Смаҡов Илфаҡ Мөжип улы

Илфаҡ Мөжип улы Смаҡов (рус. Ильфак Музипович Смаков; 1940 йылдың 2 ғинуары, Рапат, Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР1993 йылдың 27 майы, Өфө, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй йырсыһы (баритон), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1978), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989)[1][2].

Биографияһы

1940 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Рапат ауылында тыуған[1].

1947 йылда ауылдан 9 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Саҡмағош ауылындағы урта мәктәпкә уҡырға инә. Туғыҙынсы синыфта уҡығанда, Өфөлә үткәрелгән республика йыр бәйгеһендә башҡорт халыҡ йыры "Азамат"ты һәм һәүәҫкәр композитор Әкрәм Дауытовтың «Әсәйемә хат» йырын башҡарып, лауреат исеме алып ҡайта.

undefined

1963 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген (М. Ғ. Мортазина класы) тамамлай[1][2]. Был йылдарҙа төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнаша. Дүртенсе курста сағында, Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй эстрада артистары ярышында «дипломант» исемен ала[2]. Уҡытыусыһы Миләүшә Мортазина былай тип хәтерләй[3]:

« Илфаҡ Смаҡовты икенсе курстан һуң, һөнәргә яраҡһыҙ, тип, уҡыуҙан сығарырға теләнеләр. Ул тауышын көсәйтә ине, шуға күрә интонацияһы насарайғайны, ялған йырлай башлағайны. Миңә үтенеп килгәс, үҙемә алдым. Илфаҡ ысын алтын бөртөгө булып сыҡты. Матур, юғары баритон. Белмәйем, кем кемдән өйрәнде. Беҙ бергәләп барыһын да үҙләштерҙек. Ул училищены тамамлағанда, комиссия рәйесе Мәскәү консерваторияһы профессоры Фихтенгольц ине. Күрмәлекһеҙ генә, ябыҡ, ҡылый күҙле егет сыҡты, ә йырлай башлағас, ул шаҡ ҡатты... Һәр әҫәр менән Илфаҡ үҫеп, матурлана барҙы. Ул рус классикаһын да, көнбайыш әҫәрҙәрен дә, милли әҫәрҙәрҙе лә йырланы. «Бындай сығарылыш уҡыусыларын беҙ мәрмәр таҡтаға яҙабыҙ, — тине Фихтенгольц, — һеҙҙә бындай мөмкинлек булмағас, уның „бишле“һенә минең „плюс“ымды өҫтәгеҙ». »

1993 йылдың 27 майында Өфөлә оҙаҡ ауырығандан һуң вафат була. Тыуған Рапат ауылы зыяратында ерләнгән.

Ижади эшмәкәрлеге

1963—1991 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 1966—1968 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләй, әүҙем концерт эшмәкәрлеге алып бара, СССР буйлап гастролдәрҙә йөрөй[1][2].

undefined
undefined

Илфаҡ Смаҡов лирик баритон (рус.)баш.ға эйә була, ул киң диапазоны һәм матур тембры менән айырылып тора. Уның башҡарыу манераһына академик йырлау, эмоциональ байлыҡ һәм артистизм хас[2]. Йырсы репертуарында Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, шулай уҡ башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары бик күп. Ул Башҡортостандың ғына түгел, илебеҙҙең күп республика, край һәм өлкәләрен үҙенең бай һәм үҙенсәлекле концерт программаһы менән урап сыға. Сәхнә оҫтаһы башҡарыуындағы «Еҙ ҡыңғырау моңдары», «Зимфирәкәй», «Һин ҡайтманың», «Ел, ерәнем», «Былбылым», «Тыуған илем», «Һиндер ул, тип уйланым», «Дуҫтарыңды онотма», «Әҡлимә», «Әйткән инең», «Аҡ пароход», «Өфө йүкәләре» (Рим Хәсәнов музыкаһы), «Һиңә тағын мин бер киләм әле» (Назар Нәжми шиғыры, Рим Хәсәнов музыкаһы), «Шайморатов генерал» кеүек тиҫтәләрсә популяр әҫәрҙәр башҡорт һәм татар йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән.

1975 йылда «Мелодия» фирмаһы тарафынан йырсының «Башкирские песни» исемле винил пластинкаһы сығарыла. Илфаҡ Смаҡов яҙмалары цифрлы форматта Яндекс Музыка, Apple Music һәм башҡа стриминг платформаларында бар[4][5]. 1980 йылдарҙа Илфаҡ Смаҡов республиканың иң популяр йырсыларының береһе була.

Ғаиләһе

Смаҡовтар нәҫеле башҡорттарҙың Дыуан ырыуынан сыҡҡан. Өсөнсө быуын ҡарт олатаһы — Фәйруша Вәлитов (1793 — ?) ауылда уставлы мулла булған, ә Фәйрушаның ағаһы — Фәйзулла Вәлитов (1795 — ?) — 11-се башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. Икенсе быуын ҡарт олатаһы Мөхәммәтсадиҡ та уставлы мулла була. Атаһы — Мөжип Кәшфелмәғән улы Смаҡов (1909—1942) Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында телефонист булып хеҙмәт итә һәм 1942 йылдың 8 сентябрендә Ленинград өлкәһендә һәләк була. Илфаҡ Смаҡовтың ике ағаһы булған — Вил (1937—1976) һәм Альбап (1935—2005).

undefined

Ҡатыны — Асия Смаҡова (ҡыҙ фамилияһы Ғәҙелшина), йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы; ире менән бергә вокаль дуэтта сығыш яһай[6]. Ҡыҙҙары — Айһылыу.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1978);
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985);
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989);
  • Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1961);

Хәтер

  • Рапат ауылы мәҙәниәт йортона Илфаҡ Смаҡов исеме бирелә (1994), шунда уҡ музейы урынлашҡан[2].
  • Өфөлә йырсы йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[2].
  • Саҡмағош ауылындағы бер урам уның исемен йөрөтә[7].
  • Саҡмағош районында 1988 йылдан алып Илфаҡ Смаҡов исемендәге асыҡ республика вокалсылар конкурсы үткәрелә[2][8].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Ильфак Смаков. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 М. А. Идрисова // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. «Моей души серебряные струны». Неюбилейные откровения профессора Муртазиной. hrono.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  4. Ильфак Смаков. Apple Music. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  5. Ильфак Смаков (из ВКонтакте). Музыка Mail.Ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  6. Всегда везло на хороших людей. Сельские Нивы (28 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  7. Улица Ильфака Смакова. MapData.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  8. В Чекмагушевском районе пройдёт Республиканский конкурс вокалистов имени Ильфака Смакова. Республиканский центр народного творчества РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.