Попов Андрей Фёдорович

Андрей Фёдорович Попов (1910 йылдың 25 июне, Ҡуян, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы1947 йылдың 5 майы, Ҡуян, Бөрө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — колхозсы, тимерсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар дивизияһының айырым сапёр батальоны сапёры, ефрейтор. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы

Попов Андрей Фёдорович 1910 йылдың 25 июнендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Ҡуян ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Милләте — урыҫ. Ҡуян башланғыс мәктәбен тамамлай. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем «Трудовик» ауыл хужалығы артеленда (рус.)баш. тимерсе булып эшләй.

Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына 1942 йылда Бөрө район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла, шул уҡ йылдың 15 октябренән Калинин фронтының 41-се армияһы 93-сө уҡсылар дивизияһының[2] 107-се айырым сапёр батальонында сапёр булып хеҙмәт итә башлай.

1942 йылдың ноябрендә 93-сө дивизия 22-се армия составына тапшырыла һәм Икенсе Ржевск—Сычев операцияһында ҡатнаша. Уның барышында 3-сө механизацияланған корпус ярҙамында Лучеса йылғаһы үҙәнендә немецтарҙың оборонаһы өҙөлә. 1943 йылдың мартында Андрей Федорович Ржевск-Вяземск операцияһы барышында Ржевск-Вяземск сығышын бөтөрөүҙә ҡатнаша. Ржев һуғышы тамамланғандан һуң 41-се армия тарҡатыла. 93-сө уҡсылар дивизияһы 39-сы армия составына инә һәм 1943 йылдың 5 майына тиклем Духовщина Дорогобуж сигендә оборона алыштарын алып бара, шунан Һуң Юғары Баш Командование ставкаһы резервына сығарыла. 1942 йылдың июнендә 93-сө уҡсылар дивизияһы Дала хәрби округына күсерелә, ул 1943 йылдың 9 июлендә Дала фронты итеп үҙгәртелә. Курск дуғаһындағы алышта дивизия ҡатнашмай, ВГК ставкаһы резервында 52-се армия составында ҡала. 52-се армия Чернигов-Полтава операцияһы барышында Воронеж фронтының һөжүм йүнәлешендә һуғышҡа инә.

Ҡыҙылармеец А. Ф. Попов Миргород ҡалаһын азат итеүҙә, Крещатик ҡасабаһынан төньяҡтараҡ Рось йылғаһы тамағы ҡаршыһында Днепр йылғаһын аша сығыуҙа һәм Днепр йылғаһының уң ярында плацдармды (рус.)баш. киңәйтеү өсөн алыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың 3 октябренән 93-сө уҡсылар дивизияһы Дала фронтының 52-се армияһы составында (1943 йылдың 20 октябренән 2-се Украина фронты), 1943 йылдың ноябренән 2-се Украина фронтының 57-се армияһы составында хәрби хәрәкәттәр алып бара. 1944 йылдың ҡышында Андрей Фёдорович Кировоград һәм Корсунь-Шевченков операцияларында ҡатнаша. 1944 йылдың 21 февралендә 57-се армия 3-сө Украина фронтына буйһона. Ефрейтор А. Ф. Попов Березнеговато-Снигирев операцияһында, Ингулец һәм Ингул йылғаларын аша сығыуҙа ҡатнаша. 1944 йылдың мартында Одесса операцияһы ваҡытында Көньяҡ Буг йылғаһын аша сыҡҡанда айырыуса батырлыҡ күрһәтә.

1944 йылдың март уртаһында Одесса операцияһы барышында совет ғәскәрҙәре, 6-сы немец һәм 3-сө румын армияларының ҡаршылығын еңеп, Көньяҡ Буг йылғаһына сыға һәм 1944 йылдың 18—28 апрелендә киң фронт менән йылғаны кисә. 1944 йылдың 22 мартынан 23 мартына ҡараған төндә ефрейтор А. Ф. Попов Украина ССР-ы Николаевск өлкәһе Арбузинский районы Константиновка ауылы янында һауа тултырылған берҙән-бер кәмәлә дошмандың пулемет уты аҫтында 37 десантсыны йылға аша алып сыға, улар йылғаның уң ярында плацдарм яулай. Икенсе төндә Попов дивизияның шәхси составын, боеприпастарҙы (рус.)баш., аҙыҡ-түлекте йылға аша ташыуҙы дауам итә һәм яралы яугирҙарҙы эвакуациялай. 1944 йылдың 26 мартына ҡаршы төндә сержант В. Т. Мамин[3] менән берлектә Андрей Фёдорович ағас кәмәләр өсөн ишкәкселәр командаһын ойоштора. Дошман минут һайын кисеү урынын ракеталар менән яҡтырта һәм кәмәгә көслө пулемёт уты яуҙыра. Бишенсе рейс ваҡытында дошман кәмәгә зыян килтерә һәм ике ишкәксене сафтан сығара, әммә сапёрҙар тишектәрҙе ямай һәм яртылай һыуға батҡан кәмәлә хәрби бурысты үтәүҙе дауам итә. Ефрейтор Попов һәм сержант В. Т. Мамин башҡа яугирҙар менән төндә 12 рейс яһай, Көньяҡ Бугтың уң ярына ике уҡсылар ротаһын сығара һәм 32 яралыны эвакуациялай. Ҡалған көндәрҙә ефрейтор Попов йылға аша ғәскәрҙәр һәм ҡорал сығарып эшләүен дауам итә. Немец илбаҫарҙары менән көрәштә хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне, бер үк ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 3 июнендәге Указы менән ефрейтор Попов Андрей Фёдоровичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].

1944 йылда А. Ф. Попов ҡаты ауырып китә һәм демобилизациялана, Бөрө районының Иҫке Баҙан ауылында йәшәй. 1947 йылдың 5 майында вафат була. Иҫке Баҙан ауылы зыяратында ерләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Андрей Фёдорович Поповтың исеме Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы муниципаль (рус.)баш. районының урта дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы — Иҫке Баҙан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелә[5][6];
  • Советтар Союзы Геройы А. Ф. Поповҡа Бөрө ҡалаһындағы Мемориаль комплекс территорияһында стела, Иҫке Баҙан ауылының Еңеү паркында — һәйкәл, урта мәктәп бинаһына — мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Герой исеме Бөрө ҡалаһы һәм Иҫке Баҙан ауылы урамдарына бирелгән.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 И. Ғ. Кәримова. Попов Андрей Фёдорович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
  2. 2-го формирования.
  3. Мамин, Василий Тимофеевич — сержант, командир отделения 107-го отдельного сапёрного батальона 93-й стрелковой дивизии. Приказом № 08-н по 68-му стрелковому корпусу награждён орденом Славы III степени.
  4. Попов Андрей Фёдорович. Министерство обороны Российской Федерации. Сайт «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025. (рус.)
  5. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025. (рус.)
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Славные сыны Башкирии: очерки о Героях Советского Союза. — Уфа: Башкирское кн. изд-во, 1965. — Т. 3.
  • Подвиги их — бессмертны: Справочник о Героях Советского Союза и полных кавалерах ордена Славы из Республики Башкортостан / Сост. Р. А. Валишин, И. Г. Каримов, А. У. Кунакбаев и др. — Уфа: Китап, 2000. — 400 с.