Танкистар көнө
Танкистар көнө (рус. День танкиста) — Рәсәйҙә һәм Белоруссияла сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнгән танк ғәскәрҙәре хәрби хеҙмәткәрҙәренең һәм танк эшләү тармағы хеҙмәткәрҙәренең йыл һайын үткәрелгән һөнәри байрамы[1][2]. Ул 1946 йылда Бөйөк Ватан һуғышында бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәрҙең хеҙмәттәрен, шулай уҡ армияны бронетанк техникаһы менән тәьмин итеүҙә танк төҙөүселәрҙең өлөшөн билдәләү өсөн булдырылған[3]. Рәсәй Федерацияһында байрамдың статусы Рәсәй Президентының 2006 йылғы указы менән раҫланған[4]. 2026 йылда Рәсәйҙә Танкистар көнө 13 сентябргә тура килде.
Байрам тарихы
СССР-ҙа булдырылыуы
Бөтә Союз танкистар көнө СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 11 июлендәге указы менән булдырылған. Документта ҡарар танк һәм механизацияланған ғәскәрҙәрҙең айырыуса мөһим әһәмиәтен һәм Бөйөк Ватан һуғышындағы хеҙмәттәрен, шулай уҡ Ҡораллы көстәрҙе бронетанк техникаһы менән тәьмин итеүҙә танк төҙөүселәрҙең өлөшөн иҫәпкә алып ҡабул ителеүе күрһәтелгән[5].
Тәүҙә байрам 11 сентябрҙә билдәләнгән. 1944 йылдың ошо көнөндә Көнсығыш Карпат стратегик хәрби операцияһы барышында совет танк ғәскәрҙәре Көнсығыш Карпаттағы немец ғәскәрҙәре оборонаһын өҙөп үтә һәм уларҙың һөжүмен туҡтата[6]. Указ буйынса Танкистар көнө йыл һайын сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнергә тейеш була[7]. Байрам көнөндә союздаш республикаларҙың бөтә баш ҡалаларында, шулай уҡ Ленинградта, Сталинградта, Силәбелә, Горькийҙа, Түбәнге Тагилда, Свердловскиҙа, Харьковта, Омскиҙа, Хабаровскиҙа һәм Владивостокта егерме артиллерия залпы биреү ҡаралған[8].
Бөтә Союз танкистар көнө тәүге тапҡыр рәсми рәүештә 1946 йылдың 8 сентябрендә билдәләнә. Ошо көндө Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында 4-се гвардия Кантемирово танк дивизияһының парад-маршы үтә. Унда Т-34 һәм ауыр ИС-3 танкылары, шулай уҡ ИСУ-152 үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмалары ҡатнаша. Дивизия менән Советтар Союзы Геройы, генерал-лейтенант Михаил Панов командалыҡ итә[3].
Тарих фәндәре кандидаты Иван Сухов был парадтың СССР-ҙың танк ғәскәрҙәре ҡеүәтен күрһәтеү сараһы булыуын, ә танкистарҙың ул осорҙа йәмғиәттә ҙур абруй ҡаҙаныуын билдәләй[1].
Шул уҡ көндө Түбәнге Тагилда Т-34 танкына һәйкәл асыла. Байрам салют менән тамамлана[9][10].
Датаның үҙгәртелеүе
1980 йылдың 1 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумының «Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» указы менән байрамдың датаһы аныҡлана: Танкистар көнө сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә башлай. Йәкшәмбегә тура килгән күсмә дата киң күләмле тантаналар үткәреү өсөн уңайлы була[11][12][13].
Был хәрбиҙәргә һәм етештереүҙә эшләгән граждан белгестәргә байрамда ҡатнашыу мөмкинлеген киңәйтә[12].
Рәсәй Федерацияһында
СССР тарҡалғандан һуң Рәсәй Федерацияһында Танкистар көнөн билдәләү йолаһы һаҡлана. Байрамдың хоҡуҡи статусы 2006 йылдың 31 майында, Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә һөнәри байрамдар һәм иҫтәлекле көндәр булдырыу тураһында» 549-сы указға ҡул ҡуйғас, нығытыла[14]. Указға ярашлы, Танкистар көнө һөнәри байрамдар иҫәбенә индерелә һәм сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә[15][16]. Документ Ҡораллы көстәрҙең төрлө төрҙәре һәм ғәскәр тармаҡтары байрамдарын берҙәм системаға берләштерә.
2026 йылда Танкистар көнө 13 сентябргә тура килә[17].
Байрам итеү йолалары
СССР-ҙа
Совет осоронда Танкистар көнөндә союздаш республикаларҙың баш ҡалаларында һәм танк эшләү предприятиелары булған ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә артиллерия салюттары үткәрелгән[18].
1940—1950-се йылдарҙа ҡайһы бер ҡалаларҙа танк колонналарының тантаналы марштары[19], халыҡ байрамдары, концерттар һәм мәҙәни саралар, һәйкәлдәргә һәм мемориалдарға венок һалыуҙар ойошторола. Хәрби частарҙа һәм предприятиеларҙа тантаналы йыйылыштар, производство алдынғыларын хөрмәтләү, танкист-ветерандар менән осрашыуҙар үткәрелә. Бронетанк техникаһы етештергән заводтарҙа, шул иҫәптән Түбәнге Тагилдағы «Уралвагонзавод»та, йәмәғәт саралары уҙа.
Хәҙерге Рәсәйҙә
Хәҙерге Рәсәйҙә Танкистар көнөндә танк берләшмәләре хәрби хеҙмәткәрҙәренең һәм бронетанк техникаһын етештереүҙә һәм хеҙмәтләндереүҙә ҡатнашҡан оборона-сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең тантаналы теҙелеүе һәм бүләкләү саралары үткәрелә[12]. Хәрби частарҙа техника күрһәтеү, спорт ярыштары һәм ветерандар менән осрашыуҙар ойошторола[20]. Хәрби-техник заводтар булған ҡалаларҙа парадтар, концерттар һәм фестивалдәр үтә. Урындағы телевидениела танкистар тураһында документаль һәм нәфис фильмдар күрһәтелә, китапханаларҙа тематик күргәҙмәләр, китаптарға күҙәтеүҙәр, лекциялар һәм викториналар үткәрелә[21].
Мәскәү төбәгендә байрамдың төп майҙансыҡтарының береһе — «Патриот» хәрби-патриотик паркы. Унда бронетехниканы хәрәкәттә күрһәтеү, интерактив майҙансыҡтар, хәрби оркестрҙар сығышы һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола[22]. Байрам барышында мемориаль объекттарға, шул иҫәптән Танк музейы биләмәһендәге билдәһеҙ танкистарҙың туғандар ҡәберлегенә, венок һәм сәскәләр һалына, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар бүләкләнә[22][23].
2025 йылда Мәскәүҙең Поклонная тауындағы Еңеү музейында (рус.)баш. бронетанк ғәскәрҙәре маршалы Михаил Катуковҡа арналған күргәҙмә асыла. Экспонаттар араһында Советтар Союзы Геройы исемен биреү грамоталары, хаттар, ҡулдан эшләнгән һырлы портсигар, «Маршал йондоҙо» айырма билдәһе, хәрби форма, наградалар, архив документтары һәм фотолар була. Мәскәү өлкәһенең Черноголовка ҡалаһындағы Хәрби-техник музейҙа хәрби техника күрһәтелә[12], ә Ҡурғанда мемориалдарға сәскә һалыу менән автойөрөш һәм байрам концерты үткәрелә.
Санкт-Петербургта төп байрам саралары Артиллерия, инженер ғәскәрҙәре һәм элемтә ғәскәрҙәре хәрби-тарихи музейында үтә. Музей алдындағы майҙанда йәки Еңеү паркында заманса хәрби техника күргәҙмәһе, тематик кино күрһәтеүҙәр һәм танк эшләү тарихы буйынса лекциялар ойошторола[24].
Башҡортостанда Танкистар көнө
Башҡортостанда Танкистар көнө уңайынан республика етәкселеге тарафынан рәсми ҡотлауҙар һәм иҫтәлекле саралар үткәрелә. 2025 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән һәм хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәрҙе һөнәри байрам менән ҡотлаған[25].
2026 йылдың 13 сентябрендә байрам Стәрлетамаҡта ла билдәләнгән[26].
2025 йылда «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальоны хәрбиҙәре һөнәри байрамды хәрби дежурлыҡта билдәләгән. Был ваҡытта подразделение махсус хәрби операция барышында Красный Лиман йүнәлешендә хәрби бурыстар үтәгән[27].
Башҡа илдәрҙә
Белоруссия
Белоруссияла Танкистар көнө сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә[28]. Дәүләт байрамдары һәм иҫтәлекле даталар исемлеге Белоруссия Президентының 1998 йылдың 26 мартындағы 157-се указы менән нығытылған[29]. Байрамдың төп майҙансығы — Минск эргәһендәге «Сталин һыҙығы» тарихи-мәҙәни комплексы. Унда Белоруссия Оборона министрлығы ярҙамында хәрби-тарихи реконструкциялар, концерттар һәм танк биатлоны трассаһында күрһәтмәле заездар үткәрелә[30][31]. Программаға «Багратион» операцияһын һәм Афған һуғышы эпизодтарын реконструкциялау, хәрби оркестрҙар һәм кинологтарҙың күрһәтмәле сығыштары инә[31][32].
Ҡаҙағстан
Ҡаҙағстанда Танкистар көнө 15 сентябрҙә билдәләнә[33]. Дата 1942 йылғы ваҡиғалар менән бәйле: 15 сентябрҙә Шымкент тимер юлы хеҙмәткәрҙәре башланғысы менән республика халҡы йыйған аҡсаға төҙөлгән «Комсомолец Казахстана» тигән яҙыулы 46 танктан торған колонна фронтҡа оҙатыла[34]. Был машиналар Бөйөк Ватан һуғышының күп кенә алыштарында, шул иҫәптән Берлин өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша[34].
Байрам көнөндә Ҡаҙағстандың төрлө ҡалаларында, шул иҫәптән Астанала Хәрби колледжда, тантаналы саралар үткәрелә. Астанала улар армия генералы Сағадат Нурмағамбетов исемендәге Хәрби колледжда ойошторола. Сараларҙа Оборона министрлығы етәкселеге, Ҡоро ер ғәскәрҙәре командованиеһы, ветерандар, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм кадеттар ҡатнаша[35].
Байрам уңайынан ветерандарға һәм хәрби хеҙмәткәрҙәргә грамоталар һәм рәхмәт хаттары тапшырыла. Сара почёт ҡарауылы ротаһының дефилеһы һәм концерт программаһы менән тамамланырға мөмкин[35].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 День танкиста в России 2026: дата, история и традиции праздника. Лента.ру (15 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2026.
- ↑ День танкиста в России: дата, история и традиции праздника. Российская газета (7 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ 1 2 День танкистов. История праздника. «Беларусь сегодня» (11 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ День танкиста — второе воскресенье сентября. Фонд «Защитники Отечества». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ День танкиста. Из истории праздника. «Тагильский рабочий» (6 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ Рассекречены документы о танковых боях времен Великой Отечественной войны. РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2026.
- ↑ «Броня крепка и танки наши быстры…» КПРФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ День танкистов. Муниципальное казенное учреждение «Нижнетагильский городской исторический архив». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ День танкиста: дата, история и традиции праздника. Mail.ru (9 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ Парад гвардейской танковой Кантемировской дивизии 8 сентября 1946 года. Мослента (9 сентябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ День танкиста | Читать статьи по истории РФ для школьников и студентов. histrf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ 1 2 3 4 День танкиста в России: история праздника и программа мероприятий в 2025 году — Газета.Ru. 18 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ День танкиста в России: история и традиции праздника (8 сентябрь 2013). 18 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ День танкиста в России (8 сентябрь 2024). 18 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ Указ об установлении профессиональных праздников в ВС РФ. RG.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2026.
- ↑ День танкиста 2025: какого числа, история и традиции праздника. 18 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ Календарь праздников в России на сентябрь 2026 года. Лента.ру (16 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ Мария Соловьёва. Правда о танке Т-34. — «Правда о танке Т-34» − так называется книга-альбом, презентация которой прошла в большом конференцзале правительства Москвы в честь Дня танкиста. Интернет-портал газеты «Вечерняя Москва» // vm.ru (16 сентября 2005 года). Дата обращения: 11 сентября 2021. Архивная копия от 11 сентябрь 2021 на Wayback Machine.
- ↑ День танкиста. Издательство АСТ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ День танкиста в России 2025: дата, история и традиции праздника. 18 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ Когда появился День танкиста и как его принято отмечать. 18 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 День танкиста в парке «Патриот». Парк «Патриот» (1 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ День танкиста в Центральном парке «Патриот». Парк «Патриот» (10 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ День танкиста 2026 в России: какого числа праздник, история, традиции, поздравления и факты. vesti.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ Радий Хабиров поздравил танкистов с профессиональным праздником (рус.), Республика Башкортостан (14 сентябрь 2025).
- ↑ В Стерлитамаке отметили День танкиста (рус.), Стерлитамакский рабочий (13 сентябрь 2026).
- ↑ Танкисты из Башкирии отметили профессиональный праздник на боевом дежурстве (рус.), Баш.Ньюс (16 сентябрь 2025).
- ↑ Три танкиста и «Маленькая»: Т‑72Б3 готовится к празднику на «Линии Сталина». Sputnik Беларусь (12 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ День танкиста в Беларуси. Kramba.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ Мероприятия ко Дню танкистов. Историко‑культурный комплекс «Линия Сталина» (9 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ 1 2 На «Линии Сталина» пройдут мероприятия ко Дню танкистов. «Дзержинский район» (2 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ Минчан приглашают отметить День танкиста на «Линии Сталина». Агентство «Минск‑Новости» (8 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ День танкиста 2025 в России: какого числа праздник, история, традиции, поздравления и факты. vesti.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ 1 2 15 сентября в Вооружённых силах Казахстана отмечается День танкиста. Карагандинский технический университет (15 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ 1 2 15 сентября в Казахстане отметили День танкиста: традиции, история и современность. astanatv.kz. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
- ↑ Зеленский перенес дату празднования Дня танкиста на 14 сентября. ТАСС (2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
Әҙәбиәт
- Вайнруб Е. Г. Танк на пьедестале: воспоминания о памятных местах мужества и славы воинов Советской Армии. — Полымя, 1989.
- Рячкин А. Ю., Щербинкин А. В. День танкиста — профессиональный праздник танкистов и танкостроителей: История, люди, события, факты // Броня крепка… — 2018. — С. 98—102.