Раянов Фәнис Мансур улы
Фәнис Мансур улы Раянов (рус. Раянов Фанис Мансурович; 1938 йылдың 12 декабре, Туҡтағол, Башҡорт АССР-ы — 2024 йылдың 5 апреле, Өфө) — хоҡуҡ буйынса совет һәм Рәсәй ғалимы, прокуратура һәм партия органдары, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), юридик фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2018).
Биографияһы
Фәнис Мансур улы Раянов 1938 йылдың 12 декабрендә Башҡорт АССР-ы Баҡалы районының Туҡтағол ауылы тыуған[1].
1965 йылда Свердловск юридик институтын тамамлаған.
1965 йылдан Башҡорт АССР-ының Нуриман районы прокуроры ярҙамсыһы, унан һуң Балтас районы прокуроры була[1].
1969—1970 йылдарҙа Свердловск юридик институтының Өфө филиалында өлкән уҡытыусы булып эшләгән.
1970—1973 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы.
1974 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 1978—1981 йылдарҙа һәм 1988—2004 йылдарҙа БДУ-ның дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире.
1981—1986 йылдарҙа һәм 1989—1992 йылдарҙа БДУ-ның юридик факультеты деканы.
2004 йылдан — Урал дәүләт юридик академияһының Өфө филиалында кафедра мөдире, 2005 йылдан профессор.
2005 йылдан «Правовое государство: теория и практика» журналының баш мөхәррире[2].
2006 йылдан Башҡорт дәүләт университетының, 2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университетының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы кафедраһында профессор, вуздың ғилми-инновация идаралығы фәнни-тикшеренеү секторының баш ғилми хеҙмәткәре.
Ғалим 2024 йылдың 5 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат була[2][3].
Ғилми эшмәкәрлеге
Фәнни тикшеренеүҙәре дәүләт хоҡуғы төҙөлөшөнә, хоҡуҡи реформа, аграр хоҡуҡ мәсьәләләренә арналған.
Ғалимдың уҡыусылары араһында 4 фән докторы һәм 41 фән кандидаты бар.
Хеҙмәттәре
Фәнис Мансур улы Раянов 250-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 20-нән артыҡ монография авторы[2], шул иҫәптән:
- Проблемы теории государства и права (юриспруденции). М.: Право и государство, 2003.
- Государственно-правовые «болезни»: исторический диагноз. Уфа, 2005.
- Правовое государство — судьба России, Уфа: Полиграф-Сервис. 2007.
- Правовое государство и современный мир.- СПБ.: Издательство «Юридический центр-Пресс». 2012. −175 с.
- Проблемы теории и практики правового государства. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2013.-300 с.
- Теория правового государства.-М.: Юрлитинформ, 2014.-272 с.
- Гражданское общество и правовое государство: проблемы понимания и соотношения. -М.: Юрлитинформ, 2015. — 320 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. РАЯНОВ Фәнис Мансур улы (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2018)
- ↑ 1 2 3 Ушёл из жизни Фанис Мансурович Раянов. ФГБОУ ВО «Уфимский университет науки и технологий». Институт права. Редакция журнала «Правовое государство: теория и практика». Официальный сайт (рус.)
- ↑ В Башкирии простились с заслуженным деятелем науки республики Фанисом Раяновым. ИА «Башинформ», 6 апреля 2024 года (рус.)
- ↑ Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы. «Әлшәй хәбәрҙәре» гәзитенең рәсми сайты, 27 декабрь 2018 йыл (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2024)
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан 2021 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2018)
Әҙәбиәт
- Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995.
- Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. РАЯНОВ Фәнис Мансур улы (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2024)
- ГБНУ «Академия наук Республики Башкортостан». Официальный сайт. Раянов Фанис Мансурович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2024)
- Евразийский юридический портал. Фанис Мансурович Раянов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2024)
- Уфимский университет науки и технологий. Стерлитамакский филиал. Раянов Фанис Мансурович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2024)
- Уфимский университет науки и технологий. Нефтекамский филиал. Раянов Фанис Мансурович. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2024)