Төхбәтуллин Фәрит Ғариф улы

Төхбәтуллин Фәрит Ғариф улы (рус. Тухбатуллин Фарит Гарифович; 4 ғинуар 1950 йыл, Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Мерәсем ауылы) — инженер-механик-ғалим. 2003 йылдан Мәскәү ҡалаһындағы «Газпром газнадзор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1998). Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1994), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1978). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Биографияһы

Фәрит Ғариф улы Төхбәтуллин 1950 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Байҡыбаш районы[2] Мерәсем ауылында тыуған[3].

Бөрө ҡалаһында урта мәктәп, 1972 йылда Өфө нефть институтын тамамлай һәм Ҡаҙаҡ ССР-ындағы «Уралтрансгаз» производство берекмәһе Челкар район идаралығының 12-се газ компрессор станцияһы начальнигы вазифаһында үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай[4].

1975 йылдан «Баштрансгаз» производство берекмәһендә: йылылыҡ-электротехник лабораторияһы начальнигы, 1984 йылдан — берекмә генераль директорының производство буйынса урынбаҫары, 1991 йылдан — баш инженер[3][4].

1999 йылдан — Бөтә Рәсәй тәбиғи газдар һәм газ технологиялары ғилми-тикшеренеү институты (Мәскәү өлкәһенең Развилка ҡасабаһы) генераль директорының фән буйынса урынбаҫары.

2003 йылдан — «Газпром газнадзор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2007 йылдан — «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең экологик инспекцияһы начальнигы (икеһе лә — Мәскәү).

Фәнни эшмәкәрлеге

Ғилми тикшеренеүҙәре магистраль газ үткәргестәренең экологик хәүефһеҙлеге һәм ышаныслы эксплуатацияһын тәьмин итеү мәсьәләләренә, шулай уҡ уларҙы техник диагностикалау һәм һайлап ремонтлау ысулдарын һәм сараларын эшләүгә арналған.

1989 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын[4], 1999 йылда, «техник фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, «Магистраль газ үткәргестәрҙең технологик ҡорамалдары эшенең эксплуатация ышаныслылығын һәм экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ҡарарҙарға ярҙам итеү системаһы» тигән темаға диссертация яҡлай[5].

210-дан ашыу ғилми хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы[4].

Рәсәй Инженерҙар академияһы ағзаһы[6].

Фәнни хеҙмәттәре

• Малотоксичные горелочные устройства газотурбинных установок. М., 1997 (соавт.)
• Низколегированные стали для магистральных газопроводов и их сопротивление разрушению. М., 2001 (соавт.)
• Обследование и ремонт магистральных газопроводов, подверженных КРН. М., 2001 (соавт.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986)
• СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1978)
• Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1994)

Иҫкәрмәләр

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы.
  3. 1 2 Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». ТУХБАТУЛЛИН Фарит Гарифович (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 29 май 2025)
  4. 1 2 3 4 Эльвира КАШФИЕВА, Салих КУДАКАЕВ. ЧЕЛОВЕК, ОПЕРЕДИВШИЙ ВРЕМЯ. Корпоративная газета ООО «Газпром трансгаз Уфа», № 3 (237). 21 апреля 2025 г.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 29 май 2025)
  5. disserCat — электронная библиотека диссертаций. Система поддержки решений по обеспечению эксплуатационной надежности и экологической безопасности работы технологического оборудования магистральных газопроводов тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 05.15.13, доктор технических наук Тухбатуллин, Фарит Гарифович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 май 2025)
  6. Российская инженерная академия. Общероссийская общественная организация. Члены Академии. Тухбатуллин Фарит Гарифович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 май 2025)