Шәймәрҙәнова Зөлфирә Зөлфәр ҡыҙы

Шәймәрҙәнова Зөлфирә Зөлфәр ҡыҙы (рус. Шайморданова Зульфира Зульфаровна — документтарында; рус. Шаймарданова Зульфира Зульфаровна; 4 ғинуар 1959 йыл) — журналист, шағир. 1997 йылдан Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының «Урал» гәзите хәбәрсеһе. 2018 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар, 2014 йылдан — Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2022).

Биографияһы

Зөлфирә Зөлфәр ҡыҙы Шәймәрҙәнова (ҡыҙ фамилияһы Сөләймәнова) 1959 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Талпар ауылында тыуған[1].

1974 йылда урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм артабанғы уҡыуын Белорет районы Егәҙе урта мәктәбендә дауам итә. Урта белем алғандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған ауылы Талпарҙа китапханасы булып башлай. 1978 йылдан Өфөләге Зорин исемендәге трамвай депоһында эшләй[2].

1981 йылдан «Ленинсе»—«Ленинец» республика йәштәр гәзитендә корректор була. Төп хеҙмәтенән айырылмай, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт бүлегендә ситтән тороп уҡый һәм 1987 йылда «Филолог. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәре буйынса юғары белем үҙләштереүе тураһында диплом ала. Ошо осорҙа республика матбуғатында шиғырҙары баҫыла башлай[2].

1988 йылдан хәҙерге Литва Республикаһының Висагинас (элекке Снечкус) ҡалаһында йәшәй һәм балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы, тәрбиәсе булып эшләй[1].

1996 йылдың декабренән Белоретта, 1997 йылдан ҡала һәм райондың «Урал» гәзите хәбәрсеһе[2].

2000 йылдан Учалы һәм Белореттағы «Ағиҙел», һуңынан «Иҙел башы» яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы.

2022 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[3].

Китаптары

  • Нағыш: шиғырҙар. Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1996. – 400 бит.
  • Тамғалар: шиғырҙар. Өфө: «Китап», 2001.
  • Йәйғорло көҙ: шиғырҙар («Салауат вариҫтары» серияһы). Өфө: Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, 2009. — 24 бит.
  • Күңелем моңдары: шиғырҙар. Учалы, 2015. – 42 бит.
  • Мең ҡабат янам: шиғырҙар һәм хикәйәләр, 1917. – 112 бит. Өфөлә үҙнәшер ысулы менән баҫылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2022).
  • Белорет районының «Ағиҙел өҫтөндәге йәйғор» (рус. «Радуга над Агиделью») әҙәби премияһы лауреаты (2008).
  • Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Почёт грамотаһы (2012).
  • Белорет район советы һәм район хакимиәтенең Почёт грамотаһы (2015, 2017).
  • Белорет район советы һәм район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары (1998, 2002).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Литературная карта Республики Башкортостан. СУЛЕЙМАНОВА (ШАЙМАРДАНОВА) ЗУЛЬФИРА ЗУФАРОВНА (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2024)
  2. 1 2 3 Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с.
  3. Указ Главы Республики Башкортостан от 14 июля 2022 г. N УГ-491 «О присвоении почетных званий Республики Башкортостан»

Әҙәбиәт

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2024)

Һылтанмалар