Раштыуа открыткаһы
Һүрәтләнеше
Раштыуа открыткаларын, ғәҙәттә, көнбайыш илдәрҙә һәм Азияла күп кенә кешеләр бер-береһенә (шул иҫәптән мәсих булмағандар ҙа) Христос Раштыуаһы алдынан аҙна дауамында ебәрә.
Уларҙа ҡотлауҙың традицион тексы бирелә; мәҫәлән, инглиз телле илдәрҙә ул түбәндәге йөкмәткеле: инглиз телендә «Wishing you a Merry Christmas and a Happy New Year» («Күңелле Раштыуа һәм бәхетле Яңы йыл теләктәре менән»). Был ҡотлауҙың бик күп варианттары бар: күп кенә открыткаларҙа күбеһенсә дини хистәр сағыла йәки Изге Яҙманан шиғыр, доға йәки юлдар бар, дини йөкмәткеле булмаған һәм дөйөм ҡотлауҙан торғандары ла байтаҡ, мәҫәлән, «Байрам менән» тип яңғырарға мөмкин.
Раштыуа открыткалары, ҡағиҙә булараҡ, сәнәғәт ысулы менән эшләнә һәм ошо байрам уңайынан һатып алалар. Уларҙың биҙәлеше туранан-тура Христостың тыуыуы менән бәйле һәм унда христиан символикаһы: изге Рухты ла, тыныслыҡты ла сағылдырған Вифлеем йондоҙо йәки аҡ күгәрсен һүрәттәре булырға мөмкин.
Раштыуа открыткаларының күбеһе донъяуи характерҙа һәм байрам менән бәйле объекттарҙы һүрәтләй, мәҫәлән, Раштыуа персонаждары (Ҡыш бабай, уның боландары, ҡар һындар), был байрам менән бәйле әйберҙәр (шәмдәр, шыршы биҙәүестәре, шыршылар), саралар (байрам сауҙаһы, кисәләр) йәки йылдың ошо ваҡыты (ҡар, төньяҡ ҡышы флора һәм фаунаһы). Ҡайһы берҙәре юмористик характерҙа, бигерәк тә Ҡыш бабайҙың һәм уның яҡындарының шаянлыҡтары һүрәтләнә.
Тарихы
Тәүге коммерция Раштыуаһы открыткаларын 1843 йылдың 1 майында Лондонда Генри Коул сығара, уларҙа Джон Хорслиның иллюстрацияһы ҡулланыла[2][3][4]. Һүрәттең уртаһында ғаиләнең өс быуыны күрһәтелгән, ике яҡлап та хәйриә эшмәкәрлеге — фәҡирҙәргә ашамлыҡ һәм кейем таратыу сәхнәләре төшөрөлгән[5]. 2050 открытканан торған ике партия баҫыла, улар шул уҡ йылда һатыла, һәр береһенең хаҡы бер шиллинг тора[6].
Беренсе инглиз открыткаларында ҡышҡы йәки дини темалар һирәк һүрәтләнә, улар урынына яҙ яҡынлашыуын иҫкә төшөрөүсе сәскәләр, әкиәт һүрәттәренә өҫтөнлөк бирелә. Балаларҙы һәм хайуандарҙы юмористик һәм сентименталь һүрәтләү популяр булған. 1873 йылдың Раштыуаһына Пранг һәм Майер литографик фирмаһы Англияның баҙары өсөн ҡотлау ҡағыҙҙары сығара башлай. Фирма 1874 йылда Америкала Раштыуа открыткалары һата башлай, ул — Америкала открыткалар тәҡдим иткән тәүге типография. Уның хужаһы Луи Прангты ҡайһы берҙә «Америка Раштыуа картаһының атаһы» тип атайҙар[7]. 1880-се йылдарға Пранг хромолитография алымы менән йылына биш миллиондан ашыу открытка сығара[2]. Раштыуа открыткаларын етештереү XX быуат дауамында күп кенә канцелерия етештереүселәр өсөн килемле эш була, шул уҡ ваҡытта открыткаларҙың дизайны зауыҡҡа ҡарап һәм матбуғат техникаһы менән бергә даими үҙгәреп тора.
Хәҙерге ваҡытта киң билдәле Hallmark Cards брендына 1913 йылда Джойс Холл нигеҙ һала. Беренсе донъя һуғышы башланыу менән, һалдаттарға открыткалар ебәреү ихтыяжы арта[8]. Ағалы-ҡустылы Холлдар, уларға ихтыяждың артыуынан файҙаланып, ҙур уңышҡа өлгәшә. Донъя һуғыштары илһөйәрлек тематикаһындағы открыткалар барлыҡҡа килтерә.
Дини булмаған илдәрҙә (мәҫәлән, Чехия Республикаһында), был открыткалар Яңы йыл открыткалары тип атала, әммә улар Раштыуаға тиклем ебәрелә, һәм төп баҫым (дини символикаһыҙ һүрәт, текстар) Яңы йылға яһала.
Төрҙәре
Рәсми
«Рәсми» Раштыуа открыткаларының тарихы 1840-сы йылдарҙа королева Викториянан башлана. Британия король ғаиләһе открыткалары, ғәҙәттә, йылдың мөһим шәхси ваҡиғаларын сағылдырған портреттарҙан тора. Америка сәйәси тормошонда, сиркәүҙе дәүләттән айырыу тәжрибәһе өҫтөнлөк итеүгә ҡарамаҫтан, президент һәм беренсе ханым исеменән һәр Раштыуа байрамында Аҡ йорттан байрам открыткалары ебәреү йолаһы күптән бар[9]. Был йола АҠШ президенты Калвин Кулиджға барып тоташа, ул 1927 йылдың Раштыуа көнөндә тыныслыҡ тураһында яҙма хәбәр ебәргән беренсе президент була[9][10].
1953 йылда АҠШ президенты Дуайт Эйзенхауэр Аҡ йорттан тәүге рәсми открытка ебәрә. Открыткаларҙа ғәҙәттә Аҡ йорт күренештәре төшөрөлә. Йылдар үтеү менән, адресаттар һаны күп тапҡырға арта — 1961 йылда ни бары 2 мең булһа, 2005 йылда 1,4 миллионға етә[11].
Коммерция открыткалары
Күп кенә предприятиелар, бәләкәйҙәренән алып күп милләтле компанияларға тиклем, Раштыуа открыткаларын, яҡшы мөнәсәбәттәрҙе көйләү, бренд тураһында хәбәрҙарлыҡты һаҡлау һәм социаль бәйләнештәрҙе нығытыу ысулы тип иҫәпләп, клиенттары исемлегендәге кешеләргә ебәрә. Уларҙың һүрәттәре һәр ваҡыт тиерлек абстракт һәм донъяуи характерҙа була һәм продукцияны һатыуға йүнәлтелмәй, тик компания исеме генә телгә алына.
Хәйриә открыткалары
Күп кенә ойошмалар Раштыуа открыткаларын аҡса йыйыу маҡсатында махсус сығара. Бындай программалар араһынан иң билдәлеһе булып 1949 йылда башланған ЮНИСЕФ фондының Раштыуа открыткаларын сығарыу программаһы торалыр, моғайын. Уның өсөн рәссамдарҙың донъяла танылыу яулаған әҫәрҙәре һайлап алына. Бөйөк Британияла урынлашҡан Шәфҡәт күрһәтеүселәргә консультация ярҙамы күрһәтеү йәмғиәте йыл һайын үҙҙәренә ярҙам итеү өсөн тәғәйенләнгән хәйриә ойошмаларына иң әҙ килем килтергән открыткаларға «Scrooge Award» премияһын тапшыра[12].
Ҡулдан яһалған открыткалар
XIX быуаттан башлап күп ғаиләләр һәм айырым кешеләр үҙҙәренең Раштыуа открыткаларын яһауға өҫтөнлөк бирә. Уның йә аҡса етмәү йәки ижад ниәте, йә был эште коммерциялаштырыуға юл ҡуймау маҡсаты менән бйле булыуы мөмкин. Һатып алынған йәки коммерция бүләктәре менән сағыштырғанда ҡулдан эшләнгән бүләктәргә өҫтөнлөк бирелә, юғарыраҡ баһалана. Күп кенә ғаиләләрҙә Раштыуа открыткалары бергәләп әҙерләгән. Бәлеш әҙерләү һәм шыршы биҙәү кеүек үк байрамдың бер өлөшөнә әүерелгән.
Цифрлы фотография һәм баҫма ҡаҙаныштары күптәргә үҙҙәренең үҙенсәлекле һүрәттәрен дә, фотоһүрәттәрен дә, күп кенә компьютер программаларында булғандарын да ҡулланып, үҙ открыткаларын проектлау һәм баҫтырыу технологияһын ҡулланыу мөмкинлеге бирә.
Төрлө телдәрҙә ҡотлауҙар
Түбәндә рус телендәге Раштыуа открыткаларындағы «Яңы йыл һәм Раштыуа менән» ҡотлауы ҡайһы бер телдәргә тәржемәһе килтерелә:
- албан: Gëzuar Krishtlindjet dhe Vitin e Ri
- инглиз: Merry Christmas and a Happy New Year
- баск: Gabon Zoriontsuak eta urte berri on
- белорус: З Новым Годам i Калядамi
- болгар: Весела Коледа и Честита Нова Година
- венгер: Kellemes Karácsonyi Ünnepeket és Boldog Új Évet, или просто: BUÉK
- вьетнамский: Chúc mừng Giáng Sinh
- галисий: Bo Nadal e Feliz Aninovo
- голланд: Prettige kerstdagen en een gelukkig nieuwjaar
- грек: Καλά Χριστούγεννα και ευτυχισμένος ο Καινούριος Χρόνος
- грузин: გილოცავთ შობა-ახალ წელს
- дат: Glædelig jul og godt nytår!, или просто: God jul
- немец: Fröhliche Weihnachten und ein glückliches/gutes Neues Jahr
- исланд: Gleðileg jól og farsælt nýtt ár
- индонезия: Selamat Hari Natal dan Tahun Baru
- ирланд: Nollaig Shona Duit
- испан: Feliz Navidad y próspero Año Nuevo
- итальян: Buon Natale e Felice Anno Nuovo
- каталан: Bon Nadal i Feliç Any Nou
- латыш: Priecīgus Ziemassvētkus un laimīgu Jauno gadu
- литва: Linksmų šventų Kalėdų ir laimingų Naujųjų metų
- македон: Среќна Нова Година и честит Божиќ
- мальта: Il-Milied Hieni u s-Sena t-Tajba
- монгол: Зул сар болон Шинэ жилийн баярын мэнд хүргье
- норвег: God jul og godt nyttår
- фарсы: کریسمس و سال نو مبارک
- Поляк теле: Wesołych Świąt i Szczęśliwego Nowego Roku
- португал: Feliz Natal e um Feliz Ano Novo
- румын: Crăciun Fericit și La mulți ani
- словак: Veselé Vianoce a Štastný Nový rok
- урду: آپکو بڑا دن اور نیا سال مبارک ہو
- филиппин: Maligayang Pasko at Manigong Bagong Taon
- фин: Hyvää joulua ja onnellista uutta vuotta
- француз: Joyeux Noël et Bonne Année
- хорват: Čestit Božić i sretna Nova Godina
- чех: Veselé vánoce a šťastný nový rok[13]
- швед: God Jul och Gott Nytt År
- эстон: Häid jõule ja head uut aastat
Галерея
Америка Ҡушма Штаттарының төрлө йылдарҙағы Раштыуа открыткалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Christmas Card Day
- ↑ 1 2 Christmas Card. Encyclopaedia Britannica. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2015. Архивировано 29 июнь 2016 года.
- ↑ Christmas card sold for record price Архивная копия от 5 февраль 2006 на Wayback Machine BBC News. Retrieved 12 June 2011.
- ↑ Будаи, Дьёрдь The History of the Christmas card. — Detroit, MI, USA: Omnigraphics, 1992. — P. 8. — xxiii + 304 p. — ISBN 1-55888-909-4. (инг.)
- ↑ The Times (London, England), 26 November 2001, p.8 12 cards from the original print run are said to survive: one, sent by Henry Cole and his wife to his grandmother, was sold in 2001 for £20,000.
- ↑ Iris Earnshaw. The History of Christmas Cards. Inverloch Historical Society Inc. (ноябрь 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2008. Архивировано 26 май 2016 года.
- ↑ Meggs, Philip B. A History of Graphic Design. ©1998 John Wiley & Sons, Inc. p 148 ISBN 0-471-29198-6.
- ↑ Olson J. S., Mendoza A. O. American Economic History: A Dictionary and Chronology. Архивная копия от 23 сентябрь 2016 на Wayback Machine — Greenwood: ABC-CLIO, 1946. — P. 287. — 695 p. (инг.)
- ↑ 1 2 David Greenberg. Signed, Sealed, Secular. LA Times. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2015. Архивировано 23 июнь 2015 года.
- ↑ Christian Storm. Happy Holidays from the White House. Business Insider. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2015. Архивировано 15 апрель 2017 года.
- ↑ Melissa McNamara. Bush 'Holiday' Cards Cause Stir, CBS News (7 декабрь 2005). 22 сентябрь 2010 тикшерелгән.
- ↑ 2nd Annual Charity Christmas Card Awards. Charitiesadvisorytrust.org.uk. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2010. Архивировано из оригинала 16 декабрь 2003 года.
- ↑ Vánoce, Velikonoce. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2010. Архивировано из оригинала 19 апрель 2002 года.
Һылтанмалар
- BBC Devon News Story of the first commercial Christmas card, including picture. Retrieved 2 January 2006.
- BBC December 3, 2005: First Christmas card sold for £8,469. Retrieved 2 January 2006.
- The History of Greeting Cards including many galleries of images