Сүфйән әҫ-Ҫәүри

Әбү Ғабдуллаһ Сүфйән ибн Сәғит әҫ-Ҫәүри (ғәр. أبو عبد الله سفيان بن سعيد الثوري‎; 716 Әл-Күфә — 778, Бәсра) — Имам, Мөжтәһид, Мөхәддис, математик, әлеге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан ҫәүри мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы һәм уның эпонимы. Әл-Жәми әл-Кәбир һәм әл-Жәми әс-Сәғир йыйынтыҡтары авторы.

Биографияһы

Әҫ-Ҫәүри һижри 97 йылда Әл-Күфә ҡалаһында тыуған. Ул мөхәддис, тәбиғин дәрәжәһенә эйә атаһы (Әмир әш-Шәғәби һәм Хәйсәм ибн Ғабдрахман кеүек ғалимдарҙың уҡыусыһы) етәкселегендә белем ала башлай.

Әҫ-Ҫәүриҙең шәйехтәре араһында алты йөҙ тирәһе ғөләмә була, уларҙың ҡайһы берҙәре Әбү Һөрәйрә, ибн Ғәббәс, Жәрир ибн Ғабдуллаһ һ. б. хәҙистәрен тапшырған.

Әҫ-Ҫәүриҙән бик күп мөхәддистәр, хатта уның уҡытыусыларына тиклем, хәҙистәр тапшыра (Әбү-л-Фәрәж ибн әл-Жәузи 20 мең тип телгә алған булған), уларҙың иң билдәлеһе: әл-Ғәмәш, Жәғәфәр әс-Садиҡ, Әбү Хәнифә, әл-Әүзағи һәм башҡа бик күптәр.

Сүфйән Әҫ-Ҫәүри математика белгесе лә була. Ул әл-Хәжәж әл-Мәттәргә биргән 10 мәсьәләне тегеһе сисә алмаған.

Үлеме алдынан Әҫ-Ҫәүри Бәсраға күсеп килә һәм шунда эсе ауыртып, сирләп китә. Һижри 161 йылда вафат була, һәм уның йыназаһын, васыятына ярашлы, Ғәбдел-Мәлик ибн Әбжәр әл-Күфи башҡара.

Библиографияһы

  • «Тәфсир» (Сүфйән Әҫ-Ҫәүри тәфсире)
  • "Әл-Жәми әл-Кәбир " (Ҙур йыйынтыҡ)
  • «Әл-Жәми әс-Сәғир» (Бәләкәй йыйынтыҡ)
  • «Әл-Фәрәид»

Иҫкәрмәләр

  1. LIBRIS — 2018.
  2. 1 2 ويكيبيديا العربية (ғәр.) — 2003.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә