Майский Сәхиб Нурлығаян улы

Сәхиб Нурлығаян улы Майский (рус. Сахип Нурлугаянович Ма́йский; 1901 йылдың 17 ғинуары, Бигәнәй, Өфө губернаһы1942 йылдың 24 ғинуары, Арпачин[d], Ростов өлкәһе) — хәрби хеҙмәткәр, подполковник (1941). Граждандар, совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1940).

Биографияһы

Майский (Мәхүбғәлиев) Сәхиб Нурлығаян улы 1901 йылдың 17 ғинуарында Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Бигәнәй ауылында тыуған.

1919 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла.

1939—40 йылдарҙа Төньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмəт итə.

1943 йылдың 24 ғинуарында яуҙа алған яраларҙан хәҙерге Ростов өлкәһенең Багаевская станицаһында вафат була[2][3].

Батырлығы

«Советтар Союзы Геройы» исеме 1940 йылдың 7 апрелендә бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Сәхиб Нурлығаян улы Майскийҙың исеме Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль (рус.)баш. районының Ҡайынлыҡ ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе бюджет учреждениеһына бирелә[6][7];
  • Геройҙың исеме Борай районы Борай ауылындағы, Багаевская станицаһындағы, Бигәнәй ауылындағы урамдарға бирелгән, шулай уҡ тыуған ауылында уға һәйкәл, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Борай районы
  2. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (рус.)
  7. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар