Хисмәтов Мөхәмәтйән Фазылйән улы

Хисмәтов Мөхмәтйән Фазылйән улы (рус. Хисматов, Мухамедьян Фазыльянович; 1930 йылдың 10 сентябре, Ҡырҙас, Башҡорт АССР-ы — 2010 йылдың 18 марты, Өфө) — совет һәм Рәсәй географ-иҡтисадсыһы[1][2][3]. География фәндәре кандидаты (1959). Профессор (1992). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Башҡортостандың иҡтисади географияһына нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Төп хеҙмәттәре «Башҡортостандың иҡтисади географияһы мәсьәләләренә, республиканың хужалыҡ комплексын структур һәм арауыҡ анализлауға, иҡтисад тармаҡтарын территориаль ойоштороуға һәм уларҙы үҫтереүҙең тәбиғи-иҡтисади нигеҙҙәренә арналған»[4].

«Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге» (1980) авторҙарының береһе, "Башҡорт энциклопедияһы"ның ғилми мөхәрририәт советына һәм мөхәрририәт коллегияһына инә[5].

Биографияһы

Мөхмәтйән Фазылйән улы Хисмәтов 1930 йылдың 10 сентябрендә Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[6]. Иртә етем ҡала. Интернатта, Ташбулат балалар йортонда йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 13 йәшендә хеҙмәт юлын башлай. 18 йәше тулыр-тулмаҫ Темәс педагогия училищеһын тамамлай, 1948 йылдың сентябренән мәктәптә уҡыта башлай. Йәш белгес уҡыуын дауам итә. 1950 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының география факультетына уҡырға инә, артабан 1954 йылда — СССР Фәндәр академияһының География институтының аспирантураһына, Мәскәүҙә «Төньяҡ Башҡортостан: Иҡтисади-географик характеристика» кандидатлыҡ диссертацияһын яҙа һәм уңышлы яҡлай. 1959 йылда география фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала.

Йәш фән кандидаты Өфөгә ҡайта һәм Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, ә һуңынан административ эшмәкәрлеген башлай. 1963 йылда — доцент, 1964 йылда география факультеты деканы була.

1977 йылда уға «БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.

55 йәшендә, 1985 йылда, юғарыраҡ вазифаға күсеп, эш урынын алмаштыра. Уны Башҡорт дәүләт педагогия институтына иҡтисади география кафедраһы мөдире вазифаһына саҡыралар, ә 1992 йылда кафедра профессоры булып китә.

2010 йылдың 17 мартынан 18 мартына ҡараған төндә Өфөлә вафат була[4].

Библиографияһы

30-ҙан ашыу монография, дәреслек һәм китап, 200-ҙән ашыу фәнни һәм фәнни-популяр мәҡәләләр авторы[4]. Фәнни һәм уҡыу атластары өсөн 100-ҙән ашыу карта төҙөй[4].

  • Төҙ. А. Ә. Камалов, Р. З. Шәкүров, З. Ғ. Ураҡсин, М. Ф. Хисмәтов; А. Ә. Камалов мөхәррирлегендә (яуаплы сек.) һ.б.. Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге. — Өфө: Башҡ. китап нәшриәте, 1980. — 199 с.
  • М. Ф. Хисмәтов./Башҡортостандың етештереү көстәренең территориаль ойошторолоуы һәм уны камиллаштырыу юлдары. — Өфө: Башҡ. китап нәшриәте, 1987. — 271,[1] б.: баҫманы биҙәүгә һүрәттәрҙе автор тапшырҙы: Мөхәмәтйән Фазылйән улы Хисмәтов
  • Хисмәтов М. Ф. Башҡортостан: Иҡтисади-геогр. характеристика. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1968. — 287 б.
  • Хисмәтов М. Ф. Уҡытыусыға Башҡортостандың халыҡ хужалығы комплексы тураһында: БАССР мәктәптәренең 9-сы кластары география уҡытыусылары өсөн әсбап / М. Ф. Хисмәтов. — Өфө: Башҡ. китап нәшриәте, 1990. — 159 б.
  • Хисмәтов М. Ф. Төньяҡ Башҡортостан: Иҡтисади-географик характеристика: география фәндәре кандидаты диссертацияһы: 11.00.00. — Мәскәү, 1958. — 462 б.
  • Цветаев Александр Александрович, Хисмәтов Мөхәмәтйән Фазылйән улы. Башҡортостан географияһы: 7-се һәм 8-се кл. өсөн уҡыу әсбабы / Цветаев А. А., Хисмәтов М. Ф. — Өфө: Башҡ. китап нәшриәте, 1981. — 111 б.

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Хисматов Мухамедьян Фазылъянович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. ↑ Экономическая и социальная география. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025.
  3. ↑ Учёные-географы. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025.
  4. ↑ 1 2 3 4 Равиль Рамазанов. Мухамедьян Хисматов — основоположник экономической географии Башкортостана. bashinform.ru (10.09. 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.
  5. ↑ Редакционная коллегия. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025.
  6. ↑ Через 21 день после образования района 20 августа 1930 года

Һылтанмалар