Ракета техникаһын булдырыу эштәрендә ҡатнаша. Мартен мейесе өсөн ҡулайлы-көсөргәнешле көмбәҙ тәҡдим итә, ул эшләү ваҡытын 1,5-2 тапҡырға арттыра. Уның ҡатнашлығында эшләнгән һауа йылытҡыс көмбәҙе Кривой Рогтағы домна мейесендә тормошҡа ашырылған.

Теоретик һәм ғәмәли механика буйынса СССР милли комитетының тәүге составына инә (1956).

25 фән кандидаты һәм 3 фән докторы әҙерләгән.

Библиография

Ҡаты есемдәрҙе һыҙыҡлы булмаған деформациялауҙың ҡайһы бер мәсьәләләре. М. 1971 [2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Әҙәбиәт

  • Профессора и доктора наук Московского государственного университета им. М. В. Ломоносова. Биографический словарь. 1997. Составители: А. Ю. Гримза, Е. В. Ильченко. Издательство: Книжный Дом «Университет». Серия: Архив Московского университета. 1998 г. ISBN 5-8013-0027-9;
  • Первый состав Российского национального комитета по теоретической и прикладной механике. Составители А. Н. Богданов, Г. К. Михайлов / под редакцией д-ра физ.-мат. наук Г. К. Михайлова. — Москва: «КДУ», «Университетская книга», 2018. — 70 с. ISBN 978-5-91304-805-9

Иҫкәрмәләр