Папков Фёдор Васильевич

Папков Фёдор Васильевич (8 февраль 1894 йыл9 март 1978 йыл) — педагог, инженер, йәмәғәтсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Рәсәйҙәге граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1956 йылдарҙа Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының техник тәьминәт бүлеге начальнигы. Хәҙерге Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороу инициаторы. Ленин (1949) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1946) ордендары кавалеры. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы

Фёдор Васильевич Папков 1894 йылдың 8 февралендә Һарытау губернаһының[1] Елшанка ауылында тыуған.

Һарытау дини семинарияһын тамамлаған, Һарытау университетында юғары белем ала.

Граждандар һуғышы ваҡытында 10-сы армияның сәйәси бүлек инструкторы була, ҡыҙыл армеецтарҙы уҡырға-яҙырға өйрәтә.

1921 йылда Башҡорт АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер кантоны|ның Преображенск ауылында[2] йәшәгән йыраҡ туғандары янына күсенеп килә һәм бер аҙҙан Васильевка ауылында балалар уҡыта башлай, башҡортса һөйләшергә ныҡлап өйрәнә.

1922 йылдан Бөрйән-Түңгәүер кантонының хеҙмәт бүлеге мөдире.

1924 йылдан Темәс педагогия техникумы уҡытыусыһы, Темәстәге икенсе баҫҡыс (туғыҙ йыллыҡ) мәктәп мөдире.

1926—1931 йылдарҙа Баймаҡ тау-сәнәғәт училищеһы мөдире, 1932 йылдан Баймаҡ тау-металлургия техникумын ойоштороу буйынса комиссия соствында эшләй.

1926 йылдан ВКП (б) ағзаһы.

Артабанғы йылдарҙа партия органдары тәҡдиме менән баҡыр заводының кадрҙар, һуңыраҡ транспорт бүлеге начальнигы була, Баймаҡ—Юлалы тимер юлы менән етәкселек итә.

Мәскәүҙән Баймаҡҡа һөргөнгә ебәрелгән троцкист Боргиор менән бәйләнеш тотоуҙа ғәйепләнеп, 1937 йылда партиянан сығарыла һәм эшенән бушатыла. ВКП (б) район комитеты бюроһының ҡарары менән килешмәгән Папков Сталиндың үҙенә хат яҙа, һуңыраҡ уны эшендә тергеҙәләр, партияла — юҡ.

1948—1956 йылдарҙа Сибайҙағы Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының техник тәьминәт бүлеге начальнигы.

Хеҙмәт ветераны һәм йәмәғәтсе 1978 йылдың 9 мартында Сибай ҡалаһында вафат була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Сибай ҡалаһындағы хәҙерге тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороу инициаторы: 1959 йылда Ф. В. Папков башланғысы менән ВЛКСМ ҡала комитетының бер бүлмәһендә мәктәп тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ эшләй башлай.
  • Тыуған яҡ тарихын әүҙем өйрәнеүсе. Ошо темаға яҙылған 30-ҙан артыҡ фәнни-популяр мәҡәлә авторы.
  • «Сибайский рабочий» гәзитенең эшсе-хәбәрсеһе[3].

Китаптары

  • По Ирендыку. – Уфа: Башкнигоиздат, 1958. – 43 с.
  • На склонах Ирандыкских гор. – Уфа: Башкнигоиздат, 1973.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ленин ордены (1949)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1946)

Хәтер

  • 2024 йылдың 21 мартында Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ф. В. Папков иҫтәлегенә арналға түңәрәк өҫтәл уҙғарылды[4] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2024)
  • 2024 йылдың 19 мартынан 21 апреленә тиклем Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ф. В. Папковҡа арналған күргәҙмә эшләй[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ