Хәкимов Ғиниәт Әбделғәлим улы

Хәкимов Ғиниәт Әбделғәлим улы (3.03.1915- 29.05.2013) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, өлкән сержант, старшина[1].

Тормош юлы

Ғиниәт Әбделғәлим улы Хәкимов 1915 йылдың 3 мартында Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Мырҙалар улусына ҡараған Күҫәләр ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1935 йылда Мәсәғүт педагогия техникумын тамамлай. 1935 йылдан Миәшәгәр ете йыллыҡ мәктәбендә математика һәм тарих уҡытыусыһы булып эшләй. 1937 йылда Тирмән ете йыллыҡ мәктәбен күсерелә. 1938 йылда Малаяҙ районы халыҡ мәғарифы бүлегендә мәктәп инспекторы була[2].

Хәрби хеҙмәте

Хәкимов Ғиниәт 1939 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Алыҫ Көнсығыш хәрби округының 181-се полк мәктәбендә уҡый, топограф-иҫәпләүсе һөнәренә эйә була. Һуғыш башланған осорҙа Уссури йылғаһы буйындағы сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итә[3]. 1943 йылдың февралендә Серпухов ҡалаһында Баш командующий Резервы составындағы 13-сө артиллерия дивизияһы булдырылғандан һуң, 88-се ауыр гаубица артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә. 1943 йылдың 1 майынан алып 1945 йылдың 9 майына тиклем иҫәпләүсе команда начальнигы вазифаһында Курск дуғаһы өсөн алыштарҙа, Орёл, Белгород, Киев, Львов ҡалаларын, Польша, Чехословакия территорияларын азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Прагала ҡаршылай[4].

Ғиниәт Хәкимов ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. 1944 йылдың 23 июлендә 1-се Украин фронты составындағы 3-сө гвардия армияһы 13-сө киҫкен алға китеш (прорыв) артиллерия дивизияһы 4-се дивизионының иҫәпләү отделениеһы командиры булараҡ «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән, 88-се ауыр гаубица артиллерия бригадаһы составында күрһәткән хәрби батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[5]. Орёл һәм Белгород ҡалаларын азат иткәне өсөн Ғиниәт Әбделғәлим улына иҫтәлекле юбилей миҙалдары тапшырыла.

Һуғыштан ҡайтҡас, 1945 йылдың ноябрендә Ғиниәт Әбделғәлим улы Лаҡлы балалар йорто директоры итеп тәғәйенләнә. 1946 йылдың авгусында Мәсетле башланғыс мәктәбе мөдире һәм уҡытыусыһы, 1947 йылдың 15 авгусында Мәсетле ете йыллыҡ мәктәбе директоры, 1953 йылдың июнендә — Күҫәләр ете йыллыҡ мәктәбе директоры. 1957 йылдың авгусынан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Күҫәләр башланғыс мәктәбе мөдире һәм уҡытыусыһы булып эшләй[6].

Ғиниәт Әбделғәлим улы Хәкимов 2013 йылдың 29 майында 98 йәшендә вафат була. Күҫәләр ауылында ерләнгән[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Ғаиләһе

Ғиниәт Әбделғәлим улының балалары: Алик Хәкимов (1946-2007)

Хәтер

Хәкимов Ғиниәт Әбделғәлим улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[13] һәм БР-ҙың Салауат районы Күҫәләр ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

  • Педагоги Салаватского района Республики Башкортостан: биографический справочник. — Уфа:Акирус, 2024. — 304 с., илл. ISBN 978-5-6044379-3-0 Хакимов Гиният Абдулгалимович, c. 248-249
  • ЦАМО Фонд: Картотека награждений Дело: шкаф 92, ящик 11
  • ЦАМО Фонд: 33: Опись: 690155 Дело: 2252, 2070

Иҫкәрмәләр

  1. Хакимов Гиният Абдулгалимович. Списки призыва и демобилизации
  2. Педагоги Салаватского района Республики Башкортостан: биографический справочник. — Уфа:Акирус, 2024. — 304 с., илл. ISBN 978-5-6044379-3-0 Хакимов Гиният Абдулгалимович, c. 248-249
  3. Хакимов Гиният Абдулгалимович. Списки призыва и демобилизации
  4. .
  5. Память народа. Награждение. Хакимов Гиният Абдулгалимович
  6. Педагоги Салаватского района Республики Башкортостан: биографический справочник. — Уфа:Акирус, 2024. — 304 с., илл. ISBN 978-5-6044379-3-0 Хакимов Гиният Абдулгалимович, c. 248-249
  7. Хакимов Гиният Абдулгалимович. Pomnimrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2025.
  8. Память нарпода. Хакимов Гиният Абдулгалимович. Подвиг
  9. [1]
  10. Память народа. Награждение. Хакимов Гиният Абдулгалимович
  11. Хакимов Гиният Абдулгалимович. Орден Отечественной войны
  12. ЦАМО Фонд: Картотека награждений Дело: шкаф 92, ящик 11
  13. РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004, с. ISBN 5-295-03394-5