Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы
Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы (рус. Вагапов Сабир Ахмедьянович, 10 май 1904 йыл — 7 август 1992 йыл) — хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1940 йылдан БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе, 1946—1953 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 1‑се секретары. 1950—1954 йылдарҙа СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы Президиумы ағзаһы, СССР, РСФСР һәм Башҡорт АССР-ының 1—3‑сө саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Дүрт Ленин (1943, 1944, 1948, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Сабир Әхмәтйән улы Ваһапов 1904 йылдың 10 майында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған.
1936 йылда Свердловск ҡалаһында Сәнәғәт академияһын тамамлаған.
1920—1940 йылдарҙа партия, дәүләт һәм хужалыҡ эштәрендә була. 1930 йылда — Мәсетле районын ойоштороусы.
1940—1946 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе.
1946—1952 йылдарҙа — ВКП (б)-ның, 1952—1953 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.
1929—1933 йылдарҙа — Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы.
1946—1954 йылдарҙа — СССР Юғары Советы депутаты. 1950—1954 йылдарҙа СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы.
1951—1955 йылдарҙа — РСФСР һәм БАССР Юғары Советтары депутаты.
1993 йылдың 7 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.
Бүләктәре
- Ленин ордены (1943)
- Ленин ордены (1944)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- Ленин ордены (1948)
- Ленин ордены (1949)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1972)
- 10 миҙал
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Хажиев Р.З.. Кем һин, Сабир Ваһапов? : повестар, очерктар. — Өфө : Китап, 2004. — 326 б. — ISBN 5-295-03404-6.
Сығанаҡтар
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. руссанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З. Шәкүров — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Һылтанмалар
- Ирғәлин Ғ. Д. Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Краткая справка о Вагапове С. А. на сайте Известные персоны и их биографии и книги
- Краткая справка о Вагапове на сайте Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991