Святослав Игоревич
Святослав Игоревич (Свѧтославъ Игоревичь; 920 һәм 942 араһында
— яҙ йәки март[1] 972) — Новгород кенәзе һәм Бөйөк Киев кенәзе (945 йылдан, ғәмәлдә 964 й.— 972 й.), полководец булараҡ билдәле.
Святослав, 945 йылда, атаһы Киев кенәзе Игорь һәләк булғандан һуң, өс йәшендә бөйөк кенәз тип иғлан ителә, яҡынса 961 йылда (964 йыл, йылъяҙма буйынса) үҙаллы идара итә башлай. Святослав ваҡытында Киев Русе менән башлыса әсәһе— княгиня Ольга идара итә (тәүҙә Святослав бәләкәс ваҡытта, һуңынан хәрби походта даими булған сағында). 972 йылда, Болгариянан походтан ҡайтҡанда, Днепр тупһалары янында Святослав бәшнәктәр тарафынан үлтерелә.
Исеме
Святослав — беренсе славян исеме менән билдәле Киев кенәзе, шул уҡ ваҡытта ата-әсәһенең исеме— Скандинавия германдары исемдәре[2][3][4][5].
X быуатта уның исеме Византия сығанаҡтарында Сфендославос (бор. грек. Σφενδοσθλάβος)[6] булараҡ яҙылған, тарихсылар, В. Н. Татищевтан башлап, Свен, скандинав исеме (дан. Svend, бор.-сканд. Sveinn, хәҙ. швед. Sven) славян кенәзенең тамамланған ҡушымсаһы -слав[прим. 1] менән бәйләнгән тип фараз итә. Әммә бындай трактовкалар хәҙерге заман тарихнамәһендә дөрөҫлөккә тап килмәй тип һанала. Свент-менән сит тапшырыуҙарҙа башҡа славян исемдәре лә башлана, Свят- мәҫәлән, исеме Святополк (сығанағы бор. үр. нем. Zwentibald — Звентибальд, йәки лат. Suentepulcus — Свентипулк[7]), Бөйөк Моравия кенәзе 870—894 йылдарҙа, йәки Киев кенәзе 1015—1019 йыл Святополк Владимирович (лат. Suentepulcus ул Титмар Мерзебургский). Фасмер этимологик һүҙлегенә ярашлы, исемдәрҙең башланғыс өлөшө праслав. *svent- танау өндәре һуҙынҡыларын юғалтҡас, хәҙерге заман көнсығыш славян свят — изге тип бирә. Поляк теленең танау һуҙынҡылары бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған (пол. święty — изге).
Элек билдәләнгәнсә[8] , Святослав исеменең беренсе өлөшө әсәһе Ольга менән Олег Вещий (бор.-сканд. Helgi — изге тигән бор.-сканд. Helga — изге) скандинав исемдәренә бәйле, ә икенсеһе — Рюрик (бор.-сканд. Hrorekr — бөйөк), иртә урта быуат традициялары буйынса, исем биргәндә, кенәздең башҡа ғаилә ағзаларын иҫәпкә алыу традицияһына ярашлы бирелгән тип әйтергә була. Әммә хәҙерге тикшеренеүселәр исемдәрҙе былай бер телдән икенсе телгә күсереүҙе шик аҫтына ҡуя. Тарихсы Е. А. Рыдзевская Святослав исемен шулай аңлатыу тарихлыҡ принцибына ҡаршы килә ти[9]. Ҡатын-ҡыҙ исемдәре варианты — Святослава — әсәһе Польша королдәре Пясттар династияһынан булған, Дания һәм Англия короле Бөйөк Кнуд I-нең ҡәрендәшенең исеме.
1912 йыл Киевта Дмитрий Милеев Десятинный сиркәүендә ҡаҙыныу эштәре үткәрә. Бында ҡурғаш мисәт табыла[10], унда кенәздең ике йәпле һәнәге һүрәтенән тыш, грекса яҙылған Святослав исеме лә һаҡланған[11].
Биографияһы
Тыуған датаһы
Тикшеренеүселәр кенәздең тыуған датаһы тураһында күп бәхәсләшәләр, һәр береһе үҙенең версияһын килтерә. Күп тарихсылар 920—942 йылдар сигенән сыҡмай.
Боронғо урыҫ йылъяҙмалары на ярашлы Святослав кенәз Игорь һәм Ольганың берҙән-бер улдары була. Тыуған йылы аныҡ ҡына билдәле түгел. Ипатьев исемлеге[12]буйынса Святослав 942 йылда тыуған, әммә башҡа Повесть временных лет исемлектәрендә , мәҫәлән, , Лаврентьевскаяла бындай яҙыу юҡ. Бындай мөһим мәғлүмәтте күсереп яҙыусылар төшөрөп ҡалдырыуы шикләндерә. Шуға ҡарамаҫтан, күп кенә тарихсылар 942 йыл Святослав тыуған йыл тип килтерә[13][14][15][16]. Әммә был датаны башҡа тикшеренеүселәр һорауҙар аҫтында ҡалдырған[17][20][1].
Фараз ителгәнсә, Святослав яҡынса 941 йылда тыуған (шул уҡ ваҡытта В. В. Фортунатов билдәләүенсә, был осраҡта әсәһе Ольга 55 тән кәм булырға тейеш түгел)[18]. Л. В. Войтович кенәз яҡынса 938 йылда тыуған тип һанай [19].
Шулай уҡ әҙәбиәттә Святослав 920[прим. 2][20]йылда тыуған тигән мәғлүмәт Святослав идара иткән йылдарға ҡаршы килә. Королева А. С., моғайын, Святослав 920 йылдарҙа тыуған тип һанай.
П. Толочко фекеренсә, Святослав 930—932 йылдарҙан да элек тыумаған[21].
О. М. Рапов фекеренсә, Святослав, Болгария батшаһы Симеон, үлгән, йәғни 927 йылда тыуған[22]. Башҡа тарихсылар ҙа шулай булыуы ихтимал ти .
Ҡайһы бер баҫмаларҙа, тыуған көнө бөтөнләй төшөрөп ҡалдырыла һәм был мәсьәлә бер нисек тә күтәрелмәй[23][24].
Бала сағы һәм Новгород ҡалаһында кенәзлек итеүе
Святослав тураһында беренсе тапҡыр синхрон тарихи документта, кенәз Игорьҙың 944 йылдан Урыҫ — Византия килешеүендә иҫкә төшөрөлгән[25]
Кенәз Игорь Рюрикович, йылъяҙма версияһы буйынса, 945 йылдың көҙөндә древляндарҙан саманан тыш яһаҡ йыйған өсөн үлтерелгән. Ольга, уның тол ҡатыны, өс йәшлек улы ваҡытында регентша, киләһе йылда ғәскәр менән древляндар еренә китә.
ҡалҡан ағасҡа һөңгө ырғыта, һәм һөңгө аттың ҡолаҡтары араһынан осоп китә һәм аттың аяҡтарына бәрелә, сөнки Святослав әле бала ғына була. Һәм Свенельд һәм Асмуд : «Дружина, кенәз башланы инде; артабан кенәз артынан барабыҙ», - тинеләр.
— Повесть временных лет[26]
Игорь дружинаһы древляндарҙы еңә, Ольга уларҙы буйһонорға мәжбүр итә, ә унан һуң Русь буйынса йөрөп, идара итеү системалары төҙөй.
Йылъяҙмаға ярашлы, Святослав бөтә бала сағын Киевта әсәһе янында була, был Византия императоры Константин Багрянородный (яҡынса 949) иҫкәрмәһенә ҡаршы килә.
Константин Немогардаһында ғәҙәттә Новгородты күрәләр, артабан уның менән, йола буйынса, Киев кенәздәренең улдары хакимлек иткән. Святослав Новгородҡа атаһы иҫән саҡта ултыртылған тип аңлаталар[27]. Константин Святославты титулдарһыҙ Ольганың Константинополгә (957) сәфәре ваҡытында тасуирлай.
Үҙ аллы идара итеү башланыу
Кенәз ҡатыны Ольга 955—957 йылдарҙа суҡынған һәм улын да христианлыҡ ҡабул иттерергә тырышҡан. Әммә Святослав аҙаҡҡа тиклем мәжүси диндә ҡала, христиан булмаһа, дружинаһында абруй менән файҙаланмаясаҡ тип аңлата. Йылъяҙма Апостол Павелдан өҙөмтә килтерә:
| Иманһыҙҙар өсөн христиан дине йүләрлеккә тиң
Оригинал текст (рус.)
Для неверующих вера христианская юродство есть |
Ольганың Константинополгә илселеге ваҡытында, уның делегацияһына «Святослав кешеләре» лә кергән, беренсе ҡабул итеүҙә хатта Ольга ҡолдарынан да аҙраҡ бүләк алалар, икенсе ҡабул итеүҙә протоколда бөтөнләй телгә алынмағандар. А. В. Назаренко уйлауынса, Ольганың һөйләшеүҙәр маҡсаттарының береһе Святославтың грек батшаһы менән никахы була, никах кире ҡағылғас, «Святослав кешеләре» мыҫҡыллауҙы күтәрә алмай, беренсе ҡабул итеүҙән һуң уҡ Константинополде ташлап ҡайтып китәләр, ә Святослав мәжүси булып ҡала.
Көнбайыш Европа хроникаһы Продолжатель Регинон хәбәр итеүенсә, 959 йылда Ольга илселәре, Германия короле Оттон I Бөйөккә Русьты суҡындырыу мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт иткән. Әммә 961 йылдағы Оттон I ҙең Киевҡа ебәргән миссияһы, уңышһыҙлыҡҡа осрай — моғайын, был Святослав ҡаршылыҡ күрһәтеүе арҡаһында була, уның власҡа килгән йылдар 959 һәм 961арауығына тура килгән[30].
Святославтың тәүге үҙаллы аҙымдары тураһында 964 йылғы «Повесть временных лет» хәбәр итә:
Святослав үҫеп еткәс күп үуғыша, ул бик күп батыр яугирҙарҙы йыя башлай. Походтарҙа иһә үҙе менән йөк тә, ҡаҙандар ҙа алып бармай, ит бешермәй, әммә йылҡы итен, хайуан итен, һыйыр итен нәҙек итеп турап, күмерҙә ҡыҙҙырып ашай; уның сатыры ла булмай, әммә баш аҫтына эйәр һалып, тирлек түшәп йоҡлай, башҡа яугирҙары ла шундай уҡ була. Һәм һуғыш иғлан ителгәнгә тиклем башҡа ерҙәргә «Һеҙгә барам!» тип илселәрен ебәргән.
Оригинал текст (рус.)Когда Святослав вырос и возмужал, стал он собирать много воинов храбрых, и быстрым был, словно пардус, и много воевал. В походах же не возил за собою ни возов, ни котлов, не варил мяса, но, тонко нарезав конину, или зверину, или говядину и зажарив на углях, так ел; не имел он шатра, но спал, постилая потник с седлом в головах, — такими же были и все остальные его воины. И посылал в иные земли [посланников, как правило, перед объявлением войны] со словами: «Иду на вы!
— Повесть временных лет[33]
Хазар походы
«Повесть временных лет», билдәләгәнсә. 964 йылда Святослав « Ока йылғаһына һәм Волгаға бара, унда вятичтар менән осораша». Ихтимал, был ваҡытта, Святославтың төп маҡсаты, вятичтарҙы буйһондормай әлегә, йәғни уларға яһаҡ һалмай, хазарҙарға һөжүм итеү була.
965 йылда Святослав Хазарияға Һөжүм итә.
6473 йылдың йәйендә (965) Святослав Хазарҙарға китә. Был турала ишеткәс, хазарҙар уға ҡаршы кенәз Ҡаған сыға һәм һуғышырға йыйына, һәм Алышта Святослав Хазарҙы еңеп сыға, һәм уларҙың ҡалалары алына. Артабан Ясов менән Касоговты еңә.
Оригинал текст (рус.)В лето 6473 (965) пошёл Святослав на хазар. Услышав же, хазары вышли навстречу ему со своим князем каганом и сошлись биться, и в битве одолел Святослав хазар, и град их и Белую Вежу взял. И победил ясов и касогов.
— Повесть временных лет[34]
Бер версия буйынса, тәүҙә Святослав Дондағы Саркелды алған (965 йылда була), аҙаҡ икенсе походы менән 968/969 йылда Итил — Волга тамағындағы Хазар баш ҡалаһы , һәм Сәмәндәр — Каспий диңгеҙе яр буйында ултырған Хазарҙың икенсе ҙур ҡалаһы буйһондоролған. Икенсе версия буйынса, 965 йылдағы ҙур походта рус ғәскәрҙәре Волга буйлап аҫҡа табан хәрәкәт итә, Итилды алыу Саркелды алырға булышлыҡ итә.
Ваҡиғалар замандашы Ибн-Хаукал походты бер аҙ һуңыраҡ ваҡытта булған тип иҫәпләй һәм шулай уҡ Волга буйы Болғары менән һуғыш тураһында хәбәр итә, был һуғыш тураһында хәбәрҙәр башҡа сығанаҡтар менән раҫланмаған:
Болғар — бәләкәй генә ҡала, унда күп һанлы округтар юҡ, һәм ул юғарыла телгә алынған дәүләттәр өсөн порт булыуы менән билдәле булған, рустар уны тар-мар иткән һәм 358 йылда (968/969) Хазаран, Самандар һәм Итилгә килгәс, шунан уҡ Рум һәм Андалус иленә киткән... Ә әл-Хазар — ул яҡ, һәм унда Самандар тип аталған ҡала бар, ул уның менән Баб әл-Әбүәб араһындағы киңлектә урынлашҡан, һәм унда күп һанлы баҡсалар булған..., тик шунда рустар килеп еткәс, ҡала ла виноград та, йөҙөм дә ҡалмаған.
Оригинал текст (рус.)Булгар — город небольшой, нет в нём многочисленных округов, и был известен тем, что был портом для упомянутых выше государств, и опустошили его русы и пришли на Хазаран, Самандар и Итиль в году 358 (968/969) и отправились тотчас же после к стране Рум и Андалус… И ал-Хазар — сторона, и есть в ней город, называемый Самандар, и он в пространстве между ней и Баб ал-Абвабом, и были в нём многочисленные сады…, но вот пришли туда русы, и не осталось в городе том ни винограда, ни изюма.
— Ибн Хаукаль. «Книга путей и государств»[35]
Хазар ҡағанатын Святослав тар — мар итеү генә түгел, яуланған территорияларҙы үҙенә беркетергә лә тырыша. Саркел урынында славян ауылы Аҡ Вежа барлыҡҡа килә. Бәлки, шул уҡ ваҡытта Киев власы аҫтына Тмутаракан да күскәндер. Итилда урыҫ отрядтары 980-се йылдар башына тиклем булған тигән мәғлүмәт бар.
966 йылдарҙа, хазарҙар тар-мар ителгәндән һуң, «Повесть временных лет» йыляҙмаһында хәбәр ителеүенсә, вятичтар яңынан еңелә, уларға яһаҡ һалына.
Болгар батшалығы менән һуғыш (968—969)
967 йылда Византия һәм Болгар батшалығы араһында конфликт тоҡанып китә, сығанаҡтар яҙыуынса сәбәптәре төрлө. 967/968 йылда Византия императоры Никифор Фока Святославҡа илселәр ебәрә. Илселек башлығы Калокирға урыҫтарҙы Болгарияға һөжүм итергә ебәреү өсөн 15 кентинарий алтын (яҡынса 455 кг)[прим. 3] тапшырыла. Бер версия буйынса, Византия Болгар батшалығын сит ҡулдар менән тар — мар итергә теләй, шул уҡ ваҡытта Киев Русен көсһөҙләндереү була маҡсаты, Хазарияны ҡушҡандан һуң, ҡарашын Ҡырым империяһы биләмәләренә күсереү була[36]. Икенсе версия буйынса, Византия маҡсаты, болгар батшаһының агрессияһын сит ҡулдар менән йүгәнләүҙән ғибәрәт, Византия тышҡы сәйәсәтендә был стандарт күнекмә була[37].
Калокир Святослав менән Болгарға ҡаршы килешеү төҙөй, шулай уҡ Никифор Фокиҙан Византия тәхетен тартып алыуҙа булышыуҙы ла һорай. Бының өсөн, Византия хронистары Иоанн Скилица һәм Лев Диакон версияһы буйынса, Калокир « дәүләт ҡаҙнаһынан иҫәпһеҙ хазиналар», һәм бөтә яулап алынған болғар ерҙәренә хоҡуҡ вәғәҙә иткән.
968 йылда Святослав Болгарияға бәреп керә, Доростол янындағы алышта болгарҙарҙы тар — мар иткән, бик күп ҡалаларҙы алған, Дунай тамағындағы Переяславецта төпләнгән, уға «гректарҙан яһаҡ» ебәрелгән бында[38].
968—969 йылдарҙа печенегтар Киевҡа һөжүм иткән. Святослав атлы дружинаһы ҡаланы һаҡларға ҡайтҡан һәм печенегтарҙы далаға ҡыуып ебәргән. Тарихсы Анатолий Петрович Новосельцев фаразлауынса, күскенселәргә хазарҙар булышлыҡ иткәндәр (хәйер, был Византия өсөн отошло булмаған), ә Святослав яуап итеп уларға ҡаршы поход ойоштора, уның барышында Итил баҫып алына , ә Хазария тулыһынса тар -мар ителә.
Кенәз Киевта сағында, әсәһе, кенәз Ольга үлә, улы булмағанда, ғәмәлдә Русь менән ул идара иткән. Святослав дәүләт менән идара итеүҙе яңыса ойоштора: улдары Ярополкты Киев, Олегты— древлян, Владимирҙы— Новгородҡа ултырта. Шунан һуң, 969 йылда Киев кенәзе ғәскәрҙәре менән Болгарға китә[прим. 4]. Переяславец йылъяҙмаһы теүәл тап килмәй . Ҡайһы берҙә уны Преслав менән сағыштырғандар, йәки Дунай порты Кесе Преславҡа индерелгән. Билдәһеҙ сығанаҡтар версияһы буйынса (Татищев) Святослав булмағанда, Переяславецта воевода Бүре, болғар яғынан ҡамауҙы күтәрергә мәжбүр булды.[39]. Византия сығанаҡтары Святославтың болғарҙар менән һуғышын һаран һүрәтләгән. Уның ғәскәрҙәре кәмәлә Дунайҙағы Болгар ҡалаһы Доростолға килгән һәм алыштан һуң баҫып алған. Һуңыраҡ Болгар батшалығы баш ҡалаһы ла баҫып алынған. Преслав Бөйөк, батша Борис Святославҡа әсирлеккә эләгә[40]. Баш ҡала баҫып алынғас, бөтә ил бик тиҙ Святослав контроле аҫтына эләгә[прим. 5].
Византия менән һуғыш (970—971)
970 йылдың яҙында Святослав болғарҙар менән союз төҙөп, печенегтар һәм венгрҙар менән Фракиялағы Византия биләмәләренә һөжүм итә. Византия тарихсыһы Лев Диакон союздаш яугирҙар һаны 30 000-дән ашыу тип яҙған, шул уҡ ваҡытта Византия полководецы Вард Склир ҡул аҫтында 10 меңдән 12 меңгә тиклем һалдат булған. Вард Склир асыҡ яланда яуҙан ҡасып, көсөн ҡәлғәләрҙә һаҡлаған. Святослав ғәскәре Аркадиопол (120 км алыҫлыҡта Константинополдән)гә етә һәм унда генераль алыш булған. Византия сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, печенегтар уратып алынған һәм тар -мар ителгән, ә һуңынан Святославтың төп көстәре ҡыйратыла. Боронғо урыҫ йылъяҙмаһында ваҡиғалар икенсе төрлө бәйән ителә: йылъяҙмасының мәғлүмәттәре буйынса, Святослав еңеү яулаған, Царьградҡа яҡынлашҡан, әммә сигенгән, ҙур ғына яһаҡ алған, шул иҫәптән һәләк булған яугирҙар өсөн дә яһаҡ алған. Я. М. Сюзюмов һәм Сахаров А. Н.версияһы буйынса, урыҫ йылъяҙмаһында әйтелгәнсә,урыҫтар Аркадиополдән айырым алышта еңеү яулаған. Ул һуғыш 970 йылда булған, Византия ғәскәре менән Аркадиополь алышында телгә алынмаған патрикий Петр командалыҡ иткән, ә уға Аркадиополдә һуғышмаған урыҫ ғәскәрҙәренең бер төркөмө ҡаршы торған.
Тиҙҙән Византия армияһының төп өлөшө килгән һәм штурмлау башланған. Ун өсөнсө апрелдә византиялеләр ҡалаға бәреп керәләр, ләкин ҡүп кенә урыҫтар Симеон батша һарайы эсендә йәшеренәләр. Византиялеләр һарайҙы яндыралар һәм урыҫтарҙың күбеһе һәләк була. Янғындар ҡалаға ҙур зыян килтерә, данлыҡлы Алтын сиркәү юҡ ҙә юҡ ителә. Святослав төп көстәре менән, ҡаланы кире ҡайтарыуға өмөтләнеп, ҡалаға яҡынлаша, әммә уның юлында ,Доростола янында Цимисхий армияһы юл баҫа. Урыҫтар ҡәлғәгә ҡасҡан, өс айлыҡ айлыҡ ҡамау башлана. Урыҫтарҙың юғалтыуҙары арта, Святослав килешеү эҙләй башлай. Ул Цимисхийға илсеһен ебәрә, Болгариянан китергә теләген белдерә. Эштәрен тамамларға тырыша, Иоанн тәҡдимде ҡабул итә. Элекке сауҙа килешеүе тергеҙелә, шулай уҡ Константинополгә үҙ тауарҙарын килтереү мөмкинлеге асыла. Киевҡа ҡайтҡанда бик күп урыҫтар, Святослав үҙе лә, печенегтар ҡулынан һәләк була..
Византиялеләр Борис II не азат итәләр, әммә уны власҡа ҡайтармайҙар. Болгарияның баш ҡалаһы император хөрмәтенә Ионнополис тип үҙгәртелә, унда Византия наместнигы ҡуйыла. Бөтә көнсығыш Болгария Византияға ҡушыла, көнбайыш өлкәләр генә бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡала. Борис II батша тәхетенән һәм регалияларынан мәхрүм ителә, ул Изге София алтарена ҡуйыла. Элекке батша Константинополь ҡалаһында йәшәргә ҡала, ул императорҙан магистр[41][37]саны ала.
Һәләк булыуы
Тыныслыҡ килешеүе төҙөлгәндән һуң, Святослав имен-аман Днепр тамағына барып етте һәм көймәләрҙә ҡаялар яғына юл алды. Воевода Свенельд уға: «Князь, ҡаяларҙы ат менән урап үт, сөнки унда печенегтар тора», — тип кәңәш бирҙе. 971 йылда Днепр буйлап өҫкә күтәрелеү Святославҡа насип булманы, ул Днепр тамағында ҡышларға мәжбүр булды, ә 972 йылдың яҙында ҡабаттан юлға сығырға ниәт итте. Әммә печенегтар әле лә рус дружинаһын һағалап торҙо. Бәрелеш ваҡытында Святослав һәләк булды:
Яҙ еткәс, Святослав ҡаялар яғына юлланды. Уға печенегтар ханы Куря һөжүм итте, һәм Святославты үлтерҙеләр, уның баш һөйәгенән касә эшләп, көмөш менән биҙәп, һауыттан эстеләр. Ә Свенельд Киевҡа Ярополк янына ҡайтты.
Оригинал текст (рус.)Когда наступила весна, отправился Святослав к порогам. И напал на него Куря, князь печенежский, и убили Святослава, и взяли голову его, и сделали чашу из черепа, оковав его, и пили из него. Свенельд же пришёл в Киев к Ярополку.
— Повесть временных лет[42]
Святославтың печенегтар менән алышта һәләк булыуын Лев Диакон да раҫлай:
Сфендослав Дористолдан китте, килешеүгә ярашлы әсирҙәрҙе ҡайтарҙы һәм яугирҙәре менән тыуған яғына юлланды. Әммә юлда уларға, бет ашау менән билдәле, өйҙәрен күсереп йөрөтә торған һәм ғүмеренең күп өлөшөн арбаларҙа үткәрә торған күсмә ҡәбилә Бәшнәктәр һөжүм итте. Улар бөтә [рус дружинаһын] ҡырып бөтөрҙө, Сфендославты ла үлтерҙе, һәм рус яугирҙәренең бик аҙ өлөшө генә иҫән-һау тыуған яғына ҡайта алды.
— Лев Диакон[6]
Оригинал текст (рус.)
Сфендослав оставил Дористол, вернул согласно договору пленных и отплыл с оставшимися соратниками, направив свой путь на родину. По пути им устроили засаду пацинаки — многочисленное кочевое племя, которое пожирает вшей, возит с собою жилища и бо́льшую часть жизни проводит в повозках. Они перебили почти всех [росов], убили вместе с прочими Сфендослава, так что лишь немногие из огромного войска росов вернулись невредимыми в родные места.
Н. М. Карамзин осоронан башлап, күп тарихсылар печенегтарҙың Святославҡа һөжүм итеүе Византия дипломатияһы йоғонтоһонда булған тип иҫәпләй[прим. 6]. Константин Багрянородныйҙың «Империя менән идара итеү тураһында» тигән трактатында Византияның печенегтар менән союз төҙөү мөһимлеге хаҡында әйтелә («Печенегтар менән тыныслыҡ һаҡлағыҙ»), һәм печенегтар рус дружинаһы өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра тигән фекер белдерелә[43]. Ошо мәғлүмәттәргә таянып, печенегтарҙың дошман князде юҡ итеү өсөн ҡулланылыуы Византияның тышҡы сәйәсәте ҡанундарына ярашлы булған тип иҫбат ителә. «Повесть временных лет» был һөжүмде ойоштороусылар итеп гректарҙы түгел, ә переяславлыларҙы (болгарҙарҙы) күрһәтә, ә Иоанн Скилица[44] киреһенсә, Византия илселеге печенегтарҙы рус ғәскәрен үткәрергә өгөтләгән тип хәбәр итә.
Рус кенәздәре Олег һәм Игорҙың үлем ваҡыты йылъяҙмаларҙа аныҡ күрһәтелмәгән осраҡта, Святославтың һәләк булыу датаһы башҡа сығанаҡ (Лев Диакондың «Тарихы») менән раҫлана[45].
«Повесть временных лет» Святославтың үлемен әсәһенең уны христиан диненә индерергә тырышыуын кире ҡағыуы менән аңлата (йәғни ата-әсә хакимлығын ҡабул итмәүе менән):
| Ул әсәһенең һүҙен тыңламаны, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро ҡалды. Әгәр кем әсәһен йәки атаһын тыңламаһа, ул бәләгә осрай, нисек әйтелгән: «Кем атаһын йәки әсәһен тыңламаһа, ул үлемгә дусар буласаҡ[46]». Повесть временных лет[47]
|
Оригинал текст (рус.)
Он же не послушался матери, продолжая жить по языческим обычаям. Если кто матери не послушает — в беду впадёт, как сказано: «Если кто отца или матери не послушает, то смерть примет
Улдары
Святослав Игоревичтың билдәле улдары:
- Олег Святославич, Киев кенәзе;
- Ярополк Святославич, Древлян кенәзе;
- Владимир Святославич, Новгород кенәзе, Киев кенәзе, Русьҡа христиан динен кертеүсе
Сәнғәттә
XIX быуатта Святославҡа ҡыҙыҡһыныу бер ни тиклем кәмей. 1862 йылда Святослав горельефы утыҙ алты хәрби полководец һәм геройҙар менән бер рәттән Рәсәй Мең Йыллығы (скульпторы Кружилинск О. М.) һәйкәлендә һынландырылған. Кенәз бында шлемда һүрәтләнгән. 1880 йылдар тирәһендә Лебедев картина яҙа, ул Лев Диакон тасуирламаһы буйынса Святослав менән Цимисхий осрашыуын һүрәтләгән.
Тәүге тапҡыр урыҫ шағирҙарын һәм рәссамдарын Святослав шәхесе 1768—1774 йылдарҙағы урыҫ — төрөк һуғышы ваҡытында йәлеп итә, бындағы хәл-ваҡиғалар ҙа Святослав кампанияһы кеүек, Дунай буйында йәйелгән. Был ваҡытта яҙылған әҫәрҙәр араһында «Ольга» Я. Б Княжнин (1772) трагедияһын билдәләргә кәрәк, сюжет нигеҙенә Ольганың древляндар тарафынан үлтерелгән ире Игорь өсөн үс алыуы ҡуйылған. Унда төп герой сифатында Святослав алынған. Княжнин Н. П. Николаев Святослав тормошона арналған пьеса яҙған. Акимовттың « Дунайҙан Киевҡа ҡайтып, әсәһен һәм үҙ балаларын үбеүсе бөйөк кенәз Святослав» картинаһында хәрби ҡыйыулыҡ һәм ғаиләһенә тоғролоҡ араһындағы низағ күрһәтелгән, ул урыҫ йылъяҙмаларында да ла сағыла.
XX быуат башында Е. А. Лансер "Святослав Царьградҡа барыу юлында"тигән скульптура эшләй[48]. 1910 йылда Святослав Игоревичтың һәләк булған Днепр буҫағаһы Ненасытецк янында иҫтәлекле билдә ҡуйылған. Ул гранит ташына беркетелгән суйын мемориал плитәне тәшкил итә (майҙаны 2 м² тирәһе). Стилләштерелгән антик колонна ваза менән ослап ҡуйылған. Боронғо Русьҡа арналған был һирәк ҡомартҡылар береһе лә һаҡланмаған.
Святославҡа арналған шиғырҙарҙы Велимир Хлебников, Валерий Брюсов яҙған, украин яҙыусыһы Семён Скляренконың тарихи романы « Святослав» , Каргалов В. В.тың «Вятичтың ҡара уҡтары» повесы бар.
Святослав образы яңыртылған мәжүсилек дине әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә популяр[49]. 2003 йылда Лев Прозоровтың «Святослав Хоробре . Һеҙгә барам!» исемле китабы сыҡҡан. Артабанғы йылдарҙа китап бер нисә тапҡыр ҡабатлап баҫтырылған.
Совет осоронда Святослав Игоревичҡа Киевта (ике һәйкәл), Иҫке Петровец ауылында, Киев өлкәһендә, Запорожье, Мариуполь, Серпуховта һәйкәлдәр ҡуйылған.
Святослав портреты Киев футбол клубы «Динамо» эмблемаһында ҡулланыла, бынан тыш «Святослав» исемен Киев «Динамо»һы көйәрмәндәре баҫмаһы ла йөрөтә .
1983 йылда режиссер Юрий Ильенко «Княгиня Ольга тураһында легенда» исемле нәфис кинофильм төшөргән, Святослав ролендә — Леся Сердюк, шулай уҡ Филипп Ильенко — Святославтың бала сағын уйнаған.
Иҫкәрмәләр
- Комментарийҙар
- ↑ Летописи сообщают о воеводе Игоря и Святослава Свенельде, византийские источники упоминают русского вождя в войске Святослава Сфенкела и Сфенга, предполагаемого сына Святослава.
- ↑ В. Н. Татищев называет 920 год, ссылаясь на Ростовский и Новгородский манускрипты. В Новгородской I летописи упомянуто о рождении Святослава в недатированной части, после сообщения о браке Игоря и Ольги, как часть характеристики Ольги, после чего сообщения летописи начинают датироваться с 920 года, под которым упомянут первый поход Игоря на Византию, состоявшийся в 941 году. Возможно, это послужило Татищеву основанием указать 920 год.
- ↑ По другим данным вес золота составил 680 кг. (Харрис, стр. 217).
- ↑ 969 год указан в византийских хрониках. ПВЛ относит возвращение Святослава в Болгарию к 971 году, но её хронология признана ошибочной
- ↑ Дольше других держался город Филиппополь, после падения которого Святослав предал его защитников мучительной смерти посажением на кол (Харрис, стр. 218).
- ↑ «Ул ваҡыттағы Императорҙар сәйәсәте шәфҡәтлелек белмәне: Святославтың уларға тыныслыҡ бирмәҫен белеп, бәлки, гректар үҙҙәре үк печенегтарҙы рус ғәскәренең көсһөҙлөгөнән файҙаланырға күндергәндер». История государства Российского Архивная копия от 3 сентябрь 2007 на Wayback Machine. — Т. 1. — Гл. 7.
- Сығанаҡтар
- ↑ 1 2 Котляр, 2014
- ↑ Рюрик // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
- ↑ Олег // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
- ↑ Игорь // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
- ↑ Ольга // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
- ↑ 1 2 Лев Диакон. Книга 9 // История / пер. М. М. Копыленко; статья ; комм. М. Я. Сюзюмова, С. А. Иванова; отв. ред. Копыленко. — М.: Наука, 1988. — С. 82—90. — (Памятники исторической мысли). — ISBN 5-02-008918-4.
- ↑ Константин Багрянородный. Об управлении империей. О Моравии.
- ↑ Членов А. М. К вопросу о имени Святослава // Личные имена в прошлом, настоящем и будущем: Проблемы антропонимики. — М., 1970.
- ↑ Е. А. Рыдзевская. Древняя Русь и Скандинавия в IX—XIV вв. М., Наука, 1978. Стр. 203
- ↑ Янин В. Л. Актовые печати Древней Руси. — М., 1970. — С. 38—41.
- ↑ Молчанов А. А. Печать Святослава Игоревича (к вопросу о сфрагистических атрибутах документов внешней политики Древней Руси Х в.) // Внешняя политика Древней Руси. — М., 1988. — С. 50—52.
- ↑ Ипатьевская летопись. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2007. Архивировано 5 сентябрь 2009 года.
- ↑ Творогов, 1985
- ↑ Nazarenko, 1999
- ↑ Dimnik, 2004
- ↑ Gleason, 2009
- ↑ Hanak, 1995
- ↑ Фортунатов, 2009, с. 35
- ↑ Войтович, 2006, с. 219
- ↑ Татищев, 2003, с. 22—23, 598 (прим. 101): «6428 (920) … В том же году родился Игорю сын, и нарекла его Ольга Святослав»
- ↑ Толочко, 1987, с. 44
- ↑ Рапов О. М. Когда родился великий киевский князь Святослав Игоревич // Вестник МГУ. Серия 8. История. 1993. № 4. С. 94—96.
- ↑ Swoboda W. Swiatoslaw // Słownik starożytności słowiańskich. — Wrocław: Zakład Narodowy imienia Ossolińskich, 1975. — T. V. — S. 573—574.
- ↑ Kurat, 1987
- ↑ Договор 944 года приведён в Повести временных лет (ПВЛ) под 945 годом.
- ↑ ПВЛ под 946 годом.
- ↑ Константин Багрянородный. Об управлении империей. Глава 9. Комментарий.
- ↑ Ср. в Синодальном переводе: «Ибо слово о кресте для погибающих юродство есть, а для нас, спасаемых, — сила Божия»
- ↑ Совет Святослава Игоревича со своей дружиной о заключении мира с греками. runivers.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2021. Архивировано 19 ноябрь 2021 года.
- ↑ Древняя Русь в свете средневековых источников. Т. 4. М., 2010. — С. 46—47.
- ↑ Вадим Серов. Энциклопедический словарь крылатых слов и выражений. — М.: Локид-пресс, 2003.
- ↑ Князь Святослав, начиная войну, заранее объявлял неприятелю: „Хочю на вы ити“. Н. М. Карамзин (1766—1826), передавая летописное сказание, приводит фразу Святослава в форме: „Иду на вас!“. Крылатость фраза получила в редакции: „Иду на вы“. Употребляется в значении: намереваюсь вступить в противоборство, спор, диспут и тому подобное [1] Архивная копия от 21 октябрь 2018 на Wayback Machine[2] Архивная копия от 21 октябрь 2018 на Wayback Machine[3] Архивная копия от 21 октябрь 2018 на Wayback Machine.
- ↑ ПВЛ под 964 годом.
- ↑ ПВЛ под 965 годом.
- ↑ Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа Архивная копия от 16 ноябрь 2018 на Wayback Machine. — М.: Наука, 1990.
- ↑ Такой взгляд высказывали В. Н. Златарский, М. Н. Тихомиров, М. В. Левченко, В. Т. Пашуто, А. Стоукс, А. Н. Сахаров
- ↑ 1 2 Харрис, 2017
- ↑ ПВЛ под 967 годом.
- ↑ Татищев, 2003, с. 38
- ↑ Харрис, 2017, с. 218
- ↑ Лев Диакон. «История» в переводе М. М. Копыленко. Книга 6-я 2018 йылдың 16 сентябрь көнөндә архивланған.. Комментарии М. Я. Сюзюмова и С. А. Иванова 2016 йылдың 2 ноябрь көнөндә архивланған..
- ↑ ПВЛ под 972 годом Архивная копия от 8 февраль 2014 на Wayback Machine.
- ↑ Константин Багрянородный. Об управлении империей 2012 йылдың 22 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Иоанн Скилица. О войне с Русью Архивная копия от 22 декабрь 2015 на Wayback Machine.
- ↑ Лушин В. Г. (2014) О некоторых особенностях датировки событий IX — начала XI вв. в Повести временных лет // Штрихи к портретам минувших эпох. Археология, история, этнография. Кн. (MMXIV) I. Зимовники.
- ↑ Книга Левит 20, 9.
- ↑ ПВЛ под 6463 годом. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2016. Архивировано 6 сентябрь 2016 года.
- ↑ Фотография скульптуры.
- ↑ Гизбрехт А. И. Образы деятелей российской истории в дискурсе современного «Языческого искусства»(на материале изобразительного творчества) 2019 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған. //Общество: философия, история, культура. — 2016. — №. 6.
Әҙәбиәт
- Войтович Л. В. Святослав Ігорович (укр.) // Княжа доба: портрети еліти / . — Інститут українознавства імені І. Крип'якевича НАН України; ЛНУ ім. І. Франка. — Біла Церква: Вид. Олександр Пшонківський, 2006. — С. 219—227. — ISBN 966-4585-52-4.
- Джонатан Харрис. Византия. История исчезнувшей империи = JONATHAN HARRIS. The Lost World of Byzantium. — М.: Альпина Нон-фикшн, 2017.
- Комар А. В. Место гибели князя Святослава: поиски, легенды, гипотезы, мистификации // Stratum plus. — 2014. — № 5. — С. 246—251. — ISSN 1857-3533.
- Карышковский П. О. Русско-болгарские отношения во время Балканских войн Святослава // Вопросы истории. — 1951. — № 8.
- Карышковский П. О. О хронологии русско-византийской войны при Святославе // Византийский временник. — 1952. — Т. 5.
- Карышковский П. О. К вопросу о первоисточниках по истории походов Святослава // Краткие сообщения Института славяноведения. — 1952. — № 9.
- Карышковский П. О. Балканские войны Святослава в византийской исторической литературе // Византийский временник. — 1953. — Т. 6.
- Гиппиус А. А. Как обедал Святослав? (текстологические заметки) // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. — 2008. — № 2. — С. 47—54.
- Королёв А. С. Святослав. — М.: Молодая гвардия, 2011. — 351 с. — (ЖЗЛ; вып. 1484 [1284]). — ISBN 978-5-235-03397-9.
- Походы Святослава // Воинские повести Древней Руси / вступ. ст. Л. А. Дмитриева, сост. Н. В. Понырко. — Л.: Лениздат, 1985. — 495 с. — (Библиотека «Страницы истории Отечества»).
- Прозоров Л. Р. Святослав Великий: «Иду на вы!». 7-е изд. — М.: Яуза-пресс, 2011. — 512 с. ISBN 978-5-9955-0316-3.
- Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Сухарев Ю. В. Балканские походы Святослава. // Военно-исторический журнал. — 2000. — № 2. — С.36-44.
- Татищев В. Н. История Российская: в 3 томах. — М.: АСТ, 2003. — Т. 2. — 732 с. — (Классическая мысль). — ISBN 5-17-018269-4.
- Толочко П. П. Древняя Русь: Очерки социально-политической истории / отв. ред. В. С. Горский. — Институт археологии АН УССР. — К.: Наукова думка, 1987. — 246 с.
- Фортунатов В. В. Российская история в лицах. — М.—СПб.—…: Питер, 2009. — 576 с. — (Знаки истории). — ISBN 978-5-388-00305-8.
978-5-388-00305-8.
- A Companion to Russian History (англ.) / Ed. by A. Gleason. — Hoboken, NJ: Wiley-Blackwell, 2009. — xi, 554 p. — (Wiley-Blackwell Companions to World History). — ISBN 978-1-4051-3560-3.
- Dimnik M. Sviatoslav I (англ.) // Encyclopedia of Russian History / Ed.-in-Chief J. R. Millar. — New York: Macmillan Reference USA, 2004. — P. 1506. — ISBN 0-02-865907-4.
- Hanak W. K. The Infamous Svjatoslav: Master of Duplicity in War and Peace? // Peace and War in Byzantium: Essays in Honor of George T. Dennis, S. J. — Washington: Catholic University of America Press, 1995. — P. 138—151. — ISBN 978-0-8132-0805-3.
- Kurat A. N. Knez Svyatoslav devri (тур.) // Rusya Tarihi: Başlangıçtan 1917'ye Kadar. — Ankara: Türk Tarih Kurumu Başkanlığı, 1987. — S. 24—26. — (Dünya tarihi).
- Nazarenko A. Svjatoslav Igorevič // Lexikon des Mittelalters (нем.). — Stuttgatr: J. Metzler, 1999. — Bd. IX. — S. 347—348.
- Shepard J. The origins of Rus’ (англ.) // The Cambridge History of Russia: in 3 Vol / Ed. by M. Perrie. — Cambridge: Cambridge University Press, 2006. — Vol. 1: From Early Rus’ to 1689. — P. 47—72. — ISBN 978-0-521-81227-6.
- Stokes A. D. Svyatoslav (англ.) // Companion to Russian Studies: in 3 Vol. / Ed. by R. Auty, D. D. Obolensky; Ed. assist. A. Kingsford. — Cambridge—…: Cambridge University Press, 1980. — Vol. 1: An Introduction to Russian History. — P. 59—61. — ISBN 978-0-521-28038-9.
Һылтанмалар
- Святослав Игоревич // Кругосвет Энциклопедияһынан
- Сахаров А. Н. Дипломатия Святослав. М., 1982.
- Хортица кенәз святослав игоревич түгел вафат булды
- МАУП: яті джеймса Збереження
- Һәйкәл киев кенәзе святослав 2022 йылдың 21 октябрь көнөндә архивланған.
- Кенәз Святослав Игоревич һәйкәл, с Иҫке Петровец, полтава киев 2022 йылдың 21 октябрь көнөндә архивланған.
- Черникова Т. В. Святослав. Проект РВИО и ВГТРК «100 великих полководцев». Архивировано 16 июнь 2013 года.