Туйсин Рәмил Париж улы
Рәмил Париж улы Туйсин (рус. Рамиль Парижевич Туйсин; 1972 йылдың 12 апреле, Сыңғыҙ ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — педагог, ҡурайсы, һәүәҫкәр йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).
Биографияһы
1972 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған.
1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлағаc, 2000 йылдан Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт урта мәктәбендә, 2001—2008 йылдарҙа Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Учалы филармонияһы концерттарында ҡатнаша. 2009 йылдан уҡытыу-методик эш буйынса белгес, 2011 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалының Студенттар ижады үҙәге етәксеһе.
«Йәшәһен башҡорт аты» башҡорт аты гимнының көйө авторы (Фирүзә Абдуллина һүҙҙәре)[1].
Ижады
Репертуарында йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ йыры, шул иҫәптән: «Абдрахман кантон», «Ауыл көйө», «Буранбай», «Сибай». Хөсәйен Әхмәтов, Х. А. Дәүләтов, Ю. Х. Үҙәнбаев һ. б. йырҙарын башҡара. 2007 йылдан Туйсиндарҙың ғаилә концерт студияһы етәксеһе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).
- «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале лауреаты (2001, Нефтекама);
- «Студент яҙы» Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттары студенттарының ижад фестивале лауреаты (1995, Өфө);
- «Башҡортостан — Урал ынйыһы» халыҡ ижады республика форумы лауреаты (2005, Өфө);
- «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсы лауреаты (2002, Сибай).
Ғаиләһе
Ҡатыны — Нурия Нуриман ҡыҙы, уҡытыусы. Ҡыҙы — Шәүрә, улы — Буранбай. Рәмил Париж улының бер туғандары: Ағаһы — Йәмил, апаһы — Флүрә, Ҡолсора ауылының мәҙәниәт йорто директоры. Ҡустылары: Радмир — профессиональ йырсы, Сибай филармонияһы артисы, Айнур — Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Инсаф Хужабирганов. В Уфе выбрали гимн башкирской лошади (6 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Кисебеҙҙе Рәмил Туйсиндың йырҙары йәмләһен (рус.). 7 июль 2026 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.