Случев тауы

Случев тауы (элекке Шөғөр тауы; рус. Случевская гора, ранее Шугуровская гора — Өфө ҡалаһының Иҫке Өфө биҫтәһендәге Нуғай йырынының көнбайыш өлөшөндә, элекке Ырымбур кисеүе янында урынлашҡан ҡалҡыулыҡ[1][2][3].

Тауҙа Софьюшкин аллеяһы, Салауат Юлаев исемендәге баҡса һәм «Тулҡын» скверы урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта уның рельефы шул тиклем үҙгәргән, ул тауҙы хәтерләтмәй ҙә тиерлек, сөнки күп өлөшөндә торлаҡ йорттар һәм административ биналар төҙөлгән.

Географияһы

Өфө ярымутрауының Бельск-Сутолоцк ландшафтында урынлашҡан. Тау көньяҡтан Ағиҙел йылғаһының йырындары булған уң текә яры менән, көнсығыш һәм төньяҡтан Нуғай соҡоро һәм инешенән тамағына тиклем Фролов шишмәһе менән сикләнгән. Көнбайыш өлөшөндә Өфө диниә семинарияһы бинаһы төҙөлөшө менән бәйле исем алған Семинария тауы менән сиктәш. Тауҙың Ағиҙел йылғаһының уң ярындағы йырындарҙағы көньяҡ өлөшө урман менән ҡапланған. Уларҙың береһе аша аҫылмалы күпер һалынған.

XVII быуаттың икенсе яртыһында ҡаланың көнбайыш сиге була. XVIII быуат башында бында кешеләр әүҙем ултыра башлай. XVIII быуатта тау рельефы ныҡ үҙгәрә һәм төҙөлөш ваҡытында һөҙәкләнә, ә XVIII быуат аҙағына Трунилов биҫтәһенән көнсығыштараҡ йырынлы көньяҡ өлөшөндә төҙөлмәгән һәм урманһыҙ бер генә майҙан тороп ҡала.

Исеме

Тауҙың баштағы исеме — «Нуғай», артабанғыһы — «Шөғөр»[4] Иҫке һәм Яңы Өфө үҫеше менән бәйле анахронизмға әйләнә һәм әкренләп онотола[1].

С. Т. Аксаковтың бала сағында тауҙың исеме бөтөнләй булмай уның «Багров-ейәндең бала саҡ йылдары» китабында бары тик текә ҡая тип кенә телгә алына.

Хәҙерге атамаһы тауға парк исеменән килә («Случевский тауындағы парк», хәҙер — С. Юлаев исемендәге баҡса), XIX быуат аҙағында Ырымбур губернаһы вице-губернаторы Һәм Ырымбур ҡаҙна палатаһы рәйесе К. А. Случевский исеменән алынған. Шулай уҡ ул йәшәгән «Случев тыҡрығы» (хәҙер — Благоев урамы) уның хөрмәтенә аталған[2][5].. Икенсе, халыҡта йөрөгән фараз буйынса, тау һәм баҡса исеме бында көн иткән ҡоштарҡурпысыҡтарҙың рус телендәге атамаһы «слука» һүҙенән алынған. «Waldschnepp» тигән немец атамаһының (һүҙмә-һүҙ урман кулигы) бындай вариантын В. И. Даль кеүек үк С. Т. Аксаков та үҙенең «Записки ружейного охотника Оренбургской губернии» тигән әҫәрендә килтерә.

Тарихы XVII быуаттың икенсе яртыһында Нуғай йырыны буйлап Өфө ҡалаһының көнбайыш сиге үтә. XVIII быуат башында тауға әүҙем күсеп ултырыу башлана һәм тиҙҙән бында халыҡ һаны күпкә арта: административ үҙәк Троицк убаһындағы Өфө Кремле менән бәйләнеш өсөн Нуғай йылғаһы һәм Нуғай йырыны аша Нуғай күпере төҙөлә[6][7][8]. Ильин һәм Фролов ҡапҡалары артында ҙур торлаҡ кварталдары барлыҡҡа килә. Һуңыраҡ урындағы рельеф ныҡ үҙгәрә, һөҙәкләнә.


XVIII быуат аҙағына Трунилов биҫтәһенән көнсығыштараҡ Ағиҙел йылғаһының йырынлы һәм урманһыҙ уң ярына ғына төҙөлөш килеп етмәй, ул Случев тауы булып йөрөтөлә башлай[9].

1873 йылда был урында баҡса булдырыла, 1875 йылда уны төҙөлөш өсөн бирергә тәҡдим ителә. Случев тип аталған баҡса 1899—1900 йылдарҙа яңынан тергеҙелә — хәҙер Салауат Юлаев исемен йөрөтә[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 С. Г. Синенко. Случевская (Шугуровская) гора // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
  2. 1 2 Г. Ф. Гудков, З. И. Гудкова. Случевская гора // Аксаковский сборник / ред.-сост. Г. О. Иванова. — Уфа: Аксаковский фонд; Мемориальный дом-музей С. Т. Аксакова, 1998. — Вып. 2. — С. 117–120.
  3. Уфимская топонимика // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. Случевская (Шугуровская) гора – Уфа от А до Я. Посреди России (21 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2020.
  5. Старая карта Уфы. www.etomesto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2023.
  6. С. Г. Синенко. Ногайский овраг // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
  7. С. Г. Синенко. Набережная улица // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
  8. План города Уфы Оренбургской губернии начала XIX века. www.etomesto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2023.
  9. Карта Уфы 1897 года. www.etomesto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2023.