Хәйрисламов Яхъя Хәйрислам улы

Хәйрисламов Яхъя Хәйрислам улы (1925-май, 1944) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, сержант.

Тормош юлы

Яхъя Хәйрислам улы Хәйрисламов 1925 йылда Башҡорт Автономлы Республикаһының Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡҡол ауыл советына ҡараған Илсекәй ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Башҡорт Илсекәйе) тыуған.

Хәрби хеҙмәте

1943 йылдың 27 ғинуарында ун һигеҙе лә тулмаған Яхъя Хәйрисламов Малаяҙ район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡырыла[1].

Тарихи белешмә

Запас хәрби соединениеларҙың иң эреләре: Чкалов өлкәһенән 11-се, 13-сө, 45-се запас уҡсылар һәм 7-се запас артиллерия бригадалары, Башҡорт АССР-ынан 17-се запас уҡсылар, 4-се уҡыу бригадаһы һәм 9-сы запас кавалерия полкы. Һуғыштың беренсе осоронда ҙур юғалтыуҙар, шулай уҡ ғәмәлдәге армияның йәйелеүе арҡаһында фронтҡа бөтә хәрби-иҫәп һөнәрҙәре яугирҙары кәрәк була. Шуға күрә илдә лә, округта ла запас частар һаны 1942 йылға тура килә.

Башҡорт АССР-ы Алкин ҡасабаһында урынлашҡан 17-се запас уҡсылар бригадаһы 1942 йылдың ғинуарында Мәскәүгә 17 163 кешелек 86 команда (рота) ебәрә, был 44,3 % йәки бөтә командаларҙың һәм бригада әҙерләгән үҙгәреүсән составтың 38,6 %-н тәшкил итә. 1942 йылдың ғинуар-мартында Чкалов өлкәһенән 11—се запас уҡсылар бригадаһы Мәскәүгә 12 217 кешенән торған 56 команда, ә Чкалов ҡалаһынан 13-сө запас уҡсылар бригадаһы 14 154 кеше (60 команда) ебәрә. Дөйөм иҫәпләүҙәр буйынса, Мәскәү янында контрһөжүм осоронда Көньяҡ Урал хәрби округының запас частары тарафынан Калинин, Көнбайыш һәм Брянск фронттары составына марш тулыландырыу рәүешендә дөйөм һаны 58 614 кеше булған 277 команда (рота, батарея, эскадрон) әҙерләп ебәрелә.

Яхъя Хәйрисламов 11-се запас уҡсылар бригадаһына ебәрелә[2]. Оборона министрлығының «Халыҡ хәтере» сайтында яугирҙың хеҙмәт иткән хәрби часы аныҡ ҡына аталмаған.

Яхъя - Хәйрисламдың кинйә улы, буйҙаҡ егет була. 19 йәшендә, 1944 йылдың майында хәбәрһеҙ юғала[3][4].

Ғаиләһе

Хәйрисламов Яхъя Хәйрислам улы Табын ҡәбиләһенең Ҡыуаҡан тармағына ҡараған Түбәләҫ ырыуы Илсекәй ауылындағы Ҡыуыҡ нәҫеленә ҡарай.

Төпкө олаталары Назарғол Балтасов тиҫтәнән ашыу ауылдашы менән Юлай Аҙналин отрядында 1773—1775 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан. Назарғолдоң өлкән улы Сәғит (1760—1814) француздар менән һуғышта ҡатнашып, шунда һәләк булғандыр, тип фаразларға була.

Назарғолдоң өсөнсө улы Ибраһимдан (1789—1854) Күсәбирҙе, Айбаш, Көҫәпәй, Теләүбирҙе исемле улдары, Разия һәм Ғилемзада исемле ҡыҙҙары тыуған.

Йәнбирҙе Көҫәпәев — Көҫәпәй Ибраевтың (15.03.1840-?) улы, Ибрайҙың ейәне. Ибраев Йәнбирҙе Ибрай улының (1863-?) улдары Хәйрислам (1872-?), Фәхрислам (1875-?), Миһран (1887-?) — Көҫәпәевтәр, ә Ғимран исемле улы Йәнбирҙин (1898-?) фамилияһын йөрөткән, ҡыҙ туғандары - Камила Шәйәхмәтова Ҡарағол ауылында йәшәгән.

Хәйрислам Урмансы ҡыҙы Сәйетғәлина Ғәйниямалға өйләнгән. Уларҙың Ғәйнислам (1904—1942), Абдулла (1908—1942), Яхъя (1925—1944) исемле улдары, Зөлхиә (1905-?), Ғәйшә (1911-?), Сафура (1921-1981), Фатима исемле ҡыҙҙары булған.

Хәтер

Хәйрисламов Яхъя Хәйрислам улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
  • Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
  • ВК Республики Башкортостан Фонд: Отдел ВК по Дуванскому и Салаватскому р-нам Республики Башкортостан Дело: 11005458 Дело: 11005462