Фәрхетдинов Мирғәй Әхмәй улы
Мирғәй Әхмәй улы Фәрхетдинов (рус. Миргай Ахмаевич Фархутди́нов; 1915 йылдың 12 авгусы, Яңы Ҡаръяуҙы ауылы, Шаран районы — 1944 йылдың 28 марты, Братское[d], Николаев өлкәһе) — 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Өлкән лейтенант, пулемёт ротаһы командиры. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Фәрхетдинов Мирғәй Әхмәй улы 1915 йылдың 12 авгусында Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Шаран районы) Яңы Ҡаръяуҙы ауылында тыуған[1]. Милләте башҡорт.
Атаһы вафат булғандан һуң, ҡартатаһында тәрбиәләнә. Мәктәпте тамамлағас, тимер юлда йөк ташыусы, бригадир булып эшләй[2].
1937 йылдың 13 октябрендә Башҡорт АССР-ы Туймазы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1939—1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң кесе лейтенанттар курстарын тамамлай.
1941 йылдан КПСС ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1942 йылдан Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ-Көнбайыш, 2-се һәм 3-сө Украина фронттарында хеҙмəт итə.
3-сө Украина фронтында 57‑се армияның 223-сө уҡсылар дивизияһы 1041-се уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры була. 1944 йылдың 24 мартында өлкән лейтенант Мирғәй Фәрхетдинов үҙенең яугирҙары менән Украинаның Николаев өлкәһе Буг ауылы янында Көньяҡ Буг йылғаһын тәүгеләрҙән булып аша сыға. Был алышта Фәрхетдинов яраланһа ла, батальон Көньяҡ Буг йылғаһының уң яҡ ярында ныҡлап нығынғансы һуғышсыылар менән етәкселек итеүен дауам итә.
1944 йылдың 28 мартында Братский ауылының госпиталендә ҡаты яраларҙан вафат була[2].
«Советтар Союзы Геройы» исеменә Көньяҡ Буг йылғаһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң 1944 йылдың 3 июнендә лайыҡ була[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (03.06.1944)
- Ленин ордены (03.06.1944)
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (27.03.1943
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1940)
Хәтер
- Украина Николаев өлкәһе Братский ҡасабаһы урамдарының береһе уның исемен йөрөтә, уға унда хәтер билдәһе ҡуйылған[2].
- Башҡортостан Республикаһы Шаран районы Мичуринск ауылының мәктәбе уның исемен йөрөтә, бында ҡаһарманға һәйкәл ҡуйылған[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ И. Г. Каримова. Фархутдинов Миргай Ахмаевич. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (28 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2026.
- ↑ 1 2 3 Не забывайте нас, люди! "УФА-ГИД". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2016.
- ↑ Фархутдинов Миргай Ахмаевич. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2026.
- ↑ МБОУ «СОШ им. М. Фархутдинова с. Мичуринск» 2016 йылдың 24 март көнөндә архивланған..
Сығанаҡтар
- Времени неподвластно. — Уфа, 1978. — С. 3—43.
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). Кнмга 1. — Уфа: Башкнигоиздат, 1965. — С. 368—372.
- Фархутдинов Миргай Ахмаевич //Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Фархутдинов Миргай Ахмаевич (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Фархутдинов Миргай Ахмаевич (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).
- Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Фархутдинов Миргай Ахмаевич (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Фархутдинов Миргай Ахмаевич (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).
- Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Фархутдинов Миргай Ахмаевич (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).
- Республиканский музей боевой славы. Фархутдинов Миргай Ахмаевич (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).
- ИА «Башинформ», 10 августа 2005 года. К 90-летию со дня рождения Героя Советского Союза Миргая Фархутдинова (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).