Сәмиғулла
| Викидата элементы тултырылмаған |
Сәмиғулла — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Сәмиғулла исеме бар.
Этимологияһы
Сәмиғулла — ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме. Алла һүҙен тыңлаусы тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
Кәлимуллин Сәмиғулла Мәсифулла улы (25 август 1914 йыл — 19 сентябрь 1989 йыл) — рәссам-сәхнә биҙәүсе. 1946—1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры рәссамы. 1954 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар, 1947 йылдан — СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955).
Алтынбаев Сәмиғулла Ғиләж улы (рус. Алтынбаев Самигулла Гилязович; 12 август 1916 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы кавалерисы. Гвардия кесе сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Зарипов Сәмиғулла Зариф улы (1904 йыл — 10 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.
Фамилияла
Сәмиғуллин Рафаэль Исхаҡ улы (рус. Самигуллин Рафаэль Исхакович; 26 май 1941 йыл — 1994 йыл) — комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Сәмиғуллин Венир Кәлимулла улы (15 ноябрь 1947 йыл) — хоҡуҡ белгесе, педагог. Юридик фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2015), Рәсәй Юридик фәндәр академияһы ағзаһы. Башҡорт ССР-ының дәүләт суверенитеты тураһында декларация авторҙарының береһе.
Сәмиғуллин Рәдис Ниғәмәтйән улы (16 апрель 1939 йыл), ғалим-ветеринар табип. Ветеринария фәндәре докторы (1991), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008), РСФСР ауыл хужалығының социалистик ярыш отличнигы (1976, 1978).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ