Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү фонды
Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү фонды (рус. Фонд сохранения и изучения родных языков народов Российской Федерации) — «Рәсәй дәүләтенең милли байлығы һәм тарихи-мәҙәни мираҫы булған Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу маҡсатында» 2019 йылдың 21 февралендә рәсми раҫланған Рәсәй дәүләт фонды[1]. Фондты ойоштороусылар булып Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы һәм Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тора. Фондтың бурыстарына илдең бөтә биләмәһендә туған телдәрҙе өйрәнеүгә ярҙам итеү, дәреслектәр һәм һүҙлектәр төҙөү, уҡытыусылар әҙерләүҙә булышыу инә[2]. Фонд өс йыл эшләй: 2021 йылдың декабрендә Фондты ябыу тураһында ҡарар сығарыла, ул 2022 йылдың 11 февралендә көсөнә инә.
Тарихы
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау Һәм өйрәнеү фондын булдырыу тураһында»ғы Указға 2018 йылдың 26 октябрендә РФ Президенты тарафынан ҡул ҡуйыла[3][4][5][6]. Шул уҡ йылдың октябрендә «Рәсәй Федерацияһының тел төрлөлөгө: торошо һәм перспективалары» парламент тыңлауҙары сиктәрендә Фонд эшенең төп йүнәлештәре тикшерелә[7].
2019 йылдың 17 ғинуарында Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының һәм Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың «Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү фондын булдырыу һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү фонды уставын раҫлау тураһында» берлектәге бойороғона ҡул ҡуйыла. Унда Фондтың ағзалығы булмаған коммерцияға ҡарамаған ойошма булыуы билдәләнә. Фонд эшмәкәрлегенең төп маҡсаты — РФ халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм һәр яҡлап үҫтереү, уҡыусыларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең РФ халыҡтары телдәре араһынан тәрбиә, өйрәнеү һәм уҡытыу телен ирекле һайлау хоҡуғын тәьмин итеү буйынса белем биреү ойошмаларының мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн шарттар булдырыу[8].
Фонд идараһы составы һәм Фондтың попечителлек советы составы РФ Хөкүмәтенең 2019 йылдың 19 ғинуарындағы күрһәтмәһе менән раҫлана[9].
Рәсәй Федерацияһының Юстиция министрлығы Фондты рәсми рәүештә 2019 йылдың 21 февралендә теркәй: шулай итеп, Фонд БМО тарафынан Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар телдәре йылы тип иғлан ителгән йылда һәм йыл һайын 21 февралдә билдәләнгән Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә булдырыла[10].
Фонд идараһының һәм попечителлек советының беренсе ултырышы 6 февралдә үтә[11]. Ултырышта ойошма эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тикшерелә. Шулай уҡ мәғариф министры Ольга Васильева 2019 йылда ойошмаларға — 88 миллион һум, 2020 йылда — 96 миллион, 2021 йылда 98 миллион һум бүленәсәге хаҡында хәбәр итә[12]. 23 июлдә Хөкүмәттең Фондҡа федераль бюджеттан аҡса биреү тураһындағы ҡарары көсөнә инә, бының өсөн Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға федераль бюджеттан субсидиялар биреү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелә[13].
Фонд идараһы һәм попечителлек советы
Фонд идараһына ғалимдар ҙа, ведомство вәкилдәре лә инә.
Идараны Мәскәү дәүләт университеты проректоры филолог Татьяна Кортава етәкләй, уға шулай уҡ Рәсәй этнография музейы директоры Владимир Грусман, Рәсәй Фәндәр академияһының Антропология һәм этнография музейы директоры Андрей Головнев, Рәсәй Фәндәр академияһының Лингвистик тикшеренеүҙәр институты директоры Евгений Головко, Рәсәй дәүләт педагогия университетының Төньяҡ халыҡтары институты директоры Игорь Набок, Мәскәү дәүләт педагогия университеты Сит ил филологияһы институтының юғары уҡыу йортона тиклемге сит тел булараҡ рус телен уҡытыу кафедраһы мөдире Елизавета Хамраева, Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтының Урал-Алтай телдәре бүлеге мөдире Анна Дыбо һәм башҡалар инә. РФ Мәғариф министрлығынан дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Сергей Пилипенко, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтан етәксе урынбаҫары Михаил Мишин идара составына инә.
Фондтың попечителлек советын Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Фёдоров етәкләй. Советҡа Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ башлығы Игорь Баринов, Мәғариф министрлығы етәксеһе Ольга Васильева, фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Марина Боровская, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова, Дәүләт Думаһының милләттәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Илдар Ғилметдинов һәм башҡалар инә. Советта академиктар һәм уҡытыусылар берләшмәһе мәнфәғәттәрен Рәсәй Фәндәр академияһы Этнология һәм антропология институтының ғилми етәксеһе Валерий Тишков, Рәсәй мәғариф академияһы президенты Юрий Зинченко, РДПУ ректоры Сергей Богданов, Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһының координация советы рәйесе Людмила Дудова һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты директоры Андрей Кибрик сағылдыра.
Фондтың эшмәкәрлеге
Фондтың бурыстарына илдең бөтә биләмәһендә туған телдәрҙе өйрәнеүгә ярҙам итеү, дәреслектәр һәм һүҙлектәр төҙөү, уҡытыусылар әҙерләүҙә булышыу инә. Фонд халыҡтарҙың туған телдәре буйынса кәрәкле уҡыу әҙәбиәтен булдырыуҙы туранан-тура ойоштороу менән шөғөлләнә, мәҫәлән, 2019 йылда төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтарының туған телдәре буйынса 64 уҡыу әсбабы булдырылған. Уҡыу әҙәбиәтенән тыш, Фонд үҙенең сайтында ҡайһы бер телдәрҙәге баҫмаларҙы асыҡ рәүештә урынлаштыра, шулай уҡ онлайн курстар әҙерләү менән шөғөлләнә.
- Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү фондының төп эшмәкәрлеге сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы һәм Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында 2019 йылдың 19-21 сентябрендә Нарьян-Мар ҡалаһында «Рәсәй Федерацияһының Дөйөм белем биреү системаһында Алыҫ Төньяҡ аҫаба халыҡтары телдәре» семинар-кәңәшмәһе үтә[14].
- 2019 йылдың 26 ноябре: Санкт-Петербургта Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығыштың аҙ һанлы төп халыҡтарының туған телдәр, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы ойошторола[15].
- 2019 йылдың 13 декабре: «Мәғариф системаһында Рәсәй халыҡтарының туған телдәре: хәҙерге торошо һәм үҫеш перспективалары» ике көнлөк Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһын ойоштороу һәм унда ҡатнашыу[16].
- 2019 йылдың 29 ноябре: Нальчикта милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет сиктәрендә күргәҙмә ойоштороу[17].
- 2020 йылдың июне: Фонд ярҙамында Рәсәй Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының Бәләкәй телдәрҙе тикшереү һәм һаҡлау лабораторияһы лингвисы Карина Мищенкова эшләгән эвен һәм эвенк телдәре диалекттарында «Стойбище» беренсе өҫтәл уйыны сығарыла[18]
Фондты ябыу
2021 йылдың йәйендә Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Фондтың эш һөҙөмтәләрен яҡшы тип баһалап, «федераль башҡарма власть органдарына буйһонған үҫеш институттарының, автономиялы ойошмаларҙың һәм фондтарҙың структураһын һәм һанын ҡулайлаштырыу буйынса эштәрҙе башҡарыу хаҡына» уны ябыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Фондты Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡҡа буйһонған федераль дәүләт бюджет учреждениеһына әйләндереү планлаштырыла, ә фонд вәкәләттәре төҙөләсәк федераль дәүләт бюджет учреждениеһы һәм Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы «Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәре федераль институты» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы араһында бүленә[19][20].
2021 йылдың 19 авгусында Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү фондын ойоштороусылар Мәскәү ҡалаһының Тверь район судына Фондты бөтөрөү тураһында дәғүә бирә. 2021 йылдың 17 декабрендә 02-4349/2021-се эш ҡарала, һөҙөмтәлә суд Фондты ябыу тураһында ҡарар сығара. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, был ҡарар 2022 йылдың 11 февралендә көсөнә инә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ О создании Фонда сохранения и изучения родных языков народов России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 22 март 2019 года.
- ↑ Создан Фонд сохранения и изучения родных языков народов Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 22 март 2019 года.
- ↑ Путин поручил создать Фонд сохранения и изучения родных языков народов РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 22 март 2019 года.
- ↑ В России создаётся Фонд сохранения и изучения родных языков народов страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 22 март 2019 года.
- ↑ Путин поручил создать Фонд сохранения языков народов РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 22 март 2019 года.
- ↑ Путин распорядился создать Фонд сохранения и изучения родных языков народов РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 22 март 2019 года.
- ↑ В Государственной Думе обсудили основные направления работы Фонда сохранения и изучения родных языков. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 22 март 2019 года.
- ↑ Минпросвещения предложило создать Фонд сохранения и изучения родных языков народов РФ - Парламентская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 22 март 2019 года.
- ↑ Правительство Российской Федерации Распоряжение. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025.
- ↑ Регистрация Минюстом России Фонда сохранения и изучения родных языков народов Российской Федерации символично совпала с Международным днем родного языка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025.
- ↑ Совет Федерации уделяет поддержке русского и национальных языков самое пристальное внимание — Н. Федоров | Совет Федерации Федерального Собрания Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 22 март 2019 года.
- ↑ Бюджет Фонда сохранения языков на три года составит 282 млн рублей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025.
- ↑ Фонд изучения родных языков получит государственную субсидию - Парламентская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025.
- ↑ Семинар-совещание «Языки малочисленных народов Севера, Сибири и Дальнего Востока в системе общего образования Российской Федерации: современное состояние и перспективы развити... Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025.
- ↑ II Всероссийский съезд учителей родных языков, литературы и культуры коренных малочисленных народов избрал нового руководителя Ассоциации преподавателей | КМНС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 21 февраль 2020 года.
- ↑ Всероссийская конференция по сохранению родных языков прошла в Общественной палате РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 21 февраль 2020 года.
- ↑ В Нальчике прошло заседание Совета при Президенте по межнациональным отношениям / Минпросвещения России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 21 февраль 2020 года.
- ↑ Лингвист РАН придумала настольную игру на 15 диалектах эвенского и эвенкийского. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 6 июнь 2020 года.
- ↑ Фонд изучения родных языков будет ликвидирован, заявляют в ФАДН (InFocus Press, 14.10.2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 24 февраль 2022 года.
- ↑ Фонд изучения родных языков будет ликвидирован (Национальный акцент, 14.10.2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. Архивировано 24 февраль 2022 года.
Һылтанмалар
- О фонде — родныеязыки.рф
- Н. Писанко. Фонд сохранения и изучения родных языков народов России. Коммерсантъ (21 март 2019).
- Критарова Ж. Н., Александрова О. М., Васильевых И. П., Гостева Ю. Н., Добротина И. Н., Ускова И. В. Развитие и сохранение родных языков народов РФ как стратегическое направление образовательной политики страны // Отечественная и зарубежная педагогика. — 2019. — № 6 (63). — DOI:DOI:10.24411/2224-0772-2019-10047.
- Доржеева Виктория Владимировна, Слепцова Ольга Юрьевна. Сохранение и возрождение языков коренных малочисленных народов в современных полиэтничных государствах (на примере Канады и России) // Манускрипт. — 2021. — № 4.
- Елена Колебакина-Усманова, Гульназ Бадретдин. «Вот сейчас как наляпаем учебников!»: почему фонд родных языков остался фикцией? Бизнес Online (30 ғинуар 2020).
- Елена Колебакина-Усманова. От Госдумы и указа Путина до уголовных дел и ликвидации: поучительная история фонда родных языков. Бизнес Online (4 ноябрь 2021).