Рәсәйҙә Христос Раштыуаһы
Христос Раштыуаһы (Рус православие сиркәүендә — Рождество́ по пло́ти Го́спода Бо́га и Спаси́теля на́шего Иису́са Христа́) — Вифлеем ҡалаһында Мәрйәм Ана тыуҙырған Иисус Христостың (Ғайса Мәсих) тыуған көнөнә арналған һәм хәҙерге заман йыл иҫәбенә башланғыс һалған төп христиан байрамдарының береһе[1]
Хәҙерге Рәсәйҙә православие христиандары юлиан календары буйынса 7 ғинуарҙа йәки григориан календары буйынса 25 декабрҙә католиктар байрам иткән Раштыуа менән тап килә[1]. Рәсми рәүештә 7 ғинуарҙа билдәләнеүсе Христос Раштыуаһы Рәсәйҙә байрам көнө булып тора[2].
Тарихы
Кенәз Владимир 988 йылда Русте суҡындырғандан һуң, халыҡ өсөн яңы мөһим байрам — Раштыуа байрамы барлыҡҡа килә. Боронғо Рускә ике динлелек хас булғанлыҡтпан, Раштыуа байрамын үткәреү йолалары оҙаҡ ваҡыт мәжүси йолалар менән йәнәш үткәрелгән. Святкиға йәғни Раштыуа сочельнигы һәм Крещение осоро араһында сиркәүҙәҙә ғибәҙәттәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтенә ингән юрауҙар, биҙәнеп-кейенеүҙәр (ряжение), йоҙороҡ һуғыштары, колядкалар башҡарыу һәм башҡа традицион мәрәкәләр менән параллель үткәрелгән[3].[4]»[3].
Рус православие сиркәүе XIV—XV быуаттарҙа дини байрамдарҙы үткәреүҙе рәсми регламентлап, артабан системалы рәүештә ике динлелекте юҡҡа сығара башлай. XVI—XVII быуттарҙа ике динлелеккә ҡаршы көрәш дәүләт сәйәсәтенең бер өлөшөнә әйләнә[3]. Әммә Святкиның ҡайһы бер мәжүси йолалары (атап әйткәндә, юрауҙар)беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән[5].
XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башында Польшанан Рәсәйгә вертеп театры үтеп инә: Раштыуа байрамында махсус йәшник-вертепта ҡурсаҡтар ярҙамында мәмерйәлә Ғайса Мәсихтең тыуыуын һәм уны Бөйөк Ирод I батшанан йәшереү күренештәр күрһәтелгән. Был йола 1917 йылғы Октябрь революцияһына тиклем дауам иткән[6]. XIX быуат аҙағына ҡалала ла, ауылда ла биҙәлгән раштыуа шыршыһы Раштыуаның мотлаҡ атрибуты булып торған, ә XX быуат башынан бүләктәрҙе көнбайыш Санта-Клаустың рәсәй аналогы Ҡыш Бабай килтерә башлай]][7].
Русь осоронда христианлыҡ (мәсихселек) ҡабул ителгәндән һуң, яңы хрисьиан йолалары ярҙамында мәжүси байрам һәм йолаларҙы ҡыҫырыҡлап сығарыу маҡсаты торһа[3], 1920-се йылдарҙа Совет Социалистик Республикалар Союзының атеизм идеологияһы сиктәрендә дини байрамдарҙы, шул иҫәптән Раштыуа байрамын, донъяуи байрамдар менән алмаштырып, билдәләүгә ҡаршы көрәш башлана[8]. Совет власы сиркәү нигеҙҙәрен, шул иҫәптән дини байрамдарҙың донъяуи аналогтары ярҙамында, йәмәғәтселек аңынан ҡыҫырыҡлап сығарырға тырыша. Мәҫәлән, дингә ҡаршы пропаганданы үткәреүселәрҙең береһе булып комсомол (Бөтә Союз Ленин Коммунистик Йәштәр Союзы) тора, ул 1922-1923 йылдарҙың ҡышында уҡ «комсомол раштыуаһы»н үткәреү буйынса бөтә союз кампанияһын ойоштора[9].
Әммә йыллыҡ совет календарҙарында (1929 йылға тиклем) сиркәү даталары, шул иҫәптән Раштыуа, төрлө йылдарҙа байрам булараҡ билдәләнә, йәғни ял көндәре була. 1919-1923 йылдар календарҙарында раштыуа көндәре булараҡ 7 һәм 8 ғинуарҙа (илдең 1918 йылда григориан календарына күсеүе арҡаһында), ә 1924-1929 йылдар — 25 һәм 26 декабрҙә билдәләнә. (Даталар менән аңлашылмаусанлыҡ Совнаркомдың 1918 йылда «көнбайыш европа» (григориан) календарын индереүе менән бәйле була, һөҙөмтәлә Ул Рус православие сиркәүе тарафынан хуплау тапмай.)[10][11][12]
СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы 1929 йылдың 24 сентябрендәге «Өҙлөкһөҙ роизводство аҙнаһына күсеүсе предприятие һәм учреждениеларҙа эш ваҡыты һәм ял ваҡыты тураһында» ҡарары менән совет календарынан дини байрамдар, шул иҫәптән Раштыуа ла, алып ташлана: «Яңы йыл көнөндә һәм бөтә дини байрамдар (элекке махсус ял көне) көндәрендә эш дөйөм нигеҙҙә башҡарыла»[13]. Раштыуа байрамын туранан-тура үткәреү тыйылмай, әммә тиҙҙән Ленинградта «Дини йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән бәйле йәшел үҫентеләрҙе ҡырҡыуҙы һәм һатыуҙы тыйыу тураһында» декрет нәшер ителә, был Раштыуа йолаларын ҡануниәттән тыш, тип иғлан итә[14][15]. Кемдәр йәшертен рәүештә дини байрамдарҙы билдәләүҙәрен дауам итһәләр, ялыу булған осраҡта, карьераһы юҡҡа сығыу һәм партбилеттан яҙыу ҡурҡынысы янаған[16][17]. Кроме того, против обычая праздновать рождество с елью велась и активная идеологическая кампания, в том числе в поэтической форме[14]:
1935-1936 йылдарҙа дәүләт сәйәсәтенең көтөлмәгән боролошо һөҙөмтәһендә [lower-alpha 1] Хәҙерге Рәсәйҙә 1 ғинуарҙа Яңы йыл тотороҡло байрам ителә. Шул ваҡыттан алып «раштыуа шыршыһы» «яңы йыл» шыршыһы, тип ҡабул ителә[18]. Революцияға тикленм дә булған Ҡыш Бабай килеүе Яңы йыл традицияларының бер өлөшөнә әүерелә һәм элгәрге Раштыуа ассоциацияларын юғалта. 1937 йылда Яңы йылды Мәскәүҙең Союздар йортонда ҡаршылағанда тәүге тапҡыр Ҡарһылыу - Раштыуа байрамына бәйле булмаған рус әкиәт персонажы барлыҡҡа килә[14][19].
Христос Раштыуаһы байрамы 1990 йылда, РСФСР Юғары Советының 7 ғинуар ҡарары менән Раштыуа, ял көнө тип иғлан ителгән саҡта, тулыһынса аҡлана[14][20]. 1991 йылдың 7 ғинуары ял тип иҫәпләнә. Әммә РСФСР-ҙың ҡайһы бер республикаларында, мәҫәлән Татар АССР-ында, был ҡарар «суверенитеттар парады» фонында иғтибарһыҙ ҡалдырыла, һәм дәүләт учреждениелары был көндә эшләй[21]. Әлеге ваҡытта Раштыуа дөйөм «яңы йыл каникулдарының» бер өлөшө булып тора, һәм Яңы йылдан (йәки көн элгәре) башлана ла, 8 ғинуарға тиклем дауам итә[22].
Байрам йолалары
Боронғо йолалар
Раштыуа алдынан һәм Святки байрамында ҡолғаға йондоҙ элгән төрлө кейем кейгән ряженыйҙар боронғоса колядка әйтеп өй беренсә йөрөй, Христосҡа колядка-теләктәр йырлайҙар, һәм һый-күстәнәстәр алалар[23]. Был славян йолаһы һүрәтләнгән иң билдәле әҫәр — Н.В. Гоголдең «Ночь перед Рождеством» повесы[7][24].
Ауыл ихатаһында һалам кәбәнен яндырыу мәжүсилеккә барып тоташҡан Раштыуа йолаһы булған. Бөтә туған-тыумаса, һалам тулыһынса янып бөткәнсе, тын баҫып торған. Мәрхүм ата-бабалар тоҡомдары яҡҡан ут янында йылына һәм киләһе уңышҡа булышлыҡ итә тигән ышаныу булған. Раштыуа байрамы алдынан, йола буйынса, изге юрауҙар башлана[25].
Элек урыҫ игенселәрендә, әгәр Раштыуа байрамында сит кешеләр араһынан тәүгеләрҙән булып ҡатын-ҡыҙ торлаҡҡа инһә, был йортта йәшәгән ғаиләнең ҡатын-ҡыҙы йыл буйына сирләйәсәк, тип иҫәпләнгән. Раштыуаға хужалар мотлаҡ рәүештә өйҙө йыйыштырған, мунса йыуынған, таҙа ашъяулыҡ түшәгән, байрам иртәһендә кейерлек яңы кейем әҙерләгән — киләһе уңыш шуға бәйле булған тип ышанған. Иртәнге аш алдынан һыу эскән кеше йәй буйы һыуһаяаҡ тип иҫәпләнгәндәр. Төрлө бәлә-ҡазанан ҡурҡҡанлыҡтан, үрмәгәндәр һәм текмәгәндәр — бер эш тә башҡармағандар. Мал көтөүҙән ҡасмаһын өсөн, табын өҫтәле аяҡтарын бер-береһенә бау менән бәйләгәндәр. Иртәнге ғибәҙәт ҡылғандан һуң, руханиҙар мәхәллә кешеләренең өйҙәре буйлап йөрөп, Алланы «данлаған» (христославили)[25]. Ахырҙа, Раштыуа сочельнигына ҡаты Раштыуа подавали долгожданный рождественский ужин, завершающий строгий Рождественский пост[26].[⇨]
Заманса байрам йолалары
Донъяуи
Рәсәй халҡы өсөн Раштыуа ғаилә байрамы һанала. Раштыуа байрамын үткәреү йолалары күп осраҡта бөгөн дә һаҡланған һәм бөтә Яңы йыл байрамдарында (7 ғинуарҙа Раштыуа көнөн иҫәпкә алып) ҡулланыла[27].
Дини
6-нан 7 ғинуарға тиклем Рәсәй федераль телеканалдарынан Раштыуа байрамы ғибәҙәте: великое повечерие, утреня һәм литургия (2001 йылдан Ҡотҡарыусы Христос ҡорамынан) тапшырыла. Беренсе телетрансляция 1992 йылда Беренсе һәм Рәсәй-1 каналынан алып барыла[28]. Некоторые православные верующие участвуют в рождественских богослужениях непосредственно в храмах[27][29][7]. Ураҙа тотоусылар 9 % ҡына[27].
Һынамыштар һәм хөрәфәттәр
- Раштыуаға ҡарата ҡояш та уйнай[30].
- Раштыуа байрамының тәүге өс көнөндә ағастарҙа бәҫ булһа — иген уңышы мул була[30].
- Әгәр был көндә йылы булһа — яҙ һалҡын була[30].
- Раштыуала көн йылы булһа — иген ҡара һәм ҡуйы була[25].
- Төн буранлы булһа — бал ҡорттары күс булып яҡшы айырылыр[25][30].
- Төндә йондоҙҙар ҡуйы булһа — еләк (борсаҡ[25]) ҡуйы була, әгәр һирәк булһа, еләк аҙ булыр[30].
- Әгәр Раштыуа яңы тывуған айға тап килһә, йыл уңышлы булмай[25].
- Раштыуанан башлап Масленицаға тиклем йыллыҡ хеҙмәт һәм финанс килешеүҙәре төҙөйҙәр[25].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Комментарийҙар
- ↑ 1935 йылдың декабрендә «Правда» гәзитендә Украина Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының икенсе секретары Павел Постышевтың хаты баҫыла, унда ул «балалар өсөн коллектив шыршылар» ойошторорға тәҡдим итә. Шул йылда уҡ Ҡыш бабай ҡатнашлығында күләмле «шыршы» байрамдары ойошторола (һуңғараҡ уға Ҡарһылыу ҙа уға ҡушыла). 1936 йылда Халыҡ Комиссарҙары Советы, рәсми рәүештә байрам итеүҙе нығытып, Яңы йылды байрам итеү тураһындағы декрет ҡабул итә.
Сығанаҡтар
- ↑ 1 2 Рождество Господа Бога и Спаса нашего Иисуса Христа. Русская Православная Церковь
- ↑ Статья 112. Нерабочие праздничные дни // Трудовой кодекс Российской Федерации от 30.12.2001 N 197-ФЗ. — (с изм. и доп., вступ. в силу с 01.09.2023).
- ↑ 1 2 3 4 М. О. Захарченко. Языческие и христианские аллюзии в праздновании русского Рождества на примере рождественских предметов // Гуманитарные исследования в Восточной Сибири и на Дальнем Востоке. — 2008. — № 1(1). — С. 79—87.
- ↑ Официальный сайт Московского патриархата. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2023.
- ↑ Рождественские Святки - 2023: самые проверенные и точные гадания. Sputnik (3 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2023.
- ↑ Мадлевская, Е. Л. Вертеп. Российский этнографический музей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2014. Архивировано 19 ғинуар 2014 года.
- ↑ 1 2 3 Энциклопедия обрядов и обычаев. — СПб.: Респекс, 1996. — С. 11—55, 80—88. — ISBN 5-7345-0063-1.
- ↑ История новогодней елки в России. Досье. ТАСС (14 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2023.
- ↑ Баланцев А. В., Слезин А. А. [http://publishing-vak.ru/file/archive-history-2011-1/1-balantsev-slezin.pdf Комсомол первой половины 1920-х годов в борьбе с религиозным влиянием среди западных колонистов] // «Белые пятна» российской и мировой истории. — 2011. — № 1. — С. 8—31. — ISSN 2223-5418.
- ↑ Серапинас С. Гуляй, рванина! (7 октябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2023. Архивировано 10 ғинуар 2017 года.
- ↑ Почему разнятся даты католического и православного Рождества. РИА Новости (24 декабрь 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2023.
- ↑ Грязев А. 100 лет революции: как большевики отменили Рождество. Газета.ru (7 ғинуар 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2023.
- ↑ Постановление СНК СССР от 24.09.1929. www.libussr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2023. Архивировано 19 декабрь 2017 года.
- ↑ 1 2 3 4 Козкина А., Швец Д. «Только тот, кто друг попов, елку праздновать готов». Как большевики боролись с Рождеством. Медиазона (7 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2023.
- ↑ Запрет. Новогодние и рождественские традиции в России в XIX-XX вв. Архивный комитет Санкт-Петербурга. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2023.
- ↑ Рождество в Стране Советов. Культура.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2023.
- ↑ Рожков А. Ю. В кругу сверстников: жизненный мир молодого человека в Советской России 20-х годов: в 2 т.. — Краснодар: Перспективы образования, 2002. — Т. 1. — 205 с. — ISBN 5937490177.
- ↑ Как праздновали Рождество в советское время. Официальный сайт мэра Москвы (25 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2023.
- ↑ Душечкина Е. В. Дед Мороз и Снегурочка // Отечественные записки. — 2003. — № 1.
- ↑ Постановление Верховного Совета РСФСР от 27.12.1990 № 2981-I «Об объявлении 7 января (Рождества Христова) нерабочим днём». Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2023.
- ↑ Газета «Известия» от 5 января 1991 года.
- ↑ Производственный календарь (2015 — 2024). КонсультантПлюс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2023.
- ↑ Митрофанова А. Колядки. Какие песни пели под Рождество? Журнал Фома (5 ғинуар 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2023.
- ↑ прот. Дебольский Г. С. Часть I. Праздники и дни церковные непереходящие. Святки // Дни богослужения Православной Кафолической Восточной Церкви. — 9-е изд. — Спб.: И.Л. Тузов, 1894. — Т. 1. — 664 с.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Круглый год. Русский земледельческий календарь, — М.: Правда, 1989, С. 59-62, ISBN 5-253-00598-6
- ↑ Как встречать Рождество: традиции и приметы. ИА PrimaMedia (6 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2023.
- ↑ 1 2 3 Рождество — праздник для всех. ВЦИОМ (7 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2023.
- ↑ [tvp.netcollect.ru/tvps/emarkjccexii.jpg Телепрограмма на 6-8 января 1992]. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2023. Архивировано 7 декабрь 2019 года.
- ↑ Рождество Христово. Храм Святителя Стефана Пермского. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2023.
- ↑ 1 2 3 4 5 Народный Месяцеслов, — М.: Современник, 1992, С. 80, ISBN 5-270-01376-2
Әҙәбиәт
- Е. Л. Мадлевская «Рождество Христово» // Российский этнографический музей
- Рождество Господа Бога и Спаса нашего Иисуса Христа. Русская Православная Церковь. Официальный сайт Московского патриархата. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2023.
