Ф. И. Шаляпин исемендәге музыка музейы

Ф. И. Шаляпин исемендәге музыка музейы — Өфөлә Фёдор Шаляпинға арналған музей[1]. 2024 йылда нигеҙ һалынған. Иҫке Өфөнөң архитектура ҡомартҡыһы бинаһында — сауҙагәр Соловьёвтарҙың тергеҙелгән айырым йортонда урынлашҡан[2].

Башҡортостандағы беренсе музыкаль-театраль музей[3]. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы булып һанала.

Тарихы

1890 йылдың 18 декабрендә Өфөлә Фёдора Шаляпиндың, опера йырсыһы булараҡ, дебюты була. Ул ҡала театры сәхнәһендә Станислав Монюшконың «Галька» операһында Стольниктың соло партияһын башҡара.

Республиканың Министрҙар кабинеты Өфөлә Шаляпин музейын төҙөү тураһындағы ҡарарҙы 1996 йылда ҡабул итә.

2021 йылда экспонаттар йыйыу иғлан ителә.

Музейҙы булдырыуҙа Шаляпин сәнғәтен һаҡлау йәмғиәте, Рәсәй музыка музейы, шулай уҡ Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе етәксеһе Елена Замрий ҡатнаша.

Шаляпин йортоноң тәүге эскиз проектын Өфө ҡала советы депутаты Филүс Ишбулатов финанслай[4].

Музей 2023 йылдың февралендә, Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 тулыуға асылырға тейеш була. Был ваҡытҡа инде 400-ләп экспонат йыйыла, эскиз проекты эшләнә. Техник асыу 2022 йылдың октябренә үк планлаштырыла[4].

2023 йылдың авгусында Башҡортостандың Милли музейы Ҡазандың «Дисплей-Арт» компанияһы менән музейҙың экспозицияһын булдырыуға килешеү төҙөй. Подрядсы үҙенең хеҙмәте өсөн 35,6 миллион һум ала[5].

Музей 2024 йылдың 24 майында асыла[6]. Мәскәү губерна драматик театрының художестволы етәксеһе Сергей Безруков:

«Мин Өфөлә шундай музей барлыҡҡа килгәненә бик шатмын. Ул бик интерактив һәм иң мөһиме — ул балалар өсөн. Уларға ҡыҙыҡ булыуы, уларҙың беҙҙең тарихыбыҙҙы белеүе мөһим. Шаляпин — бөйөк рус басы, бөтә беҙҙең рус мәҙәниәте менән ғорурланған кеүек, ғорурланырлыҡ легенда. Башҡортостан Федор Ивановичтың тап Өфөлә донъя данына илткән ҙур сәхнәлә тәүге аҙымдарын яһауы менән ғорурлана ала»[7].

Экспозицияһы

Музей экспозицияһы 146 м² майҙанда бер нисә залда урынлашҡан, уның интерьеры Шаляпин XIX быуат аҙағы дәүерендә ҡала театрҙары сәхнәһендә сығыш яһаған ваҡытҡа тура килә[8].

Витриналарҙа музыка ҡоралдары, ҡулъяҙмалар, һирәк нота баҫмалары, Башҡортостан Республикаһының күренекле музыканттарының, композиторҙарының хәтирәләре урынлаштырылған.

Музейҙа биш экспозиция залы эшләй:

«Музыкаль Өфө» — залда Өфө "музыкаль ваҡыт таҫмаһы"ның тарихи төп этаптары һәм персоналары менән интерактив панелдәре XIX быуаттан алып өфөләр тормошондағы классик музыка тураһында һөйләй.

undefined

«Шаляпиндың Өфөгә килеүе» — унда Шаляпиндың тәүге театр контракты күрһәтелгән, уның пароходта Ҡазандан Өфөгә сәйәхәте тураһында һөйләнелә, Шаляпиндың Өфө адрестары, шулай уҡ артист хәтирәләрендәге Өфөләге көнкүреш һәм тормош шарттары һүрәтләнә. Экспозицияла пароход макеты, Ҡазандағы һәм Өфөләге Сафронов пристане фотоһы ҡуйылған. Тарихи предматтарҙың төп нөсхәһе ярҙамында Шаляпин ҡуртымға алған бүлмә реконструкцияланған.

«Дебют һәм бенефис» — йәш артист Фёдор Шаляпиндың Өфөләге тормошо тураһында һөйләй: антрепризала эшләүе, репетициялар, сәхнәләге тәүге сығыштар.

Музейҙа автобиографик тарихтар боронғо "комикс"тар жанрында стилләштерелгән һүрәттәр, антиквар һәм бутафория предметтары һәм мультимедиа саралары ярҙамында йәнләндерелә. Залдың композицион үҙәге булып «серле» афиша тумбаһы тора: ул Шаляпиндың дебют спектакленән билдәле креслонан ситкә ҡолау фрагменты күрһәтелгән ҙур булмаған мультимедиалы сәхнәгә юл аса.

«Артистың гримеркаһы» — залда артистың сәхнәгә ентекле әҙерләнеү шарттары тергеҙелгән, бында театр реквизиты, грим яғыу өсөн ҡорамалдар, күренекле ролдәренең костюм өлөштәре, Шаляпиндың үҙенең һүрәттәренең күсермәләре бар.

«Донъя даны» — был залда Шаляпиндың донъя опера сәхнәһендәге иң яҡшы ролдәре, витриналарҙа уның Рәсәй һәм донъя театрҙарында сығыш яһағанын тасуирлаған материалдар, уның үҙенсәлекле гримы, костюмдары һәм декорациялары, уның кинематограф һәм тауыш яҙҙырыу ойошмалары менән эше ҡуйылған. Зал йыйылма паркеты менән айырылып тора.

Фондтары

Музей коллекцияһының дөйөм фондында 900-ҙән ашыу уникаль экспонат иҫәпләнә, уларҙың күпселек өлөшө XIX быуат аҙағы — XX быуат башы менән билдәләнә.

Саралары

Фортепиано торған «Донъя даны» залында концерттар үтә. Флейтасы Владимир Семин һәм пианист Алина Кругликова сығышы беренсеһе була[9].

2024 йылда «Донъя даны» залында почетлы ҡунаҡтар булып китә: Денис Мацуев Сергей Рахманиновтың Прелюдия соль-диез минорын уйнай, ә Сергей Безруков шағирҙың 225 йыллығына бағышлап, Александр Пушкиндың "Элегия"шиғырын уҡый[7].

Галереяһы

Иҫкәрмәләр

  1. Музей музыки им. Ф.И. Шаляпина - филиал Государственного бюджетного учреждения культуры и искусства Республики Башкортостан Национальный музей Республики Башкортостан. Государственный каталог Музейного фонда Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2024.
  2. В Уфе откроется музей музыки имени Фёдора Шаляпина. Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан (22 апреля, 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.
  3. Азат Гиззатуллин. В Уфе открылся Музей музыки имени Фёдора Шаляпина. Башинформ (24 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2024.
  4. 1 2 Наталья Кузнецова. В унисон не вышло. Почему музей Шаляпина в Уфе не открыли к его 150-летию. АиФ Уфа (1 февраль 2023).
  5. Музей музыки им. Федора Шаляпина в Уфе откроют в мае 2024 года. РБК (24 окт 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.
  6. Айгуль Камаева. В Уфе торжественно открыли Музей музыки имени Шаляпина. Российская газета (29 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2024.
  7. 1 2 В Уфе Сергея Безрукова и Дениса Мацуева поразил и вдохновил музей Шаляпина. Башинформ (30 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2024.
  8. На создание экспозиции музея Шаляпина в Уфе выделят до ₽37 млн. РБК (2 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2024.
  9. Артур Бигнов. Музей Шаляпина, который ждали 30 лет, открылся в Уфе. На что там можно посмотреть? UTV (14 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2024.

Тема буйынса өҫтәмә