Хәйбуллин Ишморат Нәзир улы
Ишморат Нәзир улы Хәйбуллин (рус. Ишмурат Назирович Хайбуллин; 1977 йылдың 4 декабре, Мәҫкәү, Башҡорт АССР-ы) — дин әһеле, психолог, ғәрәп теле белгесе, тәржемәсе. «Башҡортостан мосолмандары шураһы» ислам ойошмаһын ойоштороусы һәм 2009—2017 йылдарҙа уның етәксеһе, «Ваҡыт» ислам гәзитенең элекке мөхәррире. Рәсәй мосолмандары араһында ғәрәп теле буйынса хеҙмәттәре, ислам нигеҙҙәре буйынса аудиолекциялары менән билдәлелек алыусы[1].
Биографияһы
Хәйбуллин Ишморат Нәзир улы 1977 йылдың 4 декабрендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районының Мәҫкәү ауылында дини ғаиләлә тыуған. Ғәрәп телендә иркен һөйләшә[2]. 2022 йылдан Европала йәшәй.
Белеме
1985 йылдан Учалы районының Уральск, 1988 йылдан — Озерный урта мәктәптәрендә, 1993—1995 йылдарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый[3].
1995—2004 йылдарҙа Мысырҙың Ҡаһирә ҡалаһында «Әл-Әзһәр» Халыҡ-ара ислам университетында уҡый, педагогия факультетының ғәрәп теле бүлеген тамамлай[3].
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультеты магистратураһын (рус.)баш. тамамлаған[3].
Дини һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге
2004—2005 йылдарҙа Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы мәсетендә имам-хатиб булып эшләй. 2005—2009 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Фәләк» мәсетенең имам-хатибы. Һуңыраҡ Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты Ишморат Нәзир улын «Фәләк» мәсете имам-хатибы вазифаһын ҡалдырырға мәжбүр итә[4].
2013—2019 йылдарҙа — «Ваҡыт!» гәзите мөхәррире. 2019 йылдан китаптар тәржемә итеү, мөхәрриләү, интернет селтәре аша онлайн дәрестәр биреү менән шөғөлләнә[5].
2020 йылда Ҡуштауҙағы протестарҙы хуплай[2].
Ҡайһы бер фекерҙәр буйынса башҡорт сәләфиҙәренеңнең лидеры тип һаанала[2].
Башҡортостан мосолмандары шураһы
2009 йылда «Башҡортостан мосолмандары шураһы» исемле ойошма төҙөй. Ислам дини ойошмаһы булараҡ, ул башҡорт йәштәр берләшмәһендә һиҙелерлек урын ала, был дәүләт мөфтөйәте менән конфликтҡа (рус.)баш. килтерә. Шура спорт ярыштары, хәйриә акциялары, балалар өсөн саралар, байрамдар ойоштороу менән шөғөлләнә. Ишморат Хәйбуллин ойошманың рухи лидеры булып һанала һәм дәғүәт ойоштора[2][6][7].
Рәсми властар менән ойошманың мөнәсәбәттәре көсөргәнешле булып ҡала. 2017 йылда Ишморат Нәзир улы, уның сайтында баҫылған ҡайһы бер мәҡәләләрҙең экстремистик (рус.)баш. тип танылыуына һылтанып, ойошмаһын тарата[2].
Китаптары
- «Стилистика арабского языка» (2008);
- «Грамматика арабского языка. Краткое изложение» (2012);
- «Пятничные проповеди» (2017);
- «Как заговорить по-арабски» (2018);
- «Шура в Башкортостане» (признана Минюстом РФ экстремистским материалом в 2019 году[8]);
- «Гоги и Магоги. Пришельцы с планеты Земля» (2022);
- «Уроки веры» (2023);
- «Друг» (2024).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хайбуллин Ишмурат Назирович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 Башкирские салафиты и экологический протест вокруг Куштау (билдәһеҙ). reltoday.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Об авторе. Хайбуллин Ишмурат Назирович родился в деревне Москово Учалинского района в 1977 году. mydocx.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Алмазова Л. Обзор мусульманских идеологических течений в Волго-Уральском регионе (XX-XXI) // Россия и мусульманский мир. — 2016. — Вып. 1 (283). — С. 37–48. — ISSN 1998-1813. (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2026) (рус.)
- ↑ Библиотека. Ишмурат Хайбуллин. Ассоциация психологической помощи мусульманам. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Сулейманов Раис Равкатович. Современные татарские мухаджиры из Поволжья в странах зарубежного Востока: формирование, самоорганизация, идеологические установки // Мусульманский мир. — 2017. — Вып. 1. — С. 57–67. — ISSN 2409-2320. (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2026) (рус.)
- ↑ Вердин Азат Тагирович, Юсупов Юлдаш Мухамматович. Мусульманские общины Башкортостана на фоне этнополитических процессов // Проблемы востоковедения. — 2019. — Вып. 1 (83). — С. 16–21. — ISSN 2223-0564. (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2026) (рус.)
- ↑ Экстремистские материалы. 26 февраль 2026 тикшерелгән.