Субтропиктар
Субтро́пиктар, йәки субтро́пик бүлкәттәр, — географик (тәбиғәт) бүлкәте[1] һәм Ерҙең климатик зонаһы, экваторға яҡын тропиктар менән уртаса киңлектәр араһында, йәғни яҡынса 30°-40° төньяҡ һәм көньяҡ киңлектәр араһында урынлашҡан. Был төбәктәрҙә, ҡағиҙә булараҡ, тропик йәй һәм тропик булмаған ҡыш күҙәтелә. Субтропиктар йыш ҡына арид, дымлы һәм ярымдымлы типтарға бүленә. Йәйен — тропик, ҡышын — уртаса киңлектәрҙең һауа массалары. Температура һәм яуым-төшөм миҡдары миҙгел һайын ҙур үҙгәрештәр кисерә. Ҡар яуыуы мөмкин. Субтропик бүлкәттең тауҙарында дымлы райондарҙа урман-туғай, ҡоро райондарҙа урман-дала зоналары бейеклек бүлкәтенең төрлө спектры күҙәтелә[1].
Киң таралған билдәләмә буйынса, әгәр уртаса йыллыҡ температура 14°C-тан юғары һәм иң һалҡын айҙың (ғинуар йәки июлдә, ҡайһы саҡ февраль йәки август) уртаса температураһы 0°C-тан юғары булһа, климат субтропик тип һанала.
Яуым-төшөм режимы
Субтропик дымлы климат: яуым-төшөм йыл дауамында тигеҙ тарала. 720—2500 йылына мм.
Субтропик муссон климаты: иң күп яуым-төшөм йәйгә тура килә (яуым-төшөм йәйге режимда). 600—2500 йылына мм.
Субтропик ҡоро климат: яуым-төшөм режимы — ҡышҡы (максимумы ҡышын һәм көҙ аҙағында). Урта диңгеҙ климатына ҡарағанда, тәүлек эсендә ҙур температура тирбәлеүҙәре менән айырылып тора. 250 йылына мм.
Субтропик урта диңгеҙ климаты: яуым-төшөм режимы — ҡышҡы. 300—600 йылына мм.
Температура режимы
Йәйге уртаса айлыҡ температура 20 °C-тан юғары, ҡышҡы температура 4 °C һәм унан да юғарыраҡ, әгәр поляр һауа массалары үтеп инһә, ҡырау төшөүе һәм аҙ ваҡытлы һыуыҡ төшөүе мөмкин (ҡайһы саҡта −10 °C-ҡа тиклем). Субтропик ҡоро ерҙә яуым-төшөм күләменең һәм уның режимының океандан алыҫлашҡан һайын ҙур үҙгәрештәргә дусар булыуы, шул уҡ йүнәлештә климаттың континентальлеге артыуы тәбиғәт зоналары формалашыуында ҙур айырмалар тыуҙыра[1].
Субтропиктарҙың төрҙәре
Субтропиктарҙа өс төп сектор асыҡ айырыла:
- Көнбайыш океанға яҡын, йәки Урта диңгеҙ климаты[1], ул ҡышын дымлылыҡ менән айырылып тора (исеменә ҡарамаҫтан, был климат Антарктиданан тыш бөтә ҡитғаларҙа таралған[2]).
- Континенталь климат — йыл әйләнәһенә аҙ дымлылыҡ менән.
- Көнсығыш океанға яҡын, йәки муссон климаты — йәйге дымлылыҡтың күп булыуы менән айырылып тора[1].
Бынан тыш, субтропик климаттың йыл дауамында тигеҙ дымлылыҡлы төрө айырыла (мәҫәлән, Аргентинаның үҙәге, Австралияның көньяҡ-көнсығышы)[2].
Көнбайыш океанға яҡын секторҙа — ярымҡоро субтропиктар — урта диңгеҙ ҡатмарлы япраҡлы урмандар һәм ҡыуаҡлыҡтар зонаһы, ул көрән тупраҡтарҙа үҫә. Төньяҡ ярымшарҙа ҡатмарлы япраҡлы урмандар һәм ҡыуаҡлыҡтар зоналары көньяҡ-көнсығышҡа субтропик далалар зонаһына күсә, улар һоро-көрән тупраҡта үҫә. Был зоналар, үҙ сиратында, көнсығышта субтропик ярымсүллектәр һәм сүллектәр зонаһына күсә. Был континенталь секторҙа серо-көрән тупраҡтар һәм серозёмдар өҫтөнлөк итә — был ҡоро субтропиктар.
Көньяҡ ярымшарҙа континенталь секторҙарҙағы субтропик участкаларға һоро-көрән тупраҡлы субтропик далалар хас. Көнсығыш секторҙарҙағы субтропиктар дымлы субтропиктар булараҡ билдәләнә, унда мәңге йәшел ағас үҫемлектәре өҫтөнлөк итә. Юғарыраҡ киңлектәрҙә улар йәйге йәшел киң япраҡлы урман формациялары менән ҡушыла, уларҙа ла мәңге йәшел үҫемлектәр осрай.
Постсовет киңлегендәге субтропиктар
Субтропиктарҙың төньяҡ сиге Рәсәйҙә тулыһынса түгел, өҙөк-өҙөк осрай, тулы субтропик түгел ҡатнаш-субтропик ҡына осрай. Рәсәйҙә субтропиктарҙың төньяҡҡа табан шулай һуҙылыуы йылы Ҡара диңгеҙгә яҡын булыуына бәйле, ул климатты йомшарта, ә бейек Кавказ тауҙары һырттары ҡышын төньяҡтан ингән һалҡын арктик һауа массаларын тотороҡларға ярҙам итә. Урта диңгеҙ ярымҡоро субтропиктары Новороссийсктан Джубгаға тиклемге Ҡара диңгеҙҙең Кавказ яр буйы һыҙатында урынлашҡан, был ерҙәрҙә тауҙар бейеклеге 700—900 м-ҙан артмай. Геленджиктан һуң яуым-төшөм һәм һауа дымлылығы арта, сөнки Кавказ һыртының бейеклеге арта бара, был климаттың дымлы субтропиктарға әйләнеүенә килтерә. Дымлы субтропиктар Сочиҙан Туапсеға тиклем Ҡара диңгеҙҙең Кавказ яр буйын биләй.
Ҡырымда субтропик климат тик тар ғына яр буйы һыҙатында осрай — Айя морононан (көнбайышта) алып Алуштаға (көнсығышта) тиклем һуҙылған Ҡырымдың көньяҡ яры. Был яр буйы зонаһының бейеклеге 200—300 м-ҙан артмай. Ҡоро һәм ярымҡоро субтропик зоналарға Алупка, Ялта, Алушта инә[3].
Дымлы субтропиктар Ҡара диңгеҙҙең Кавказ яр буйының үҙәк һәм көньяҡ өлөшөн һәм Колхида түбәнлеген биләй. Ярымдымлы субтропиктар (йәйен ҡоро һауа күренештәре менән) Әзербайжандың Ләнкәрән түбәнлегендә урынлашҡан. Ҡоро субтропиктар Грузияның Алазан үҙәнендә, Әзербайжандың Кура-Аракс түбәнлегендә, Закавказьела һәм Үҙәк Азия сүллектәренең көньяҡ ситтәрендә осрай[1].
Хужалыҡ әһәмиәте
Субтропиктар — кешелектең боронғо цивилизациялары тыуған урын. Иң боронғо цивилизациялар меңдәрсә йыл дауамында субтропиктарҙа өҙөкһөҙ йәшәп килгән, шуға күрә был төбәктәрҙә урмандар күпләп ҡырҡылған; плантациялар һәм баҫыу ландшафттары киң үҫешкән. Хайуандар донъяһы уртаса һәм тропик бүлкәттәрҙең төрҙәр ҡатнашлығы менән айырылып тора.
Океандың субтропик бүлкәттәге өлөшө юғары температураһы менән айырылып тора (+15 … +16 °C) һәм һыуҙың тоҙлоғо ҙур. Әммә океан һыуҙарының вертикаль ҡатнашмауы арҡаһында уларҙа кислород һәм планктон миҡдары аҙая, был үҙ сиратында балыҡ запастарының кәм булыуына килтерә[1]. Был күренешкә классик миҫал итеп Ҡара диңгеҙ бассейнын килтерергә мөмкин.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Субтропик бүлкәттәр — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ 1 2 География материков и океанов: Атлас. — М: Дрофа, ДиК. — 1997. — Карта «Климатические пояса и области мира».
- ↑ Субтропические пояса Архивная копия от 1 февраль 2022 на Wayback Machine. БРЭ